Эстәлеккә күсергә

Бикмөхәмәтова Ризәлә Миңнулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бикмөхәмәтова Ризәлә Миңнулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 май 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Ҡурған өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 сентябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө дирижёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия академияһы[d]
П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Ғилми исеме профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Бикмөхәмәтова Ризәлә Миңнулла ҡыҙы (рус. Бикмухаметова Ризаля Минулловна; 22 май 1933 йыл2 сентябрь 2021 йыл) — хор дирижёры, педагог. Профессор (1983). РСФСР‑ҙың (1983) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Бикмөхәмәтова Ризәләнең олатай-өләсәһен балалары менән заманында кулак тип Төмән өлкәһенә һөргәндәр. Һуңғараҡ Ризәләнең ата-әсәһе төйәк эҙләп Ҡурған өлкәһендәге Шумиха станцияһына килә. Ризәлә Миңнулла ҡыҙы шунда 1933 йылдың 22 майында тыуа. Атаһы Бикмөхәмәтов Миңнулла Ғәли улы хужалыҡтың төрлө өлкәләрендә эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында генерал М.М.Шайморатов етәкселегендәге данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышып, күп наградаларға эйә була. Әсәһе, Хәнифә Ғиләлетдин ҡыҙы — элекке уҡытыусы. Ул Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң, ғәрәп яҙмаһын уҡытыу өсөн Ҡурған өлкәһенә килә. Әммә һуғыш йылдарында уҡытыу эшен ҡалдырып, төрлө эштәрҙә эшләй. Ғаиләлә алты бала тәрбиәләнә. Уларҙың һәр береһе тейешле һөнәр ала, ә иң кесеһе, ҡустыһы Шәүҡәт Ризәлә апаһының юлынан китә. Ул Ризәлә Миңнулла ҡыҙының уҡыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө сәнғәт академияһы профессоры була[1].

Атай ҙа, әсәй ҙә икеһе лә бик яҡшы йырлайҙар, төрлө уйын ҡоралдарында уйнайҙар ине. Шуға күрә балалар ҙа мандолинала, скрипкала, баянда, гитарала уйнаны. Атайым бик яҡшы ҡурайсы булды, ә атайымдың олатаһы — земство табибы. Ул ваҡытта улар хәлле тип иҫәпләнгән, шуға күрә лә репрессияланғандар. Бала сағым һуғыш осорона тура килде. Хәтеремдә, шәхси фатирҙарҙа йәшәргә тура килде, йөк машинаһында Бәләбәйгә барып етеп, шунда йәшәргә ҡалдыҡ. Беҙ уҡыған мәктәптә ныҡ һыуыҡ ине. Дәфтәрҙәр булманы, китаптағы юлдар араһына яҙа инек. Мин музыкаль түңәрәктәргә йөрөй торғайным, бейеү менән мауыға инем, акробатика менән шөғөлләнә инем, — тип хәтерләй Ризәлә Миңнулла ҡыҙы[1]

1951 йылда — Бәләбәй педагогия училищеһын да, 1956 йылда — П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү ике тапҡыр Ленин орденлы дәүләт консерваторияһын да (доцент А.В. Бандина-Каневская һәм профессор В.Г. Соколов класы), 1969 йылда Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыкаль-педагогик институты аспирантураһын да (профессор А.А.Юрлов класы), 1981 йылда Марксизм-ленинизм университетын да ҡыҙыл дипломға тамамлай[2].

1957 йылдан алып Башҡорт филармонияһының Йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе һәм дирижёры. Уның менән бер нисә яңы программа әҙерләй һәм 200-ҙән ашыу концерт бирә, радиола башҡорт композиторҙарының яңы әҫәрҙәрен яҙҙыра.

19601974 йылдарҙаӨфө сәнғәт училищеһында уҡыта, хор менән дирижерлыҡ итеү бүлеге мөдире, хор класы етәксеһе. Хор Ленинградта Башҡорт сәнғәте һәм әҙәбиәте аҙналығында (1969 йыл) ҡатнаша. Училищела 25 урта белемле белгес әҙерләй. Башлыса уның тырышлығы менән 1960 йылдарҙа Өфөлә Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтының Уҡытыу-консультация пункты уңышлы эшләп килә, уның базаһында 1968 йылда дәүләт сәнғәт институты асыла[3][4]. Юғары белемле хор дирижёрҙарының 16 белгесен әҙерләй. Бикмөхәмәтова етәкселегендә Башҡорт йәштәре һәм студенттары хоры — Бөтә Рәсәй художество ижады смотры лауреаты, Мәскәү ҡалаһында Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙналығында (1961), Ленинград ҡалаһында БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (1969); ӨДСИ хоры — Бөтә Рәсәй вуздарының ғилми (ижади) йәмғиәттәре конкурсы лауреаты (1977)[4].

1969—2018 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында педагогик эшмәкәрлек алып бара. 1969 йылда музыка факультеты деканы булып эшләй. 1969—1991 һәм 20062012 йылдарҙа — Өфө дәүләт сәнғәт институтының хорҙа дирижёрлыҡ итеү кафедраһы мөдире. 1974 йылдан — доцент, 1983 йылдан — профессор. Дөйөм алғанда 27 йыл буйына З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының хорҙа дирижёрлыҡ итеү кафедраһын етәкләй[5].

1979 йылда Кремль Съездар һарайында Бөтә Рәсәй художество йәмғиәтенең 100 йыллығына арналған юбилей концертында Әбйәлил Мәҙәниәт һарайы хоры менән ҡатнаша.

Республика йыр байрамдарын (1976—1980), мөһим даталарға арналған фестивалдәрҙе һәм 60-тан ашыу тантаналы концерттарҙы (1962-1992) әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә Баш хормейстер сифатында ҡатнаша.

Рига ҡалаһында Бөтә Союз хор дирижёрҙары конкурсында жюри ағзаһы (1983 йыл), Бөтә Рәсәй хор дирижёрҙары конкурстары (Горький ҡалаһы, 1989 йыл), (Новосибирск ҡалаһы, 1990 йыл), Бөтә Рәсәй музыка конкурсының жюри ағзаһы (Мәскәү ҡалаһы, 2011 йыл). Хор сәнғәтен әүҙем пропагандалай, Ф.И. Шаляпин исемендәге залда «хор филармонияһы»ның концерт миҙгелдәрен ойоштора (1990—1991, 2011—2012 йй.)[2].

Бикмөхәмәтова Ризәлә Миңнулла ҡыҙы 2021 йылдың 2 сентябрендә 89-сы йәшендә Өфөлә вафат була. Ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнә[6].

Уҡыусылары араһында М.Ә.Әхмәтзарипов, Р.Р.Ҡудашев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Т.А.Кислицына, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Т.А.Андреева, Л.П.Амантаева, В.И.Тарасенков.

Ризали Миңнулла ҡыҙы етәкселегендә З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ассистентура-стажировкаһында Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Т.Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, проректор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының хорҙа дирижёрлыҡ итеү кафедраһы мөдире А.А.Хәсбиуллина, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстеры, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының хорҙа дирижёрлыҡ итеү кафедраһы доценты А.А. Алексеев уҡый[2].

Бер нисә баҫма һәм хоҡуҡлы мәҡәләләр авторы. Фәнни хеҙмәттәре хор дирижёрҙарының милли кадрҙарын әҙерләү һәм сәнғәт уҡыу йорттарында уҡыу процесын тиҙләтеү проблемаларына арналған. Дирижёрлыҡ итеү техникаһы буйынса методик тәҡдимдәр, педагогик әҙәбиәттең репертуар исемлектәре, башҡорт халыҡ йырҙарының үҙенсәлекле әҫәрҙәре һәм эшкәртмәләре йыйынтыҡтары, төрлө составтағы хорҙар өсөн хрестоматиялар әҙерләй[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Шул иҫәптән Киров районының 13-сө һәм 14-се саҡырылыш (1971, 1973 йылдар) һәм Өфө ҡалаһының 15-се, 16-сы (1975, 1977) саҡырылыш депутаты була. Халыҡ депутаттары Советы, мәҙәниәт буйынса даими депутат комиссияһы рәйесе[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Намыҫлы хеҙмәт өсөн» юбилей миҙалы (1970 йыл), «Хеҙмәт ветераны» (1996 йыл), «Социалистик ярыш еңеүсеһе» (1986 йыл) миҙалдары менән бүләкләнгән. БАССР Юғары Советы Президиумының (1976 йыл), Тыныслыҡ өсөн көрәш комитетының (1971 йыл), РСФСР-ҙың Мәҙәниәт министрлығының (1963 йыл), Башҡортостандың Мәҙәниәт һәм коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ министрлығының (2009 йыл), Башҡортостандың Мәғариф министрлығының (2009 йыл), Профсоюздарҙың өлкә комитеты Президиумының (1965, 1967, 1977, 1985 йылдар), Республика профсоюздар комитеты Президиумының (2009 йыл) Почёт грамоталары, А. Ракша исемендәге БПУ-ның (1999 йыл) Почётлы лауреаты дипломы менән билдәләнә.

Бөтә Рәсәй хор /музыкаль/ йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1983 йыл).

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исемдәренә, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалына лайыҡ була (2014 йыл)[7].

  • Коллегия авторов. «Уфимскому государственному институту искусств - 25 лет». — Уфа: «Принт», 1993 г.. — С. 154.