Эстәлеккә күсергә

Воронов Анатолий Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Воронов Анатолий Георгиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 17 сентябрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 май 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Хәләл ефете Мария Александровна Генкель[d]
Балалары Георгий Анатольевич Воронов[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө эколог, географ, геоботаник
Эшмәкәрлек төрө геоботаника, экология һәм медицинская география[d]
Эш урыны Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты
Пермь дәүләт педагогия университеты
МДУ-ның география факультеты[d]
Естественнонаучный институт Пермского университета[d]
Уҡыу йорто Зоологический институт РАН[d]
МДУ-ның биология факультеты[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Уҡыусылар Второв, Петр Петрович[d] һәм Николай Николаевич Дроздов
Әүҙемлек урыны Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Анатолий Георгиевич Воронов (17 сентябрь 1911 йыл, Санкт-Петербург — 1 май 1995 йыл, Мәскәү) — ғалим-геоботаник, эколог, биогеограф, медицина географы. 1937—1944 йылдарҙа Пермь педагогия институтының география факультеты деканы, 1946—1951 йылдарҙа «Урал алды» ҡурсаулығы директоры, 1953—1988 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты география факультетының биогеография кафедраһы мөдире (1953—1988). Биология фәндәре докторы, профессор.

Авторҙар коллективы составында Куба Милли атласын төҙөүҙә ҡатнашҡаны өсөн СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1973)[1]. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982)[1]. Эколог Г. А. Вороновтың атаһы.

1933 йылда Мәскәү дәүләт университетының биология факультетын тамамлай

1934— 1937 йылдарҙа — Мәскәү университетының ботаника ғилми-тикшеренеү институты аспиранты. 1937—1944 йылдарҙа — өлкән уҡытыусы, доцент, Пермь педагогия институтының география факультеты деканы.

1944—1947 йылдарҙа — ССР ФА Зоология институтының (Ленинград) докторанты.

1946 йылдан алып 1951 йылға тиклем — Пермь дәүләт университеты ҡарамағындағы Тәбиғи фәндәр инситутының өлкән ғилми хеҙмәткәре, «Урал алды» ҡурсаулығы директоры.

1951 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының география факультеты профессоры, 1953 йылдан — биогеография кафедраһы мөдире. В.В. Алехин һәм А. Н. Формозовтың уҡыусыһы. 1988—1994 йылдарҙа — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының биогеография кафедраһы профессоры.

А. Г. Воронов — методология һәм биогеография уҡытыу өлкәһендә белгес, биогеографияла географик йүнәлеш яҡлы. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бәйләнешен, был мөнәсәбәттәрҙең зона үҙенсәлектәрен өйрәнә[2].

Мәскәү университетында уның тарафынан «Биогеография», «Геоботаника», «Медицинская география» кеүек фундаменталь курстар ойошторола һәм уҡыла. Тәбиғәтте һынаусылар Мәскәү йәмғиәтенең вице-президенты, Бөтә Союз география ойошмаһының Мәскәү филиалы рәйесе урынбаҫары, СССР ФА хайуандар донъяһын реконструкциялау, һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса Совет президиумы ағзаһы булып тора. СССР география йәмғиәтенең Мәскәү филиалы медицина географияһы комиссияһында тора.

1958—1959 йылдарҙа Куньмин университетында уҡыта (Юньнань провинцияһы, ҠХР).

1972 һәм 1967 йылдарҙа Кубала эшләй.

1971, 1976—1977 һәм 1980 йылдарҙа Пацификаның Көньяҡ-Көнсығыш утрауҙарын тикшерә («Калисто» рейстары).

Биогеография буйынса дәреслектәр (1963, 1985), биш йөҙгә яҡын фәнни эштәр авторы[1].

  • Воронов А. Г. Биогеография (с элементами биологии). — М.: Изд-во МГУ, 1963
  • Воронов А. Г. Изучение биоценотических связей — одна из задач современной биогеографии. // Вопросы географии. 1966. — Сб. 69. — С. 3—10.
  • Воронов А. Г. Некоторые направления развития современной биогеографии // Современные проблемы зоогеографии / Под ред. А. Г. Воронова, Н. Н. Дроздова. — М.: Наука, 1980. — С. 6—20.
  • Воронов А. Г. Медицинская география. Т. 1. Общие вопросы. М.: МГУ, 1981.
  • Воронов А. Г. Место биогеографии в системе наук и её будущее // Теоретические и прикладные аспекты биогеографии / Под ред. Н. Н. Дроздова и др. — М.: Наука, 1982. —С. 4—10.
  • Воронов А. Г. Корни и ветви биогеографии // Современные проблемы биогеографии / Под ред. Н. Н. Дроздова, Е. Г. Мяло. — М.: Изд-во МГУ, 1982. — С. 19—40.
  • Воронов А. Г., Дроздов Н. Н., Мяло Е. Г. Биогеография мира. — М.: Высшая школа, 1985.
  • Воронов А. Г. Геоботаника: Учеб. пособие для ун-тов и пед. ин-тов. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Высшая школа, 1973. — 384 с. — 18 000 экз.
  1. 1,0 1,1 1,2 Малхазова С. М. Воронов А. Г. О факультете. МГУ имени М.В.Ломоносова, Географический факультет (2008). Дата обращения: 13 сентябрь 2011.
  2. Воронов. Библиотека по географии. GeoMan.ru. Дата обращения: 13 сентябрь 2011.
  • Современные проблемы биогеографии: Сборник статей к 70-летию со дня рождения А. Г. Воронова / Под ред. Н. Н. Дроздова, Е. Г. Мяло. — М.: Изд-во МГУ, 1982.
  • Воронов Г. А. Воронов Анатолий Георгиевич // Профессора Пермского государственного университета (1916—2001). — Пермь: Изд-во Перм. ун-та, 2001. — С. 31. — 280 с. — 3000 экз. — ISBN 5-8241-0252-X.