Баҡын (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Баҡын (Баҡый) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡын, Баҡый — «мәңге йәшәусе», «мәңгелек» тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡын Кейексин (Баҡый Кинкчин) — 1736—1745 йылдарҙа Дыуан волосы старшинаһы. Беренсе документаль сығанаҡ Алағуз (Баҡын) ауылы Ҡыйғы районы Башҡортостан тураһында.1735-1740 йылдағы башҡорт восстанияһыда.(Башҡортостан тарихы китабы( 6-сы том Демидова. Н. Ф.).
Баҡый Туйкиев (1719, Уҫы даруғаһы Уран улусы Уръябаш а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Иҫке Уръябаш а., — ?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Уран улусы мариҙарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы.
Фамилиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алағуз Баҡынов (рус. Алакуз Бакинов) — Дыуан улусы старшинаһы, 1764 йылда Ырымбур сик һыҙатында башҡорт-мишәр отряды командиры була. Һуңғараҡ Польша походына ла бара. Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша.
Баҡыев Рим Сәғит улы (4 ғинуар 1939 йыл) — Башҡортостандың хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры, Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (1999—2003), Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1976) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының Благовещен районы Яңы Турбаҫлы ауылында тыуған.
Топонимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡый (Белорет районы) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл.
Баҡый (Стәрлебаш районы) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |