Гнаровская Валерия Осиповна
Гнаровская Валерия Осиповна | |
рус. Валерия Осиповна Гнаровская | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 18 октябрь 1923[1] |
Тыуған урыны | Модолицы[d], Лужский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 23 сентябрь 1943[1] (19 йәш) |
Вафат булған урыны | Вольнянский район[d], Запорожье өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | табип, Һалдат |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Гнаровская Валерия Осиповна Викимилектә |
Гнаровская Валерия Осиповна (18 октябрь 1923 йыл — 23 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған санинструктор, Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
1942 йылдың яҙында яңы формалашыусы (2-се тапҡыр булдырылған) 229-сы уҡсы дивизияһына яҙыла, 1942 йылдың июленән Сталинград фронтында һуғыша. 1943 йылдың 23 сентябрендә Иваненки ауылы (хәҙер - Гнаровское) 244-се уҡсы дивизияһының 907-се уҡсылар полкы санитар инструкторы рядовой (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — старшина) Валерия Гнаровская яралыларҙы үҙ өҫтөнә йөкмәп яра бәйләү пунктына алып килгән була. Шул ваҡытта перевязочный пункт йүнәлешенә ике ауыр немец «Тигр» танкыһы хәрәкәт итә. Яралыларҙы ҡотҡарыу өсөн, 19 йәшлек Валерия Гнаровская граната бәйләме менән бер танк аҫтына ташлана һәм уны шартлата, икенсеһен килеп өлгөргән ҡыҙылармеецтар юҡ итә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валерия Осиповна Гнаро́вская 1923 йылдың 18 октябрендә хәҙерге Псков өлкәһе Плюс районы Модолицы ауылында почта хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. Атаһы Осип Гнаровский Яндеба, почта бүлексәһе начальнигы булып эшләй, әсәһе Евдокия Михайловна йорт хужалығы менән шөғөлләнә[2].
1924 йылда семья Гнаровскийҙар ғаиләһе Яндеба ауыл Советына ҡараған Бардовское ауылына (хәҙер Ленинград өлкәһе Подпорожский районы), Яндеб башланғыс мәктәбенән һуң Валерияны Подпорожье ҡалаһының А. С. Пушкин исемендәге урта мәктәбенә уҡырға алалар. 1941 йылда 10 класты тамамлай, таум институтына уҡырға инергә теләй[3][4]. Комсомол сафына инә[5].
Бөйөк Ватан һуғышы башлланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың июлендә[5]атаһы Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла, әсәһе менән Валерия атаһы урынына почтала эшләй.
1941 йылдың сентябрендә, немец һәм фин ғәскәрҙәре Ленинградҡа яҡынлашҡас, Подпорожский фронт районына әйләнә. Гнаровскийҙар ғаиләһе (әсәһе, һеңлеһе Виктория, 75 йәшлек өләсәләре һәм Валерия) Себергә, Омск өлкәһендәге (хәҙерге Төмән өлкәһе) Ишем станцияһына эвакуациялана. Уларҙы Бердюжье ауылына ебәреләләр, унда Валерия әсәһе менән бергә Истошинский элемтә бүлегендә телефонистка булып эшләй[4] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Яңы Заимка ҡасабаһы почтаһында һәм Бердюжский элемтә контораһында).
Валерия урындағы район хәрби комиссариатына бер нисә тапҡыр фронтҡа ебәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә, ләкин һәр ваҡыт кире яуап ала. 1942 йылдың яҙында Бердюжье ауылы комсомолкалары Ишем станцияһына бара һәм 10 апрелдә[5] шунда формалашыусы 229-сы уҡсылар дивизияһы[6]яҙылыуға ирешә. Шулай итеп, Валерия әхирәттәре менән бергә хәрби әҙерлек үтә, санитар эшен өйрәнеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шәфҡәт туташтары курсын уңышлы тамамлай.
Сталинград алышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылдың июлендә дивизия 64-се армия составында Сталинград фронтына ебәрелә һәм шунда уҡ ҡаты һуғышҡа инә, унда Гнаровская Валерия, үҙенә йөкләп һуғыш яланынан яралыларҙы сығарып, батырлыҡ күрһәтә. Ә шарттар талап итә икән, ҡулына ҡорал алып һуғыша[5], һәм уның фронташ дуҫы Е. Доронина хәтирәләре буйынса, ҡыҙылармеецтарҙы атакаға күтәргән.
26 июдә Суровикино районында дошман 229-сы уҡсылар дивизияһының уң фланг оборонаһын өҙә һәм Чир йылғаһ ярына сыға[7].
Дивизия, үҙенең хәрби көсөн һаҡлап, Дон йылғаһы аша үткән тимер юл күперенә сығырға тырышҡан дошманы тотҡарлауын дауам итә. Ә 31 июлдә 112-се уҡсылар дивизияһы менән берлектә, ун танк һәм авиация ярҙамы менән, контрһөжүмгә күсә һәм немец ғәскәрҙәрен Чир йылғаһы аръяғына алып ырғыта[7].
17 көн буйына дивизия дошман менән туҡтауһыҙ һуғыштар алып бара, 10 августа ҡамауға эләгә һәм аҙна дауамында үҙебеҙҙекеләргә (1942 йылдың 5 авгусында булған 5419 кешенән Дон йылғаһының һул ярына үбеҙҙекеләргә барлығы 700-гә яҡын[8] кеше генә сыға[9]). Шул ваҡытта Валерия табип бурысын үтәй, әммә оҙаҡламай ҡорһаҡ тифы менән ауырып китә. Яугирҙар, ҡамауҙы өҙөп, саҡ тере ҡыҙҙы ҡулдарында күтәреп сығара. Хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән була. Госпиталдә дауаланып ятҡанда, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Яугирҙәр госпиталгә яҙған хаттарында уны «Ҡарлуғас» тип атай[10].
1943
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Терелеп сыҡҡандан һуң, яңынан фронтҡа килә. 1943 йылдың яҙында В. О. Гнаровская 3-сө Украина фронты[10] составында һуғыша. 1943 йылдың 15-21 авгусында барған Белгород-Харьков стратегик һөжүм итеү «Румянцев» операцияһы сиктәрендә алып барылған алыштарҙан һуң[10] госпиталгә эләгә, әммә тиҙҙән часына ҡабат килә. Әсәһенә 22 августа яҙған хатында, контузиянан һуң насар ишетәм тип яҙа, һәм алыш хәлдәрен хәбәр итә[11][5]:
1943 йылдың 15 - 21 авгусында фрицтар менән ҡаты алыш барҙы. Немецтар беҙҙең бейеклеккә атлыҡтылар, әммә бөтә тырышыуҙары бушҡа булды. Беҙҙең яугирҙәр - барыһы ла ҡәҙерле һәм һөйөклө иптәштәрем минең - сыҙам һәм ҡыйыу һуғыштылар… Уларҙың күбеһе батырҙарса һәләк булды, әммә мин тере ҡалдым һәм мин, әйтер кәрәк һеҙгә иптәштәрем, яҡшы эшләнем. Ҡаты яраланған 30 яугирҙе һуғыш яланынан һөйрәп алып сыҡтым. Полк командованиеһы минең эшемде билдәләне һәм хөкүмәт наградаһына тәҡдим итте шикелле…
Донецк өлкәһе Славянский районының Северский Донец йылғаһы буйындағы Голая Долина ауылы өсөн барған алышта ғына һуғыш яланынан, ҡоралдары менән, 47 яралы яугирҙе һәм офицерҙы үҙ иңенә һалып ут эсенән алып сыға. Шәхсән 28 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Һуғыш дауамында В. О. Гнаровская барлығы 300-ҙән ашыу яралының ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
Һуңғы алыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 23 сентябрендә Иваненки ауылы янындағы алышта 244-се уҡсы дивизияһының рядовойы 907-се уҡсылар полкы санитар инструктор рядовой (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — старшина) Валерия Гнаровская, үҙ өҫтөнә һалып, яралларҙы перевязочный пунктҡа алып килгән була. Шул ваҡытта перевязочный пункт йүнәлешенә ике ауыр немец «Тигр» танкыһы хәрәкәт итә. Яралыларҙы ҡотҡарыу өсөн, 19 йәшлек Валерия Гнаровская, граната бәйләме менән, бер танк аҫтына ташлана һәм уны шартлата, икенсеһен килеп өлгөргән ҡыҙылармеецтар юҡ итә.
Запорожье өлкәһендәге[12] «Тигр» тибындағы 2 дошман танкыһы беҙҙең оборона һыҙығын өҙөп, полк штабы урынлашҡан урынға уҡтала. Был һәләкәтле мәлдә, танктар штабҡа 60-70 метрға яҡынайғанда, Гнаровская, гранаттар бәйләмен эләктереп алып һәм ерҙән күтәрелеп, иң алда килеүсе танкка ташлана һәм үҙ ғүмерен ҡорбан итә. Шартлау һөҙөмтәһендә танк туҡтатыла…
.
Шундай хаҡ менән немецтәрҙең контратакаһы кире ҡағыла, полк штабының ҡыйратылыу хәүефе хәл ителә һәм полктың хәрби бурысы — тормошҡа ашырыла.
Вербовое ауылы өсөн алыштан һуң, урындағы халыҡ, В. О. Гнаровскаяның кәүҙәһе табып, ерләй. Бер йылдан, тейешле хәрби хөрмәт күрһәтеп, Запорожье өлкәһенең Красноармейский районы В. О. Гнаровсая исемендәге совхоз паркына, Мәҙәниәт йорто эргәһенә, күсереп ерләйҙәр.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 2 июнендә Указы менән, командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн, Валерия Гнаровскаяға (үлгәндән һуң) «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет дәүләт наградалары һәм исемдәре[2]:
- Советтар Союзы Геройы (1944 йылдың 2 июнендә, үлгәндән һуң);
- Ленин ордены (1944 йылдың 2 июнендә, үлгәндән һуң);
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иваненки ауылының исеме батыр ҡыҙ хөрмәтенә Гнаровское ауылы тип үҙгәртелә һәм унда герой хөрмәтенә обелиск ҡуйыла. В. О. Гнаровскаяның йәшлек йылдары үткән Подпорожье ҡалаһында бер урам уның исемен йөрөтә, ә 1959 йылда пионерҙар паркында һәйкәл ҡуйыла[3].
Шулай уҡ В. О. Гнаровская исеме менән Төмән[2], Вольнянск (Украина), һәм Бердюжье ауылында һәм Плюсса (Псков өлкәһе) ҡасабаһы урамдары аталған, 2009 йылда Плюссала һәйкәл ҡуйылды.
Валерияның Гнаровская ғүмеренең һуңғы минуттары хаҡында рәссамдар И. М. Пентешин (1961)[13], С. А. Володин (1970) һәм М. м. Самсонов (1984)картиналары һөйләй.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуң атаһы Осип Гнаровский фронттан әйләнеп ҡайта, әммә тиҙҙән вафат була. Әсәһе Евдокия Михайловна Ленинград өлкәһе Подпорожье ауылында йәшәгән. 1970-се йылдар мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, Валерияның һеңлеһе Виктория педагог булып эшләгән [11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Valeria Osipovna Gnarovskaya // TracesOfWar
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Уфаркин Н. В. Гнаровская Валерия Осиповна . «Герои страны» сайты.
- ↑ 3,0 3,1 Улица им. В. О. Гнаровской, г. Подпорожье // Улицы хранят имена героев: к 65-летию освобождения Подпорожского района от фашистских захватчиков: сб.биографий и описания подвигов / сост. Л. А. Першина, Н. А. Ольшеева; МУК «Подпорожская ЦРБ». — Подпорожье, 2009. — С. 12—16. — 52 с.
- ↑ 4,0 4,1 Ольга Ланчук. Навечно в памяти потомков . Тюменская область сегодня (14 май 2010). Дата обращения: 31 май 2015.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Улица Валерии Гнаровской . Региональный образовательный портал Псковской области. — Почему улица, на которой стоит Плюсская школа, носит имя Валерии Гнаровской ? Дата обращения: 4 июнь 2015. 2017 йыл 8 апрель архивланған.
- ↑ В некоторых источниках ошибочно указывается, что сразу была направлена в 907-й стрелковый полк 244-й стрелковой дивизия (2-го формирования).
- ↑ 7,0 7,1 229-я стрелковая дивизия . Клуб «Память» Воронежского государственного университета (6 апрель 2015). Дата обращения: 5 июнь 2015.
- ↑ 229-я стрелковая дивизия . Клуб «Память» Воронежского государственного университета (6 апрель 2015). Дата обращения: 5 июнь 2015.
- ↑ Исаев А. В. Жара. «Котёл» // Сталинград. За Волгой для нас земли нет. — М.: Яуза, Эксмо, 2008. — С. 67. — 448 с. — (Война и мы). — 10 000 экз. — ISBN 978–5–699–26236–6.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Героини, 1969
- ↑ 11,0 11,1 Кузьмин, 1970, Гнаровская Валерия Осиповна
- ↑ Иваненки совхозы (Гнаровское-Вербовое ауылдары) эргәһендә
- ↑ Защитим Ленинград — Страданья моего сестра // Ленинградские мадонны / автор-составитель Е. А. Тончу. — М.: Издательский Дом Тончу, 2010. — 446 с. — (Россия - женская судьба). — ISBN 978-5-91215-054-8.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедиялар һәм белешмәләр
- Валерия Осиповна гнаровский // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Очерктар һәм мемуарҙар
- Валерия Осиповна Гнаровская // Гольдберг Р. С., Петрушин А. А. Неизвестные известные герои. — Тюмень: Тюменский курьер, 2015. — 1000 экз.
- Малышев В. Подвиг «Ласточки» // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
- Герои Земли Тюменской / сост. Н. Т. Вокуев, С. Б. Власова. — Тюмень, 1992. — С. 154—155.
- Арсеньев А. Я. Псковичи — Герои Советского Союза / А. Я. Арсеньев, А. П. Арсеньева. — Л.: Лениздат, 1983. — С. 107—109. — 271 с.
- Сатрапинский Ф. В. Военные медики — Герои Советского Союза / Центральное военно-медицинское управление Министерства обороны СССР; отв. ред. Е. Ф. Селиванов. — Л.: Военно-медицинский музей МО СССР, 1975. — С. 35—37. — 103 с.
- Гнаровская Валерия Осиповна // Кузьмин М. К. Медики—Герои Советского Союза. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Медицина, 1970. — 233 с.
- Малышев. В. Подвиг «Ласточки» // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
- Малышев. В. Героини войны: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / сост.: А. Белановский, П. Перепеченко; ред. Л. Торопов.. — М.: Госполитиздат, 1963. — С. 90. — 719 с.
- Говорят погибшие герои: предсмертные письма советских борцов против немецко-фашистских захватчиков (1941—1945 гг.) / ред. З. Политов. — 2-е изд., доп. и перераб. — М.: Госполитиздат, 1963. — С. 334. — 511 с.
- Мәҡәләләр
- Пахотин Ю., Некрасова Н. Тюмень — военный город // Аргументы и факты в Западной Сибири. — 2010. — Май (№ 18). — С. 4-5.
- Разин С. Не просто Щорс, не просто Осипенко // Тюменская правда. — 2009. — 15 июля. — С. 3.
- Гончарова Н. Улицы Тюмени рассказывают // Тюменская область сегодня. — 2007. — 7 февр. — С. 4.
- Доронина Е. Имена их не забудем // Путь к коммунизму. — 1959, 9 мая. — С. 2.
- газета «Смена» № 242/9977 от 14 октября 1958
- Документтар
- Архив Военно-медицинского музея МО СССР, ф. КВФ, № 55 684 (9)
- Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 18 октябрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербург губернаһында тыуғандар
- 23 сентябрҙә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- XX быуат медиктары
- СССР медиктары
- Алфавит буйынса медиктар
- Алфавит буйынса шәхестәр