Эстәлеккә күсергә

Золотова Галина Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Галина Золотова битенән йүнәлтелде)
Золотова Галина Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Житомир, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Мәскәү, СССР[1]
Вафат булған көнө 2 июль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Атаһы Ремейко, Александр Георгиевич[d]
Хәләл ефете Золотов, Юрий Константинович[d]
Һөнәр төрө лингвист, синтаксист, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө синтаксис[2][1], тел ғилеме[1], урыҫ теле[1], семантика[1], стилистика[d][1] һәм литературный язык[d][1]
Эш урыны В. В. Виноградов исемендәге Рус теле институты (Рәсәй Фәндәр академияһы)
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Виноградов Виктор Владимирович
Аспиранттар Онипенко, Надежда Константиновна[d] һәм Марина Юрьевна Сидорова[d]
Кемдә уҡыған Виноградов Виктор Владимирович
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Тасуирлау биттәре archive.ph/p2LDM#selecti…

Золотова Галина Александровна (4 август 1924 йыл) — СССР һәм Рәсәй тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1971), профессор. Стокгольм университетының почетлы докторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Чехия, Франция һәм Болгария ғилми ойошмаларының почетлы ағзаһы.

Галина Александровна Золотова 1924 йылдың 4 авгусында Мәскәүҙә тыуған. М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының рус теле кафедраһы профессоры, Рәсәй Фәндәр академияһының В. В. Виноградов исемендәге Рус теле институтының баш ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, күренекле ғалим һәм уҡытыусы.

1954 йылда Галина Золотова академик В. В. Виноградов етәкселегендә «Глагольные словосочетания и их типы в современном русском литературном языке» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы, ә 1971 йылда — «Очерк функционального синтаксиса современного русского языка» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ғалим хәҙерге замандың фәндә тел тураһында үҙҙәренең шәхси йүнәлешен булдырған бик һирәк күренекле лингвистар иҫәбенә инә. Был — тикшеренеүҙәренең үҙәгенә һөйләүсе шәхесте ҡуйған коммуникатив грамматика, йәки «йәнле грамматика».

Галина Александровна оҙаҡ ваҡыт М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында уҡыта. Уның уҡыусылары төрлө илдәрҙең славистика һәм рус теле кафедраларында уҡыта. Уның етәкселегендә 20-нән ашыу кандидатлыҡ диссертацияһы яҙылған. Факультетта Г. А. Золотова мәктәбе әүҙем һәм емешле эшләй.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

рус теленең функциональ синтаксисы һәм грамматикаһы, семантика, стилистика, нәфис әҙәбиәт теле. Г. А. Золотованың фәнни эштәре фекер тәрәнлеге, яҙыу төҙөклөгө, конкрет тел материалын нескә анализлауы менән айырылып торалар. Г. А. Золотова 230-ҙан артыҡ фәнни хеҙмәт баҫтырған, шулар араһында мәҡәләләр, китаптар, һүҙлек, дәреслектәр.

230-ҙан ашыу хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:

  • Очерк функционального синтаксиса современного русского языка. — М., 1973, 2005, 2009. ISBN 978-5-397-00589-0.
  • Коммуникативные аспекты русского синтаксиса. — М., Наука, 1982, 6-е изд. М.,УРСС, 2009.
  • Синтаксический словарь. Репертуар элементарных единиц русского синтаксиса. — М., 1988, 2006. 2-е изд. ISBN 5-354-01147-7.
  • Коммуникативная грамматика русского языка (с соавторами) — М., 1998, 2004.
  • Русский язык. От системы к тексту. 10 класс (с соавт.). — М., Дрофа, 2002.