Эстәлеккә күсергә

Ворожейкин Григорий Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ворожейкин Григорий Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған урыны Березники[d], Пермь өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 30 ғинуар 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Маршал ВВС[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Суворова I степени орден Суворова II степени «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Будапештты алған өсөн» миҙалы «Венаны алған өсөн» миҙалы «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы «Белградты азат иткән өсөн» миҙалы

Ворожейкин Григорий Алексеевич (16 март 1895 йыл — 30 ғинуар 1974 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, авиация маршалы (1944).

Григорий Алексеевич Ворожейкин 1895 йылдың 16 мартында Смоленск губернаһы Березники ауылында тыуа[2]. Крәҫтиән сығышлы. Гимназияның 4 класын эсктерн тамамлай. 1914 йылда башланған Беренсе донъя һуғышында Рус император армияһына саҡырыла. 1915 йылда Псков прапорщиктар мәктәбен тамамлай. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Батша армияһындағы һуңғы дәрәжәһе — штабс-капитан.

Граждандар һуғышында Ҡыҙыл Армияла батальон командиры, бригада штабы начальнигы, уҡсылар полкы командиры була. Көньяҡ һәм Көнбайыш фронттарҙа һуғыша.

Һуғыштан һуң хеҙмәтен уҡсылар частарында дауам итә. 1924 йылда III Коминтерн исемендәге Уҡсылар-тактика мәктәбен тамамлай. 1927 йылда ВКП(б)-ға инә. 1930 йылда комсоставты камиллаштырыуҙың тактик курстарын үтә. 1931—1932 йылдарҙа 16-сы уҡсылар дивизияһы командиры була. 1932 йылда Хәрби-Һауа көстәренә күсерелеә һәм Хәрби-Һауа академияһына уҡырға ебәрелә. Уҡыуын тамамлағандан һуң 1934 йылда РККА-ның Хәрби-һауа көстәре начальнигы ярҙамсыһы була. 1936 йылда махсус тәғәйенләнештәге авиация бригадаһының командиры һәм комиссары, шул уҡ йылдың сентябрендә — Махсус Ҡыҙыл Байраҡлы Алыҫ көнсығыш Хәрби-Һауа көстәре начальнигының хәрби әҙерлек буйынса ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

1938 йылда Хабаровскиҙа ОКДВА-ның Махсус бүлеге тарафынан ҡулға алына. Яҡынса тикшереҙәрү ткәрелгәндә ике йыл тиерлек тотҡонда була, туҡмалыуға һәм «интенсив һорау алыуҙарға» дусар ителә, хәрби-троцкистский заговорҙа ҡатнашыуын таный, һуңынан унан баш тарта. 1938 йылдың июлендә ҡулға алыныу сәбәпле РККА-нан сығарыла. 1940 йылдың 21 апрелендә енәйәте раҫланмағанлыҡтан, азат ителә.

  1. Grigory Alekseyevich Vorozheikin // TracesOfWar
  2. Ныне — Нелидовский район, Тверская область.