Горчаковский Павел Леонидович
Горчаковский Павел Леонидович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
РСФСР СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1920 или 1920[2] |
Тыуған урыны | Красноярск, Енисейская губерния[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 4 июнь 2008 |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Широкореченское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | эколог, ботаник, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | геоботаника[3], экология һәм экология растений[d][3] |
Эш урыны | Институт экологии растений и животных УрО РАН[d] |
Уҡыу йорто | Себер дәүләт технология университеты |
Ғилми исеме | профессор[d], РФА ағза-корреспонденты[d] һәм РФА академигы[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] һәм 1953 йыл |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Горчаковский Павел Леонидович (3 ғинуар 1920 йыл, Красноярск, Енисей губернаһы — 4 июнь 2008 йыл, Екатеринбург) — ғалим-геоботаник, ботаникогеограф, эколог. Биология фәндәре докторы, Урал дәүләт университетының ботаника кафедраһы профессоры, РФА Урал бүлексәһе үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының төп ғилми хеҙмәткәре. РФА академигы (1994 йылдан, 1990 йылдан ағза-корреспонденты). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981).
Рус ботаника йәмғиәтенең,Чехия һәм Словекия ботаника йәмғиәттәренең, фитоценологтарҙың халыҡ-ара союзының (Германия), француз телле (Франция) фитоценологтар ассоциацияһының почетлы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павел Леонидович Горчаковский 1940 йылда Себер урман техник институтында тамамлай.
1945—1958 йылдарҙа — Урал урман техник институтында кафедра мөдире. Биология фәндәре кандидаты (1945), 1945 йылда Иркутск университетында «Фитоценотический строй и флористические особенности пихтовых лесов Восточного Саяна» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1953 йылдан Биология фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Растительность верхних поясов гор Урала» темаһына диссертация яҡлай. 1954 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.
1950 йылда Бөтә Союз ботаника йәмғиәтенең Свердловск бүлеген ойоштора (хәҙер — Рус ботаника йәмғиәте), 2007 йылға тиклем уның тәүге рәйесе булып тора.
1956—1992 йылдарҙа — Урал дәүләт университетының ботаника кафедраһы профессоры
1958—1988 йылдарҙа — СССР Рәсәй Фәндәр академияһы Урал филиалының, СССР ФА Урал ғилми үҙәгенең, Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлегенең үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтында лаборатория мөдире; 1989 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр.
Екатеринбургта Широкореченскиое зыяратында ерләнә.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]400-ҙән ашыу публикациялар, шул иҫәптән геоботаника, үҫемлектәр экологияһы, Урал үҫемлектәр донъяһының тарихи фитогеографияһы һәм уны һаҡлау буйынса 12 монография авторы.[4].
Ботаник-фитоэколог мәктәбен ойоштороусы, уның уҡыусылары араһында 50-нән ашыу фән кандидаты һәм 14 фән докторы бар.[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Почет ордены (1999) — Ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе, квалификациялы кадрҙар әҙерләүе өсөн һәм Рәсәй Фәндәр академияһының 275 йыллығы айҡанлы[6]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981)
- В. Н. Сукачев исемендәге премия (2001) — геоботаника һәм үҫемлектәр экология проблемалары буйынса эштәр серияһы өсөн
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]П. Л. Горчаковский хөрмәтенә Поляр яны Урал түбәләрәнең береһе һәм өс төр үҫемлек аталған (Горчаковский астрагалы, Горчаковский манжеткаһы, Горчаковский ястребинкаһы).
Төп ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Растения европейских широколиственных лесов на восточном пределе их ареала, 1968.
- Основные проблемы исторической фитогеографии Урала. — Свердловск, 1969.
- Широколиственные леса и их место в растительном покрове Южного Урала, 1972.
- Растительный мир высокогорного Урала. — М., 1975.
- Редкие и исчезающие растения Урала и Приуралья, (1982), совместно с Е. А. Шуровой.
- Фитоиндикация условий среды и природных процессов в высокогорьях. — М., 1985 (Соавт. Шиятов С. Г.).
- Лесные оазисы Казахского мелкосопочника / АН СССР УНЦ. Ин-т экологии растений и животных. — М.: Наука, 1987. — 160 с.
- Антропогенная трансформация и восстановление продуктивности луговых фитоценозов. — Екатеринбург, 1999. — 156 с.
- Karte der natürlichen Vegetation Europas = Map of the Natural Vegetation of Europe. Mabstab/Scale 1:2500000. Legende/Legend. — Bonn-Bad Godesberg, 2000. — 153 p.+XVI. — In collab.: P. Gorčakovskij et al.
- Ural // Gebirge der Erde: Landschapt, Klima, Pflanzenwelt / Gesamtred. C. A. Burga. — Stuttgart: Ulmer, 2004. — S. 135—143.
- Фиторазнообразие Ильменского заповедника в системе охраны и мониторинга. — Екатеринбург: Гощицкий, 2005. — 192 c. — Соавт.: Золотарева Н. В., Коротеева Е. В., Подгаевская Е. Н.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #132313537 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Павел Леонидович Горчаковский — исследователь Уральской горной страны . Дата обращения: 27 декабрь 2020.
- ↑ Вослед ушедшим. Памяти исследователя флоры // «Наука Урала» (газета). — № 13-14 (972). — июнь 2008. Дата обращения: 27 декабрь 2020.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 1999 года № 701 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Российской академии наук» . // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 26 сентябрь 2016.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Учёные Уральского научного центра Академии наук СССР. — Свердловск, 1987.
- Краснопольский А. В. Отечественные географы (1917 - 1992): Биобиблиографический справочник (в 3-х томах) / Под ред. проф. С. Б. Лаврова; РАН, Русское географическое общество. — СПб.: Б.и., 1993. — Т. 1 (А—К). — С. 233—234. — 492 с. — 1000 экз. (в пер.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Павла Леонидовича Горчаковского РФА рәсми сайтында
- Музей истории Екатеринбурга — Горчаковский Павел Леонидович(недоступная ссылка) (недоступная ссылка)
- Горчаковский П. Л. — ИЭРиЖ УрО РАН
- Большая российская энциклопедия 2021 йыл 22 сентябрь архивланған.
- 3 ғинуарҙа тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 4 июндә вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Екатеринбургта вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Почёт ордены кавалерҙары
- Урал дәүләт университеты уҡытыусылары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Биология фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр