Белов Василий Михайлович
Белов Василий Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 5 ғинуар 1925 |
Тыуған урыны | Строкино[d], Вялковское ауылы[d], Раменский районы[d], Мәскәү өлкәһе |
Вафат булған көнө | 15 апрель 1993 (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү өлкәһе, Рәсәй |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Белов Василий Михайлович (5 ғинуар 1925 йыл — 15 апрель 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар батальоны телефонсыһы, ҡыҙылармеец. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Михайлович Белов 1925 йылдың 5 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Строкино ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте урыҫ. Колхозда эшләгән. 1941 йылдың октябрендә колхоз көтөүен Иваново өлкәһе аша Башҡортостанға ҡыуып алып килә. Ошонан һуң Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Подлуб ауылында йәшәй.
1943 йылдың ғинуарында Башҡорт АССР-ы Боҙаяҙ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла.
Белов Василий Михайлович 1943 йылдың февраленән 11-се мотоуҡсылар бригадаһының уҡсылар батальоны телефонсыһы вазифаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Воронеж фронтында һуғыша. 1943 йылдың 24 сентябренә ҡарай төндә Ржищев ҡасабаһы районында (хәҙер Украинаның Киев өлкәһендәге ҡала) Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.
Дошмандың көслө пулемёт уты аҫтында, һул яҡ ярҙан десанттарға ярҙам итеүсе артиллерия уты менән идара итеү өсөн, Василий Белов йылға аша элемтә линияһы һалған. Атыш барғанда йыш ҡына линия эштән сығарыла. Бер көн эсендә 25 тапҡыр өҙөлгән линияны ялғай. Яралана һәм медсанбатҡа оҙатыла.
1943 йылдың 18 октябрендә яңынан Василий Беловтың янбашы һәм башы ҡаты яралана һәм Мичуринск госпиталенә дауаланырға ебәрелә.
Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Белов Василий Михайловичкә СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 23 октябрендәге Указы менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Был ваҡытта госпиталдә ятҡан Василий Белов үҙенә илдең юғары дәрәжәле исеме бирелеү тураһында белмәй ҡала. «Алтын йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены шулай уҡ тапшырылмай. 1980 йылдарҙа, В. М. Беловтың артабанғы яҙмышы билдәле булғас, уға юғары наградаларҙы тапшырмаҫҡа ҡарар итәләр, сөнки был ваҡытҡа ул инде ике тапҡыр яуапҡа тарттырылған була.
1944 йылдың ғинуарынан В. М. Белов ҡабат һуғышта ҡатнаша, әммә икенсе часть составында. 1945 йылдың май айында өсөнсө тапҡыр яралана.
1945 йылда совет-япон һуғышында ҡатнаша.
1950 йылдың мартында демобилизациялана. Мәскәү өлкәһенең Раменский районы Дубки ауылында йәшәй. 1950—1958 йылдарҙа «Ильич юлы» колхозында эшләй, ә 1959—1960 йылдарҙа — 1-се һанлы Мәскәү һыуытҡысының техник бүлеге йөк ташыусыһы, 1960—1962 йылдарҙа — Люберцы ауыл хужалығы машиналары эшләү заводының ярҙамсы эшсеһе, 1962—1970 йылдарҙа — 1-се һанлы Мәскәү һыуытҡысында йөк ташыусы булып эшләй. 1970 йылда яуызлыҡ ҡылғаны өсөн хөкөмгә тарттырыла һәм 1972 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү урындарында була. Азат ителгәндән һуң яңынан йөк ташыусы булып эшләй. 1973 йылда һуғышҡан өсөн икенсегә хөкөм ителә һәм 1978 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә. 1978 йылдан йөк ташыусы, 1985—1986 йылдарҙа 1-се һанлы Мәскәү һыуытҡысында йөк күсереүсе булып эшләй.
1993 йылдың 15 апрелендә вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алтын йондоҙ» миҙалы, Советтар Союзы Геройы исеме (тапшырылмай)
- Ленин ордены (тапшырылмай)
- II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (1985)
- III дәрәжә Дан ордены (17.01.1944)[2]
- Миҙалдар, шул иҫәптән:
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә, ҡаланың Еңеү паркында урынлаштырылған һалындырылған байраҡтар рәүешендә стилләштерелгән гранит плитала Геройҙың исеме соҡоп яҙылған. Герой хөрмәтенә иҫтәлекле плита 2005 йылдың майында Мәскәү өлкәһенең Раменское ҡалаһында Еңеү майҙанының Дан аллеяһында ҡуйылған. Советтар Союзы Геройы В. М. Белов тураһында биографик мәҡәлә 2005 йылда башлап тәүге тапҡыр баҫтырып сығарылған 8 томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһының» 1 томында (а-б) урынлаштырыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙер Раменский районы
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3293, л. 15, 149, 150)ф. 33, оп. 686044, д. 3293, л. 15, 149, 150)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белов Василий Михайлович . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2011)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Раменский районында тыуғандар
- 5 ғинуарҙа тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- 15 апрелдә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Мәскәү өлкәһендә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- Совет-япон һуғышында ҡатнашыусылар