Эстәлеккә күсергә

Васильев Василий Семёнович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Васильев Василий Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Ҡуян, Күтәрем улусы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 9 август 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Вафат булған урыны Вилкавишкис[d], Литва
Ерләнгән урыны Вилкавишкис[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Васильев Василий Семёнович (1912 —1944) — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы лейтенанты, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы (1945).

Василий Васильев 1912 йылда Ҡуян ауылында (хәҙер — Башҡортостандың Ҡалтасы районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.  Мәктәптә биш синыф тамамлаған. 1941 йылдың сентябрь айында  Пермь өлкәһенең Каганович район хәрби комиссариаты тарафынан эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылда Васильев  кесе лейтенанттар курсын тамамлай. 1942 йылдың авгусынан  Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1944 йылдың  авгусына лейтенант Васильев Василий 3-сө Белорус фронтында 33-сө армияның  43-сө айырым истребитель- танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһы 1964-се истребитель- танкыға ҡаршы полктың 3-сө батареяһы менән командалыҡ итә.  Литва ССР-ын азат иткәндә батырлыҡ күрһәтә[1]

1944 йылдың 9 авгусында Васильев батареяһы 50 танк ярҙамында Вилкавишкис ҡалаһына үтеп ингән немец пехотаһы атакаһын кире ҡағырға  хәрби бурыс ала.  Һуғыш ваҡытында батарея дошмандың 8 танк,  2 САУ «Фердинанд», 2 БТР-ын юҡ итә.  Орудиелар сафтан сыҡҡас, Васильев ут позициялары оборонаһын гранаталар һәм  атыу ҡоралы ярҙамында ойоштора. Алышта Васильев шәхсән үҙе БТР-ҙы,  шулай уҡ бер нисә дошман һалдатын юҡ итә. Был һуғышта Васильев һәләк була.  Вилкавишкис ҡалаһында ерләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының   1945 йылдың 24 мартындағы  указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән  һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» лейтенант Васильев Василий үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була[2].

Васильев  В. С .  хөрмәтенә Вилкавишкис ҡалаһында урам һәм бер урта мәктәптең комсомол ойошмаһы, Пермь ҡалаһында урам аталған

  1. Васильев Василий Семёнович. «Герои страны» сайты.
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 23/8, л. 24, 220, 221)
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1992, л. 8, 28, 29)
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3062, л. 1, 9, 10)
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 400, л. 1, 8)