Башҡорт мемуарҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Башҡорт мемуарҙары — мемуар авторы үҙе ҡатнашҡан, йәки уның шаһиты булған кешеләрҙән билдәле булған ваҡиғалар тураһында һөйләүсе Башҡортостан замандаштарының яҙмалары йәки Башҡортостан тураһында яҙмалар, мемуар авторы менән таныш булған кешеләр тураһында материалдар. Мемуарҙарҙың мөһим үҙенсәлеге булып унда һүрәтләнгән республикала булып үткән ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүе, текстың документаль характерҙа булыуы тора, үткәндәрҙе автор үҙ ҡарашынан сығып сағылдыра.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт әҙәбиәтендә мемуарҙарҙың тәүге өлгөһө булып сәйәхәтнәмә тора[1], республика биләмәһендә сәйәхәт итеүселәрҙең юл яҙмаларын, тормош тураһында хәтирәләрен үҙ эсенә ала. Сәйәхәтнәмә түбәндәге төрҙәрҙе үҙ эсенә ала: сәйәхәт, хаж юлъяҙмалары, юл яҙмалары, очерктар. Уларҙың авторҙары: Р. Фәхретдинов ((«Асар». т. 1, 2б. Ырымбур, 1901), А. Ҡарғалы, Г Сокрой, М. Өмөтбаев, Кирәй Мәргән («Йыр дәфтәре», 1959—1964), Ғ. Ибраһимов «Дуҫтар илендә» («Дуҫтар ерендә», 1958) һәм башҡалар.

Мемуар элементтары, атай яғынан ырыу башлығы исемдәрен, тарихи ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәрҙе, башҡорт ырыу һәм ҡәбиләләр тормошонан төп факттарҙы үҙ эсенә алған Башҡорт шәжәрәһендә бар.

Үҙҙәренең мемуарҙарында М. И. Өмөтбаев Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, Ҡырымға сәйәхәте; Р. Ф. Фәхретдинов — Аҡмулла; Ғ. М. Кейеков — татар мәғрифәтсеһе К. Насыри (1913) тураһында үҙҙәренең хәтирәләрен һәм фекерҙәрен һүрәтләгән.

С. Ҡудаш «Онотолмаҫ минуттар»(1962), «Йәшлек эҙҙәре буйлап» (1968), С. Кулибай «Төрлө һуҡмаҡтар» (1963), М. Кәрим «Ғүмер миҙгелдәре» (2004) мемуарҙарын яҙалар.

Өфөлә 2000 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре тураһында «Үтте һуғыш, ҡалды һағыш» («Война прошла, осталась боль») хәтирәләр йыйынтығы нәшер ителә.

Башҡорт мемуарҙарында Башҡортостан республикаһы тарихы сағылдырған, уның мәҙәни тормош ваҡиғалары, фән тормошо, авторға замандаш йәмғиәт һүрәтләгән.

Яҙыусы Аксаков Сергей Тимофеевич «Ғаилә хроникаһы» мемуар-автобиографик трилогияһында социаль мөнәсәбәттәрҙе, Өфө халҡының тормошон һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, урындағы алпауыт-крепостниктарҙың дөрөҫ көнкүреш картиналарын һүрәтләй.

Хорунжий Усман Ишмөхәмәтов хәтирәләрендә 19-сы быуаттағы Башҡортостан тарихы ваҡиғалары һүрәтләнгән; 1917 йылғы революция хәрәкәте тураһында Э. С. Кадомцевтың «Йәшлек тураһында иҫтәлектәр» (1937) һәм Ш. Ә. Хоҙайбирҙиндың «Революция елдәрендә: публицистика, иҫтәлектәр, әҙәби әҫәрҙәр» (1986) китаптарында һүрәтләнә; Башҡорт милли хәрәкәте һәм Башҡортостандың формалашыуы — Ә. З. Вәлидовтың «Хәтирәләр» (1996) исемле ике китабында; Бөйөк Ватан һуғышы йылдары — М. Г. Гәрәевтың «Штурмовики идут на цель» («Штурмовиктәр һөжүмгә бара», 1972), Ҡ. Ҡ. Латиповтың «Ҡанатлы баһадирҙар: штурмлаусы авиаполк хроникаһы» (1995), Д. Б. Мурзиндың «Дошман тылындағы фронт» (2005) китаптарында; БАССР-ҙағы тормош, совет власы йылдарында республиканың үҫеше — З. Ш. Аҡназаровтың «Ваҡыт. Кеше. Ҡараш» (1995), З. Н. Нуриевтың «Ауылдан Кремлгә тиклем: хәтирәләр һәм уйланыуҙар» (2000) китаптарында, Салауат партия ҡала комитетының беренсе секретары Якимов Владимир Николаевичтың хәтирәләрендә[2]; Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының үҫеше — Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Президиумының элекке рәйесе академик Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улының «Минең Башҡортостандағы ун өс йылым»[3] хәтирәләрндә; жанр үҫеше — яҙыусы Ризуан Хажиевтың «Башҡорт әҙәбиәтендә мемуарҙар» мәҡәләһендә[4] һүрәтләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вәлиди Туған А. З. Хәтирәләр. 1 том. Өфө: Китап, 1994.
  • Башҡорт энциклопедияһы. Баш мөхәррир Илһамов М. А. т. 4 Л-О 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; фәнни. нәшриәт Башҡорт энциклопедияһы, Өфө ҡалаһы.
  • Ваҡыт. Кеше. Уйҙар : [Башҡортостан дәүләт эшмәкәрҙәре хәтирәләре] / З. Ш. Аҡназаров, 192,[1] с ил. 17 се, Өфө «Китап» башҡ. нәшриәте 1995.
  • Башҡорт шәжәрәләре /Мәҡәләләр авторҙары, төҙөүсләр Нәҙерғолов М. Х., А. Г. Сәлихов; яуаплы мөхәррир Ф. Г. Хисамитдинова. — Анкара: Анкамат, 2007. — 186 с.
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев йыйған мәғлүмәттәр менән Йомран-Табын волосы башҡорттары шәжәрәһе, уға ҡағылышлы документтар менән тулыландырылған/Нәҙерғолов М. Х. башҡорт теленә тәржемә иткән, Р. М. Булгаков урыҫ теленә тәржемә иткән һәм баҫмаға әҙерләгән; Яуаплы мөхәррире Р. Г. Кузеев; ОНУ менән Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге МАЭ. -Өфө: НУР-Полиграфиздат, 1997, 88 с., 24 л.прил. ISBN 5-86519-010-5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]