Эстәлеккә күсергә

Брюховский Михаил Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брюховский Михаил Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 22 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Большое Кабанье[d], Шадринск өйәҙе, Екатеринбург губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 17 декабрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Полетаево[d], Сосновка районы, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Совет Поляр түңәрәк аръяғын обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Михаил Николаевич Брюховский (22 декабрь 1920, Оло Ҡабан а., Екатеринбург губернияһы — 17 декабрь 1995, Полетаево, Силәбе өлкәһе) — Дан орденының тулы кавалеры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, кесе лейтенант. Һуғыштан һуң агроном булып эшләй.

Михаил Николаевич Брюховский 1920 йылдың 22 декабрендә Екатеринбург губернаһы Шадринск өйәҙе Кабаний улусы Кабаний ауыл советының Оло Ҡабан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, хәҙер ауыл Ҡурған өлкәһе Щадрин районы Батурин ауыл советына ҡарай.

1935 йылдан ВЛКСМ ағзаһы.

1940 йылда Төмән ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Омск өлкәһе Одесса районы Побочинский МТС-ында участка агрономы булып эшләй, бер генә сәсеү капанияһын үткәреп, 1940 йылдың 12 июнендә Ҡыҙыл армия сафтарына саҡырыла[1].

1941 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡара диңгеҙ флотының «Червона Украина» крейсерында торпедист булып хеҙмәт итә, яралана. Омск ҡалаһының 7525-се госпиталендә дауалана.

Ленинград, Волхов, Карел, Төньяҡ һәм 2-се Белорус фронттарында һуғыша. Дүрт тапҡыр яралана.

Хәрби хеҙмәтен Диңгеҙ пехотаһының 2-се айырым бригадаһында башлай, ошо часть составында Ораниенбауман плацдармындағы яуҙа, Ленинградты блокаданан азат итеүҙә ҡатнаша. Яраланып, госпиталгә эләгә, унан 65-се уҡсылар дивизияһының 23-сө айырым разведка ротаһына йүнәлтелә. Ошо дивизия, ә 1944 йылдың декабренән — 102-гвардия дивизияһы составында Еңеүгә тиклем хеҙмәт итә.

Новгород, Нарва, Псков ҡалаларын азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың июнь-сентябрендә дивизияһы составында Свирский-Петрозаводский һөжүм операцияһында ҡатнаша, сентябрь-октябрҙә Совет Заполярьеһын, Төньяҡ Норвегияны азат итә

1944 йылдың 25 октябренә ҡарай төндә беренсе статья старшинаһы Брюховский етәкселегендәге разведка төркөмө Бьерневанд станцияһындағы дошман гарнизонын тар-мар итә. Был алышта разведчиктар ике йөҙгә яҡын дошман һалдатын юҡ итә, өҫтәүенә бай ғына трофейҙы ҡулға төшөрә: 7 паровоз, 40 вагон һәм 5 боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек складын, яғыулыҡ тейәгән 18 автомашина, өҫтәүенә Норвегияның 4500 кешеһе азат ителә.

65-се гвардия уҡсылар дивизияһының 1944 йылдың 6 ноябрендәге приказы менән яуҙарҙа күрһәткән батырлығы өсөн старшина Михаил Николаевич Брюховский 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә

1944 йылдың аҙағында, һуғыш хәрәкәттәре төньяҡта тамамланғандан һуң 102-се гвардия дивизияһы 2-се Белорус фронтыныңы 19-сы армияһы составына индерелә. Гвардия старшинаһы Брюховский 107-се айырым разведка ротаһы составында Польшаны азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша.

1945 йылдың 24-27 февралендә Польша территорияһында барған алыштарҙа, разведка төркөмөнә командалыҡ итеп, 316-сы гвардия уҡсылар полкы алдынан бара, Шлохау тораҡ пункты районында 30 километр арауыҡта дивизияның һул флангыһын дошмандың көтөлмәгән контратакаһынан һаҡлап тора. Өҫтәүенә разведчиктар ике әсирҙе ҡулға ала. Дошман тылында юлдар буйынса хәрәкәтте контролдә тотоп, радио аша дивизия штабына раведмәғлүмәттәрҙе еткереп тора. Разведчиктар төркөмө һығышып 3 тораҡ пунктын азат итә, яу барышында 30 дошман һалдаты юҡ ителә.

19-сы армияның 1945 йылдың 27 мартындағы приказы менән яуҙарҙа күрһәткән батырлығы өсөн старшина 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 29 мартында беренсе статья гвардия старшинаһы Брюховский, Айхенберг тигән тораҡ пункты янында разведчиктары менән хәрби тәртип менән барған һөжүм итеүсе подразделениелар алдынан барып, дошман траншеяһына бәреп инә, 20 дошман һалдатын юҡ итә, 6 орудияны ҡулға төшөрә, шәхсән үҙе ике әсирҙе ҡулға ала.

4 апрелдә разведтөркөм менән Гдыня ҡалаһынан 9 километр төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан Коссакау тораҡ пунктын баҫып ала, дошмандың бик күп һалдатын, офицерҙы юҡ итә. Брюховскийҙың һуңғы алышы Германияның Рюген утрауында үтә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән 107-се айырым айырым гвардия разведка ротаһының разведка взводы командиры вазифаһында 1-се статья гвардия старшинаһы Брюховский Михаил Николаевич немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. Дан орденының тулы кавалеры була.

Һуғыштан һуң армияла хеҙмәтен дауам итә, офицер була. 1946 йылда кесе лейтенант Брюховский демобилизациялана.

Силәбе өлкәһе Сосновский районының Полетаево ҡасабаһында йәшәүсе .

1947—1948 йылдарҙа — Силәбе ауыл хужалығы идаралығының участка агрономы, өлкән агрономы

1948—1957 йылдарҙа — Силәбе ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы

1958—1968 йылдарҙа — Полетаевский МТС-ында, һуңынан Полетаевский совхозында баш агроном

1963 йылдан КПСС ағзаһы.

1968—1981 йылдарҙа — Полетаевский совхоздың эшселәр комитеты рәйесе

Михаил Николаевич Брюховский 1995 йылдың 17 декабрендәСиләбе өлкәһе Сосновский районының Полетаево ҡасабаһында вафат була.

  • Ҡатыны — Валентина Андреевна[9]
  • Ҡыҙы — Людмила Михайловна
  • Улы — Леонид Михайлович
  1. Портал Правительства Омской области. БРЮХОВСКИЙ Михаил Николаевич.(недоступная ссылка)
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. В Сосновском районе прошел День Героев Отечества 06.12.2013 2015 йыл 28 ғинуар архивланған.
  • Золотое созвездие Зауралья. Кн. 3, Курган, Парусма, 2003
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Ушаков А. П. Во имя Родины Юж. Урал. кн. издво, 2004

Михаил Николаевич Брюховский. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 22 август 2014.