Вадуд Әминә
Вадуд Әминә | |
Зат | небинарный гендер[d][1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Америка Ҡушма Штаттары Малайзия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ингл. Mary Teasley |
Тыуған көнө | 25 сентябрь 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Бетесда[d], Монтгомери[d], Мэриленд[d], Америка Ҡушма Штаттары[2] |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, исламовед, борец за права женщин |
Эшмәкәрлек төрө | исламский феминизм[d], теология, фәлсәфә, межрелигиозный диалог[d] һәм Ислам ғилеме |
Эш урыны |
Международный исламский университет в Малайзии[d] Университет Содружества Виргинии[d] Университет «Гаджа Мада»[d] |
Уҡыу йорто |
Ҡаһирә университеты Мичиган университеты[d] Пенсильванский университет[d] Американский университет в Каире[d] Әл-Әзһәр университеты |
Сәнғәт йүнәлеше | чёрный феминизм[d] |
Вадуд Әминә Викимилектә |
Әминә Вадуд (рус. Вадуд Амина; 25 сентябрь 1952; ингл. Amina Wadud; исламды ҡабул иткәнгә тиклем Мэри Тизли, Mary Teasley) — Америка Ҡушма Штаттары тарихында мосолман дини тантаналарын үткәреүсе беренсе ҡатын-ҡыҙ имам, гендер тикшеренеүҙәре өлкәһендә белгес, ислам белгесе, ислам феминизмы вәкиле. Виргиния университетының ислам ғилемен өйрәнеүсе профессор (1988).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бербер-ғәрәп һәм Африка сығышлы рухани-методист ғаиләһендә тыуған. Үҙ әйтеүенсә, бала сағынан уҡ раса дискриминацияһынан яфаланған. 1972 йылда Пенсильвания университетында педагогика буйынса бакалаврҙа уҡығанда Әминә исемен алып ислам динен ҡабул итә. Мичиган университетында «Яҡын көнсығыш тикшеренеүҙәре» белгесе буйынса магистратура тамамлай, 1988 йылда шунда уҡ ислам ғилеме һәм ғәрәп теле буйынса философия докторы дәрәжәһен ала.[3]
Вадуд 1970-се йылдар башында ғәрәп телен өйрәнә башлай, һуңынан күпмелер ваҡыт Ливияла йәшәй, үҙе әйтеүенсә, унда йәшәгән халыҡ телдә яҡшы һөйләшергә өйрәнә. Шәхси ислам мәктәптәрендә уҡытыу практикаһы ла быға булышлыҡ итә. Докторантура ваҡытында Мысырға китә, унда Ҡаһирәләге Америка университетында ғәрәп теле буйынса алдынғы курсты, Ҡаһирә университетында — Ҡөрьән һәм тәфсирҙы өйрәнеү, Әл-Әзһарҙә философия курстарын тамамлай.[4]
Уҡыуын тамамлағандан һуң Малайзияла Халыҡ-ара ислам университетында 1992 йылға тиклем уҡыта. Шунда уҡ «Исламда апалы-һеңлеле» («Сёстры в исламе») ойошмаһына ҡушыла, унда Куала-Лумпурҙа китап клубы ойоштора, ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә, үҙенең интерпретация алымдарын ҡулланып, Ҡөрьән уҡый. Ошо уҡыуҙар һөҙөмтәһендә бер нисә эссе баҫылып сыға, мәҫәлән, «Мосолман иренә ҡатынын туҡмау рөхсәт ителәме?» һәм «Ислам һәм күп ҡатынлылыҡ» тигән очерктар баҫылып сыға, улар ислам йәмғиәтендә һәм ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың статусын шик аҫтына ала.[3]
2009 йылда «Исламда апай-һеңлеләр» («Сёстры в исламе») MUSAWAH хәрәкәтен ойошторалар, уның консультанты — Вадуд Әминә. 1992—2008 йылдарҙа Вирджиния Короллеге университетының философия һәм дин ғилеме факультетындағы адъюнкт-профессоры, 2008 йылдан Индонезиялағы Гаджа Мада университетының Дини һәм мәҙәни-ара тикшеренеүҙәр үҙәгендә саҡырылған профессор.
Вадуд тарихта беренсе ҡатын-ҡыҙ имам була; 2005 йылдың 18 мартында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн берлектә беренсе йома намаҙын уҡый. Тантана Нью-Йоркта Изге Иоанн Богословтың епископия сиркәүендә үткәрелә.
Был ваҡиға Америка һәм халыҡ-ара матбуғатта киң таралыу ала һәм мосолмандар берләшмәһендә күп һанлы ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Дин әһелдәре, мәҫәлән, шәйех Йософ әл-Кардави, ҡатын-ҡыҙҙарға ғибәҙәт ҡылыуҙы тыйған һәм Вадуд коллектив ғибәҙәттә ҡатнашҡан ир-егеттәрҙе ғәйепләгән фәтүәләр сығара. Улар үҙ ҡараштарын мәҡәләләрҙә һәм комментарийҙарҙа белдерә, мәҫәлән: Йософ әл-Кардави — « Ҡатын-ҡыҙҙарының ҡатнаш йома намаҙын үткәреүе тураһында»; шәйех Мөхәммәт Хөсәйен Пирзада — «Ҡатын-ҡыҙ имам була аламы?»; шәйех Хәмзә Йософ — «Йәмәғәт намаҙҙарын һөйләүсе ҡатын-ҡыҙҙар, ибн Таймия» («Женщины, проводящие коллективные молитвы, и ибн Таймия»). Әммә әл-Кардави һәм шәйех Абу әл-Фадль ҡатын-ҡыҙҙарға ғибәҙәт ҡылыу хоҡуғын таный, шул уҡ ваҡытта әл-Фадль әйтеүенсә, әгәр ғибәҙәттә ир-егеттәр ҡатнашһа, улар имам-ҡатын-ҡыҙҙың артындв түгел, ә уның эргәһендә торорға тейеш. Вадудтың ислам имамы ролен Прогрессив мосолман союзы, «Мосолман, уян!» (англ. the Progressive Muslim Union) кеүек Америка ислам берләшмәләре хуплай.[4]
2005 йылда Әминә Вадуд Барселонала Халыҡ-ара ислам феминизмы конгресында сығыш яһай һәм 30 кешенән торған йәмғиәт имамы вазифаһын биләргә тәҡдим ала. 2013 йылда Һиндостанда планлаштырылған «Гендер һәм исламдағы реформалар» лекцияһы рәсми кешеләрҙең мосолман активистары яғынан хоҡуҡ тәртибе менән проблемалар булыуы тураһында белдереүе арҡаһында өҙөлә. 2017 йылда дини гомофобия менән көрәшеүсе һәм гендер тигеҙлеге яҡлы дин әһелдәренә ярҙам итеүсе, мосолман ойошмаларына, бигерәк тә Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, ярҙам эҙләгән «Аркус» (Arcus Foundation) фонды грантын ала.[3]
Фәнни тикшеренеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грант сиктәрендә Вадуд «Старр Кинг» мәктәбендә өс йыллыҡ проектҡа етәкселек итә. Уның маҡсаты — ислам беренсе сығанаҡтары: енси ориентация һәм гендер оҡшашлыҡ, гомосексуализм мәсьәләләре буйынса консерватив интерпретациялары һәм дискриминация тәжрибәләре араһында бәйләнеш барлығын иҫбатлаусы ислам текстарына аңлатма төҙөү. Бер нисә китап һәм күп һанлы баҫмалар авторы. Феминистик экзегизаны, герменевтик ҡарашты пропагандалауы менән билдәле, автор ғәҙеллек һәм енес төшөнсәләренә ҡағылышлы Ҡөрьән терминдарын аңлата.[4]
Ике төп монографияһы Ҡөрьәндә гендер тигеҙлегенә бағышланған: «Ҡөрьән һәм ҡатын-ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән Изге текстҡа ҡараш» (1999) һәм «Гендерлы джиһад эсендә: Исламда реформа» (2006). «Ҡөрьән һәм ҡатын-ҡыҙ» итальян, ғәрәп, испан, фарсы, төрөк һәм индонезия телдәренә тәржемә ителгән. Вадуд Әминә традицион мосолман йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәле һәм статусы Ҡөрьән яҙмаһы тексы менән бәйле түгел, уны боҙоп аңлатыу һөҙөмтәһе булып тора, тип иҫәпләй: Ҡөрьән мәғәнәһен аңлау аныҡ йәмғиәткә бәйләнгән. Шул сәбәпле уның ысын мәғәнәһен тергеҙергә кәрәк. Бының өсөн автор тәфсирҙәрҙең традицион методологияһын тәнҡитләй. Вадуд тәҡдим ителгән герменевтик алымға таянып, ҡатын-ҡыҙҙарға имам йәки дин етәксеһе булыуҙы тыймай, тигән һығымта яһай. Вадуд ислам феминизмының иң билдәле вәкилдәренең береһе һанала: йыш ҡына лекциялар менән сығыш яһай һәм киң мәғлүмәт сараларына интервью бирә. 2007 йылда уның хаҡында «Әминә Вадудтың мәрхәмәтле көрәше» (режиссеры Э. Сафари) документаль фильмы төшөрөлә. Уның эштәре гендер һәм ислам өлкәһендәге белгестәрҙең үҙ аллы тикшеренеүҙәре өсөн предмет булып тора.[3]
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәмәғәт киңлегендә Вадуд үҙен ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар гендеры комбинацияһы (небинарной гендерной идентичности) булған гендер оҡшашлығын йөрөтөүсе итеп билдәләй. Биш балаһы һәм өс ейәне бар; Оаклендта (Калифорния штаты) йәшәй.[3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ твит — 2006.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #142916072 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — DNB, 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Сафонова Н. В. Вадуд Амина . Большая российская энциклопедия (19 апрель 2023). Дата обращения: 26 февраль 2024.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Д.В. Мухетдинов. Исламская феминисткая экзегеза Амины Вадуд . Дата обращения: 26 февраль 2024.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Амина Вадуд (ингл.). gariwo.net. Дата обращения: 22 декабрь 2010. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- Профессор Амина Вадуд: За прогресс в исламе (ингл.). thejakartapost.com. Дата обращения: 22 декабрь 2010. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- US academic first woman to lead Muslim prayers in UK ( Женщина-академик из США, первая проводит молитвы мусульман в Великобритании) (ингл.). guardian.co.uk. Дата обращения: 22 декабрь 2010. Архивировано 14 февраль 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сафонова Н. В. Вадуд Амина . Большая российская энциклопедия (19 апрель 2023). Дата обращения: 26 февраль 2024.
- Д.В. Мухетдинов. Исламская феминисткая экзегеза Амины Вадуд . Дата обращения: 26 февраль 2024.
- 25 сентябрҙә тыуғандар
- 1952 йылда тыуғандар
- АҠШ-та тыуғандар
- Әл-Әзһәр университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Имамдар
- Һөнәрендә тәүге ҡатын-ҡыҙ
- Ислам феминизмы эшмәкәрҙәре
- Ислам дине белгестәре
- Гендер социологтары
- Проект:Халыҡ мәҙәниәте һәм ҡатын-ҡыҙ 2024