Выгодский Марк Яковлевич
Выгодский Марк Яковлевич (2 октябрь 1898 йыл, Минск — 26 сентябрь 1965 йыл, Пятигорск) — СССР математигы, физика-математика фәндәре докторы (1938), М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты (1931—1948) һәм Тула дәүләт педагогия университеты (ул ваҡытта Тула педагогия институты) (1952) профессоры. Математика буйынса бер нисә дәреслек һәм белешмә авторы, совет тарих-математика мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Йоһанн, Монжа, Эйлер хеҙмәттәрен тәржемәләүсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инженер-химик Яков Ильич Выгодский ғаиләһендә тыуған. Баҡы ҡалаһында гимназияны тамамлай (1916), унда ғаилә атаһының эш урыны буйынса йәшәй. Шул уҡ йылда Дондағы Ростовта эвакуацияла урынлашҡан Варшава университетына уҡырға инә.
Революция хәрәкәтендә (большевиктар), Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша.
Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлай (1923). Аспирантураға уҡырға инә, фәнни етәксеһе Отто Юлиевич Шмидт.
Мәскәү университетында уҡыта (1948 йылға тиклем), С. А. Яновский менән бергә математика тарихы буйынса семинарға нигеҙ һала (1933).
Мәскәү дәүләт университетының механика һәм математика ғилми-тикшеренеү институтын етәкләй, "Математический сборник"тың бер нисә сығарылышының баш мөхәррире.
Галилейға арналған хеҙмәтенә Ватиканда иғтибар итәләр һәм юғары баһалайҙар (1934), СССР-ҙа был партиянан сығарыуға сәбәпсе була (1935).
1938 йылда «Математика древних вавилонян» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1930-сы йылдар аҙағынан 1941 йылға тиклем Д. И. Менделеев исемендәге Мәскәү химия-технология институтының юғары математика кафедраһында уҡыта. Коканд ҡалаһына эвакуацияла МХТИ составында булмай.
1952—1960 йылдарҙа — Тула педагогия институты профессоры, 1963 йылдан — Тула тау институты профессор-консультанты.
Мәскәүҙә 4-се Сыромятники тыҡрығында № 3/5 йортта йәшәй.
Пятигорск ҡалаһында ял ваҡытында вафат була. М. Я. Выгодскийҙың көлө Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында, математиктың уҡыусыһы А. В. Бочарникованың туғаны А. И. Казаков участкаһында ерләнгән. Һәйкәлдә Марк Яковлевич йыш ҡабатлаған һүҙҙәр яҙылған: «Минең уҡыусыларымдың уйлаған нәмәһе тураһында уйламаҫҡа булдыра алмайым»[7].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Выгодская Татьяна Алексеевна (1900—1980), Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Ҡыҙы — Елена Марковна (1996 йылда вафат була), Яңы-Дон зыяратында ерләнгән.
Ейәнсәре — Ольга Дмитиевна Выгодская, немец теленән тәржемәсе.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Выгодский М. Я. Основы исчисления бесконечно-малых, М., 1931.
- Выгодский М. Я. Галилей и инквизиция, М., 1934.
- Выгодский М. Я. Иоганн Кеплер и его научная деятельность Гос. Тех.-теор.изд-во, 1935 : серия Классики естествознания
- Выгодский М. Я. Краткий учебник высшей математики, Гостехиздат, 1947.
- Выгодский М. Я. «Начала» Евклида. Историко-математические исследования, Вып. 1, 1948, с. 217—295.
- Выгодский М. Я. Справочник по элементарной математике, 2-е издание, ОГИЗ Гостехиздат, 1948
- Выгодский М. Я. Дифференциальная геометрия, М., 1949.
- Выгодский М. Я. Справочник по элементарной математике, 9-е издание, Гос. издательство технико-теоретической литературы, 1956
- Выгодский М. Я. Справочник по высшей математике, 3-е издание, М.: Гос. издательство физико-математической литературы, 1958
- Выгодский М. Я. Аналитическая геометрия. (Основы высшей математики, I), М.: Гос. издательство физико-математической литературы, 1963
- Выгодский М. Я. Справочник по элементарной математике. М. Наука, 1965
- Выгодский М. Я. Арифметика и алгебра в Древнем мире. М.: Наука, 1967.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #123570905 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 http://mi.mathnet.ru/cheb448 — Б. 320.
- ↑ 3,0 3,1 http://mi.mathnet.ru/cheb448 — Б. 336.
- ↑ http://www.mathnet.ru/ConfLogos/1304/Conference2018_1.pdf — Б. 51.
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ http://mi.mathnet.ru/cheb448 — Б. 329.
- ↑ Выгодский Марк Яковлевич 2016 йыл 5 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Выгодский Марк Яковлевич // Бородин А. И., Бугай А. С. Выдающиеся математики: Биогр. слов.-справ.— Киев, 1987.
- Выгодский Марк Яковлевич // Тульский биографический словарь.— Тула, 1996.
- Выгодский Марк Яковлевич // Тула научная: Аналитико-информ. обзор, науч.-техн. сферы Тульской обл.— Тула, 1999.
- Редько И. Математик М. Я. Выгодский // Материалы и тез. докл. уч-ся Тулы на вторых гор. краеведч. чтениях, 20 апр. 1999 г.— Тула, 1999.
- Юшкевич А. П. История математики без границ /Юшкевич А. П., К. Фогель, — М: Янус-К, 1997.
- «Московский технолог» (газета МХТИ им. Д. И. Менделеева), 1941 г. № 7.
- Розенфельд Б.А. Марк Яковлевич Выгодский и его работы по истории математики // Выгодский М.Я. Арифметика и алгебра в древнем мире. — М.: Наука, 1967. — С. 350—362.
- Розенфельд Б. А. Воспоминания о советских математиках // Историко-математические исследования. Институт истории естествознания и техники им. С. И. Вавилова РАН : сборник. — М.: ТОО «Янус», 1995. — Т. 36. — № 1. — С. 136. — ISBN 5-882929-007-X.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2 октябрҙә тыуғандар
- 1898 йылда тыуғандар
- Минскиҙа тыуғандар
- 26 сентябрҙә вафат булғандар
- 1965 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Рәсәй химик технология университеты уҡытыусылары
- Алфавит буйынса математиктар
- Рәсәй математиктары
- СССР математиктары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары