Золотова Галина Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Золотова Галина Александровна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 4 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Вафат булған көнө 2 июль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (95 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе В. В. Виноградов исемендәге Рус теле институты (Рәсәй Фәндәр академияһы)
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Виктор Владимирович Виноградов[d]
Аспиранттар Онипенко, Надежда Константиновна[d] һәм Сидорова, Марина Юрьевна[d]
Кемдә уҡыған Виктор Владимирович Виноградов[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Золотова Галина Александровна (4 август 1924 йыл) — совет һәм Рәсәй тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1971), профессор. Стокгольм университетының почетлы докторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Чехия, Франция һәм Болгария ғилми ойошмаларының почетлы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галина Александровна Золотова 1924 йылдың 4 авгусында Мәскәүҙә тыуған. М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының рус теле кафедраһы профессоры, Рәсәй Фәндәр академияһының В. В. Виноградов исемендәге Рус теле институтының баш ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, күренекле ғалим һәм уҡытыусы.

1954 йылда Галина Золотова академик В. В. Виноградов етәкселегендә «Глагольные словосочетания и их типы в современном русском литературном языке» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы, ә 1971 йылда — «Очерк функционального синтаксиса современного русского языка» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ғалим хәҙерге замандың фәндә тел тураһында үҙҙәренең шәхси йүнәлешен булдырған бик һирәк күренекле лингвистар иҫәбенә инә. Был — тикшеренеүҙәренең үҙәгенә һөйләүсе шәхесте ҡуйған коммуникатив грамматика, йәки «йәнле грамматика».

Галина Александровна оҙаҡ ваҡыт М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында уҡыта. Уның уҡыусылары төрлө илдәрҙең славистика һәм рус теле кафедраларында уҡыта. Уның етәкселегендә 20-нән ашыу кандидатлыҡ диссертацияһы яҙылған. Факультетта Г. А. Золотова мәктәбе әүҙем һәм емешле эшләй.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

рус теленең функциональ синтаксисы һәм грамматикаһы, семантика, стилистика, нәфис әҙәбиәт теле. Г. А. Золотованың фәнни эштәре фекер тәрәнлеге, яҙыу төҙөклөгө, конкрет тел материалын нескә анализлауы менән айырылып торалар. Г. А. Золотова 230-ҙан артыҡ фәнни хеҙмәт баҫтырған, шулар араһында мәҡәләләр, китаптар, һүҙлек, дәреслектәр.

Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

230-ҙан ашыу хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:

  • Очерк функционального синтаксиса современного русского языка. — М., 1973, 2005, 2009. ISBN 978-5-397-00589-0.
  • Коммуникативные аспекты русского синтаксиса. — М., Наука, 1982, 6-е изд. М.,УРСС, 2009.
  • Синтаксический словарь. Репертуар элементарных единиц русского синтаксиса. — М., 1988, 2006. 2-е изд. ISBN 5-354-01147-7.
  • Коммуникативная грамматика русского языка (с соавторами) — М., 1998, 2004.
  • Русский язык. От системы к тексту. 10 класс (с соавт.). — М., Дрофа, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]