Бөрө епархияһы
Бөрө епархияһы | |
Урыҫ православие сиркәүе | |
| |
Общие сведения | |
---|---|
Ил | |
Митрополия | |
Епархия үҙәге | |
Нигеҙләнгән | |
Тарҡатылған | |
Управление | |
Идара итеүсе архиерей |
Епископ Бөрө һәм Белорет Спиридон (Морозов) (с 2018 йылдың 2 декабрь) |
Бөрө епархияһы (рус. Бирская епархия) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Бөрйән, Йылайыр, Иглин, Ҡариҙел, Мишкә, Нуриман, Учалы, Хәйбулла райондары административ сиктәрендә ойошторолған Урыҫ православие сиркәүенең епархияһы. Башҡортостан митрополияһы составына инә[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1922 йылдың ноябрендә епископ Андрей (Ухтомский) митрополит Агафангелдың (Преображенский) 1922 йылдың 18 июнендәге мөрәжәғәтнамәһенә таянып, Өфө епархияһының ваҡытлы автономияһын иғлан ҡылған һәм уның менән үҙидара итеү өсөн айырым өлөштәре менән викар епископтарға бер нисә хиротонийҙар башҡарған (шул иҫәптән Трофимды (Якобчук) Бөрө епископы итеп ҡуйған), артабан Мәскәү һәм бөтә Рәсәй Патриархы Тихон быны раҫлай[2].
1932 йылдан һуң кафедра алмашынмай. Бөрө епископы титулын шулай уҡ епископ Вениамин (Троицк) йөрөткән, ул митрополит Сергий (Страгородский) менән аралашыуҙан ситтә торған.
Викариатлыҡ 2011 йылдың 27 июлендә Изге Синод ҡарарына ярашлы тергеҙелә[3]. 2012 йылдың 16 мартынан һуң алмашынмай.
2017 йылдың 29 июлендә Нефтекама, Салауат һәм Өфө епархияларынан бүленеп сыға һәм үҙаллы епархия булараҡ тергеҙелә. Башҡортостан митрополияһына индерелә[4].
Архиерейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфө епархияһының Бөрө викариатлығы
- Трофим (Якобчук) (17 ноябрь 1922—1923 йылдың 11 авгусы)
- Серафим (Трофимов) (1926 1 июнь — декабрь 1928)
- Николай (Субботин) (27 сентябрь 2011 — 2012 йылдың 16 марты)
- Бөрө епархияһы
- Никон (Васюков) (29 июль 2017 — 21 август 2017) (в/у)
- Илия (Казанцев) (21 август 2017 — 5 июль 2018)
- Никон (Васюков) (9 июляь 2018 — 2 декабрь 2018) (в/у)
- Спиридон (Морозов) ( 2 декабрҙән 2018)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.pravmir.ru/svyashhennyiy-sinod-obrazoval-birskuyu-eparhiyu-v-bashkortostane/
- ↑ Бирское викариатство // Православная энциклопедия. Том V. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2002. — С. 225. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 5-89572-010-2
- ↑ Избраны викарные архиереи Тверской, Уфимской и Воронежской епархий
- ↑ http://www.patriarchia.ru/db/text/4971905.html