Үрге Ильяс
| Ауыл | |
| Үрге Ильяс | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Координаталар | |
| Милли состав | |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
56 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
|
| |
Үрге Ильяс (рус. Верхнеильясово; икенсе атамаһы Тәңес[1][2]) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл[3]. Плешаново ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге Ильяс[4] — ҡара табын башҡорттарының ауылы. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев фекеренсә , XIX быуат аҙағында Ильяс (Урта Ильяс) ауылы кешеләре Үрге Ильяс һәм Түбәнге Ильяс ауылдарына нигеҙ һала[5]. Үрге Ильяс рус телендәге исеме Верхнеильясово тигәндән тәржемә ителеп алынған, ә асылда башҡорт халыҡ телендә ул элекке исеме менән йөрөтөлә — Тәңес ауылы. Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Ауыл Өс ҡайын йылғаһы буйында ултыра. Уның ауылдан 2 км ситтәрәк булған инешен халыҡ Таиба ҡойоһо тип йөрөтә. Ҡасандыр ауылда йәшәгән Таиба исемле әбей ошо шишмәгә һыуға йөрөргә яратҡан тиҙәр.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| 1920[5] |
|---|
| 435 |
| Халыҡ иҫәбе |
|---|
| 2010[6] |
| 289 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (92 %) йәшәй[7].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы (1888—1966), драматург, шағир, сәсән, фольклорсы.
- Буранғолов Мәжит Фазлый улы (1904—1943), яҙыусы, фольклорсы, йырсы.
- Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы (9.09.1956), ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты, доцент.
- Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы (7.11.1948—5.02.2021), театр һәм кино артисы. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ырымбур башҡорттарының «Ялҡын» милли — мәҙәни түңәрәге 2020 йыл 13 ноябрь архивланған.
- ↑ Ырымбур өлкәһендә халыҡ сәсәненә иҫтәлекле стела асылды
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — КРАСНОГВАРДЕЙСКИЙ РАЙОНЫ (Ырымбур өлкәһе)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ырымбур башҡорттары
- 1 2 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 177—178, 194. — 616 с.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ырымбур башҡорттары
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үрге Ильяс // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2021)