Эстәлеккә күсергә

Васёв Григорий Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Григорий Тимофеевич Васёв битенән йүнәлтелде)
Васёв Григорий Тимофеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 декабрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Әбйәлил районы, СССР
Вафат булған көнө 31 декабрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Ейск[d], Краснодар крайы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ейск[d]
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто Оренбургское высшее военное авиационное Краснознамённое училище лётчиков[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Алтын Йондоҙ» миҙалы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «Белградты азат иткән өсөн» миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» медаль «За безупречную службу» I степени медаль «За безупречную службу» II степени

Васёв Григорий Тимофеевич (24 декабрь 1922 йыл31 декабрь 2004 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Совет Армияһы капитаны, СССР дәүләт именлеге полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).

Григорий Тимофеевич Васёв 1922 йылдың 24 декабрендә Яңы-Самара ҡасабаһында (хәҙер — Башҡортостандың Әбйәлил районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлай, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1940 йылда Васёв Магнитогорск ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә алына. 1943 йылда Васёв осоусыларҙың Чкалов хәрби авиация мәктәбен (лётчиктарҙың Ҡыҙыл Байраҡлы Ырымбур юғары хәрби авиация училищеһы) тамамлай. Шул уҡ йылда Васёв Советтар Союзының Коммунистар партияһына инә. 1943 йылдың июленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1945 йылдың мартына гвардия өлкән лейтенанты Григорий Васёв 3-сө Украина фронты 17-се һауа армияһы 10-сы гвардия штурмлау авиация дивизияһы 165-се гвардия штурмлау авиация полкы звеноһы менән етәкселек итә[1].

Үҙенең хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан осоронда, 1943 йылдың июленән 1945 йылдың мартына тиклем, Васёв «Ил-2» штурмовигында бомба ташлау һәм дошмандың техникаһы һәм тере көстәре тупланмаһын разведкалау һәм штурмлау өсөн 143 хәрби осош яһай[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы Указы менән, «командованиеның хәрби заданиеләрен өлгөлө үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән героизм һәм батырлығы өсөн», гвардия өлкән лейтенанты Григорий Васёвҡа Ленин ордены һәм 8830 номерлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла һәм «Советтар Союзы Геройы» юғары исеме бирелә[1].

1946 йылда капитан хәрби дәрәжәһендә Васёв запасҡа ебәрелә. 19471949 йылдарҙа ул Магнитогорск ҡалаһында комсомол эшендә була, аҙаҡ СССР дәүләт именлеге органдарында эшләй, отставкаға полковник званиеһендә сыға. Краснодар крайының Ейск ҡалаһында йәшәй, 2004 йылдың 31 декабрендә вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Васёв Григорий Тимофеевич. «Герои страны» сайты.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Ваинруб М. Г. Фронтовые судьбы. Киев, 1985.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Печищев П. Крылья Родины //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.