Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Архив/2021
Уҡыу көйләүҙәре
13 апрель
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 1930 йылдың 18 апрелендә Би-би-си радиоһы дикторы «Бөгөн һөйләрлек яңылыҡтар бөтөнләй юҡ» тигән белдереү яһай. Яңылыҡтар урынына радионан көнө буйы фортепиано музыкаһы тапшырыла.
- 364 миллион йыл элек, девон осоронда, диңгеҙҙәге төрҙәрҙең 50 % юҡҡа сыға.
- Бөгөнгө көндә ҡайһы бер ғалимдар венгрҙарҙы Волганан көнсығыштағы Көньяҡ Урал далаларын һәм Тарихи Башҡортостан биләмәләрен төбәк иткән төрки һәм уғыр ҡәбиләләренең союзы тип иҫәпләй.
- Эмпайр-стейт-билдинг бинаһы бейеклеге буйынса Ҡушма Штаттарҙа дүртенсе урында тора.
- Боронғо грек мифологияһындағы батша улы Ясон алтын тире эҙләп сәйәхәт иткән ваҡытта тик ҡатын-ҡыҙҙар хакимлек иткән Лемнос утрауына юлыға.
- 18 апрелдә күренекле башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтый тыуыуына 120 йәш тула.
1 июль
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында командованиеның оператив бойороҡтары асыҡ эфир аша башҡорт телендә лә бирелгән, был дошмандар араһында ошо телде белеүселәр булмауы менән аңлатылған.
- Күмертау авиация етештереү предприятиеһы — донъяла күсәрле системалы күтәргес винтлы вертолёттар етештереүсе берҙән-бер предприятие.
- XIX быуат уртаһында башҡорттарҙа сәй эсеү йолаһы таралыу алған. Сауҙагәрҙәр сәйҙе Ҡытайҙан алып килгәнгә күрә, уның хаҡы юғары булған.
- Учалы районының Сораман ауылында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр диңгеҙ мәсете асыла.
- «Янғантау» шифаханаһында дауалау маҡсаттарында Ҡорғаҙаҡ шишмәһенең даими температураһы +16 °С булған аҙ минералләшкән гидрокарбонатлы-кальцийлы-магнийлы һыуы һәм Ҡырымдан килтерелгән Саки ләме ҡулланыла.
- Башҡортостанда Мәскәү, Париж, Бохара, Урыҫ Швейцарияһы, Венеция исемле ауылдар бар.
- 1980 йылда Өфөлә миллионынсы кеше донъяға килә.
- 2014 йылда «Пегас» йондоҙлоғоноң бер йондоҙона «Урал батыр» исеме бирелгән.