Барамзина Татьяна Николаевна
Барамзина Татьяна Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 19 декабрь 1919[1] или 12 декабрь 1919 |
Тыуған урыны | Глазов[d], Вятка губернаһы, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 5 июль 1944[1] (24 йәш) |
Вафат булған урыны | Смолевичи[d], Минская область[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Үлем төрө | һомицид[d] |
Үлем сәбәбе | пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d] |
Км үлтергән | Вермахт[d] |
Ерләнгән урыны | Смолевичский район[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | снайпер, телефонист |
Уҡыу йорто |
Пермь дәүләт педагогия университеты Центральная женская школа снайперской подготовки[d] |
Хәрби звание | ефрейтор |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы |
Хәрби подразделение | 70-я стрелковая дивизия (2-го формирования)[d] |
Ойошма ағзаһы | Комсомол[d], Осоавиахим[d] һәм Российский Красный Крест[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Барамзина Татьяна Николаевна Викимилектә |
Барамзина Татьяна Николаевна (19 декабрь 1919 йыл, Вятка губернаһы Глазов ҡалаһы — 5 июль 1944 йыл, Минск өлкәһе, Смолевичи районы) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, снайпер һәм телефонист. Ефрейтор. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Үҙәк ҡатын-ҡыҙҙар снайпер мәктәбен тамамлай һәм 1944 йылдың апреленән 3-сө Белорус фронтында һуғыша, дошмандың 16 һалдатын юҡ итә. Күреү проблемалары менән бәйле телефонисткаға уҡый. 1944 йылдың 5 июлендә Татьяна Барамзина 252-се уҡсылар полкының 3-сө уҡсылар батальоны составында (70-се уҡсы дивизияһы, 33-сө армия, 3-сө Белорус фронты) юл үҙәктәрен баҫып алып, төп көстәр килгәнгә тиклем тотоу маҡсатында, дошман тылына ебәрелә. Әммә маршта батальон дошмандың өҫтөнлөклө көсө менән осраша һәм ҡыйратыла, ә Татьяна Барамзина әсирлеккә төшә һәм ҡанһыҙҙарса үлтерелә. Вафаты алдынан оҙаҡ ғазаплағанлыҡтан, уны кейем ҡалдыҡтарынан һәм сәсенән генә таныу мөмкин була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғышҡа тиклемге йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Николаевна Барамзина́ Глазов ҡалаһында (хәҙер Удмурт Республикаһы) күп балалы ғаиләгә тыуған. Атаһы Николай Макарович тимер юл эшсеһе була, йыл Яңы иҡтисади сәйәсәт (Нэп) йылдарында «икенсе разрядлы патент буйынса» икмәк һата һәм һайлау хоҡуғынан мәхрүм ителә. Әсәһе, Марфа Митрофановна, йорт хужалығын алып бара, 1928 йылда ире урынына сауҙа итә башлай. 1931 йылда иренең вафатынан һуң Марфа Митрофановна һайлау хоҡуҡтарын тергеҙеүгә өлгәшә. Шуға ҡарамаҫтан, сауҙаны туҡтатмай, һәм 1933 йылда уларҙың йорто тартып алына.
Таня физик яҡтан көслө һәм ҡыйыу ҡыҙ булып үҫә, Чепца[2]йылғаһын еңел йөҙөп сыға алған. Мәктәптә 7 класс һәм Глазов педагогия училищеһын тамамлай, унда комсомол сафына инә, Осоавиахим һәм РОКК йәмғиәт ағзаһы була, винтовканан атырға өйрәнә. 1937 йылда училищены тамамлағандан һуң Омутнице, Качкашур, Парзя ауылдары мәктәптәрендә эшләй.
1940 йылда Таня Пермь педагогия институтының география факультетына уҡырға инә. Һуғыш башланғандан алып, фронтҡа барыуҙы юллай, әммә кире яуап ала. Уҡыуын дауам итә, эвакуацияланған балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, шәфҡәт туташтары курсында уҡый, ҡан тапшыра[2].
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылда Үҙәк ҡатын-ҡыҙҙар снайпер мәктәбенә алына, уны тамамлағандан һуң, 1944 йылдың апрель айында 3-сө Белорус фронтына ебәрелә. Алышта ул 16 дошман һалдатын снайпер винтовкаһынан юҡ итә, әммә күреү һәләте кәмей башлай. Демобилизацияланыуҙан баш тарта, һәм Татьяна телефонисткаға уҡый[2].
1944 йылдың 22 һәм 23 июнендә Малое Морозово ауылы янындағы алышта артиллерияның көслө уты аҫтында ул өҙөлгән телефон бәйләнешен 14 тапҡыр тоташтыра.
1944 йылдың 5 июлендә Татьяна Барамзина 252-се уҡсылар полкының 3 -сө уҡсылар батальоны составында (70-се уҡсы дивизияһы, 33-сө армия, 3-сө Белорус фронты) юл үҙәктәрен баҫып алып, төп көстәр килгәнгә тиклем тотоу маҡсатында, дошман тылына ебәрелә[2]. Маршта Минск өлкәһе Смолевичский районы Пекалин ауылы эргәһендә батальон дошмандың өҫтөнлөклө көсө менән осраша. Алыш барғанда, Таня ут аҫтында яралыларға ярҙам күрһәтә. Дошмандың өҫтөнлөклө булыуын күреп, урманға сигенергә, ә кем ҡаса алмай — блиндажда йәшеренергә бойора. Татьяна Барамзина һуңғы патронға тиклем атышып, 20 дошман һалдатын юҡ итә. Блиндажды баҫып алып, нацистар йәшеренгән яралыларҙы танкка ҡаршы атыу мылтығынан атып үлтерә. Татьянаны оҙаҡ ғазаплайҙар: тәнен хәнйәр менән йырғыслайҙар, күҙҙәрен соҡойҙар, түштәрен киҫәләр, ҡорһағына штык ҡаҙайҙар һәм танкыға ҡаршы мылтыҡ менән башына аталар. Уны бары тик кейем ҡалдыҡтары һәм сәсе буйынса ғына таный алғандар .
Татьяна Барамзина Волма станцияһында ерләнә, ә 1963 йылда мәйетен Минск өлкәһе Смолевич районы Калита[2]ауылындағы туғандаш ҡәберлеккә күсереп ерләйҙәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1945 йылдың 24 мартында, үлгәндән һуң)
- Ленин ордены (1945 йылдың 24 мартында, үлгәндән һуң)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1946 йылдың 8 майында Таня тыуып үҫкән Глазов ҡалаһының Пролетар урамы уның исеме менән аталды. Әсәһенә, Марфа Митрофановнаға, артабан 1960-сы йылдарҙа һүтелгәнсегә тиклем, Татьяна Барамзинаның үҙенсәлекле «музейы» функцияһын үтәйәсәк тартып алынған йортон кире ҡайтаралар[2].
Глазовта[3] һәм Ижевскиҙа Татьяна Барамзина һәйкәлдәре ҡуйылған.
Пермь ҡалаһында 86-сы мәктәп һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Ижевскиҙа 53-сө мәктәп уның исемен йөрөтә. Глазов ҡалаһының 2-се һанлы урта мәктәбе уҡыусылары исемлегенә мәңгелеккә индерелгән. Пермь педагогия институты бинаһына Т. Н. Барамзина иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[4].
Минск, Глазов, Ижевск, Пермь, Подольск[4] ҡалаларында Татьяна Барамзина урамдары бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Tatyana Nikolayevna Baramzina // TracesOfWar
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Кочин Глеб. Таня с улицы Пролетарской . Красное Знамя. Дата обращения: 20 ноябрь 2012. Архивировано 2 декабрь 2012 года.
- ↑ Вечная слава героям Великой Отечественной . Специальная (Коррекционная) образовательная школа №5 г. Глазова. Дата обращения: 29 ноябрь 2012. Архивировано 5 декабрь 2012 года. 2012 йыл 13 май архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Уфаркин Н. В. Барамзина Татьяна Николаевна . «Герои страны» сайты.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедиялар һәм белешмәләр
- Барамзин Татьяна Николаевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Һәйкәлдәренә, Советтар Союзы Геройы Н. Т. Барамзина, 5 июль, 1944 йылда һәләк булған // удмурт тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары: каталог / Майков п о рәк. — Изд. 2, до — Ижевск, 1990. — 25-26 б.
- Очерктар һәм мемуарҙар
- Крюков И. До последнего патрона // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
- Татьяна Николаевна Барамзина (1919—1944) // Знаменательные даты г. Глазова — 2004 / ПНБ им. В. Г. Короленко. — Глазов, 2003. — С. 29-30.
- Кулемин И. Г., Сентемова Л. Ф., Ислентьева Р. А. Герои Советского Союза — наши земляки. — Устинов, 1985. — С. 14.
- Навечно в сердце народном / редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн.: Белорусская советская энциклопедия, 1984. — С. 41. — 607 с.
- Николаев В. И. Танины тополя — Ижевск : Удмуртия, 1970. — 78 с. — 30 000 экз.
- Героини. Вып. 1. — М., 1969. — С. 29-36.
- Симонов А. А., Симонов А. А., Чудинова С. В. Женщины - Герои Советского Союза и России — Мәскәү: Музей техники Вадима Задорожного, 2017. — 352 с. — ISBN 978-5-9909607-0-1Симонов А. А., Симонов А. А., Чудинова С. В. Женщины - Герои Советского Союза и России — Мәскәү: Музей техники Вадима Задорожного, 2017. — 352 с. — ISBN 978-5-9909607-0-1
- Мәҡәләләр
- Кочин Г. Неизвестные страницы жизни Татьяны Николаевны Барамзиной, Героя Советского Союза // Красное знамя. — 2012. — 25 янв. — С. 3.
- 19 декабре Татьяна Барамзиналы тырмысал 90 арес = 19 декабря Татьяне Барамзиной исполнилось бы 90 лет / подготовила Елена Пономарева // Иднакар. — 2009. — 22 дек. — С. 3. — Содерж.: Ноку вунонтэм = Никогда не забудем; Дауръёслы — сюлмамы = В сердце — навеки; Танялы сизьыса… = Посвящая Тане.
- Конюхова Т. Ф. Барамзина Т. Н. // Огненные детство и юность: очерк. — Ижевск, 2007. — С. 25.
- Варанкина О. «Живая вернусь героем…»: [к 85-летию со дня рождения Героя Советского Союза Татьяны Барамзиной] // Мой город. — 2004. — 23 дек. — С. 15.
- Сунцова Н. Беларусь музъем понна… = За землю Белоруссии: [Т. Н. Барамзина] // Иднакар. — 2004. — 21 дек. — С. 4.
- Варанкина О. Все перевернула война: Именем этой девушки названы улицы в Глазове, в Ижевске, Перми, Подольске, Минске: [Т. Н. Барамзина] // Красное знамя. — 2004. — 21 дек. — С. 3.
- Голубева Г. Памятник Герою Советского Союза Татьяне Барамзиной // Ленинский путь. — 1958. — 10 дек. — С. 1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Барамзина Татьяна Николаевна . «Герои страны» сайты.
- Кочин Г. А. Неизвестные страницы жизни Героя Советского Союза Т. Н. Барамзиной (неопр.). Архивная служба Удмуртии (январь 2012). Дата обращения 17 июня 2014.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 19 декабрҙә тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- 12 декабрҙә тыуғандар
- Вятка губернаһында тыуғандар
- 5 июлдә вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- Минск өлкәһендә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Яңынан ерләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр