Грицай Сергей Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грицай Сергей Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 14 февраль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хореограф
Уҡыу йорто А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Грицай Сергей Иванович (14 февраль 1951 йыл) — Рәсәй хореографы, режиссер, пластика буйынса педагог. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003)[1], Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984, 1988)[2], Бөтә Союз балетмейстерҙар конкурсы лауреаты (1984, 1988). Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты (2004)[1]. Башҡорт опера һәм балет театры хореографы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Иванович Грицай 1951 йылдың 14 февралендә Ленинград ҡалаһында тыуған. А. Я. Ваганова исемендәге хореография училищеһын тамамлағандан һуң, 1984 йылда, Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Ленинград дәүләт консерваторияһының балетмейстерҙар бүлеген (педаготары: проф. И. Бельский, Н. Боярчиков, А. Макаров) тамамлай. 1986 йылда мәҙәниәт министрлығы эргәһендәге юғары режиссерҙар курсында белемен камиллаштыра. Л. Якобсондың «Хореографик миниатюралар» Ленинград дәүләт балет труппаһында стажировка үтә.

Дебюты: С. Рахманиновтың «Алеко» операһында бейеүҙәр.

С. Спивак, В. Фокин, А Калягин, Г. Козлов, Г. Дитятковский, А Галибин, В Фильштинский кеүек режиссерҙар менән хеҙмәттәшлек итә. Мариин театрында А. Кончаловский, Ю Александров һәм дирижер В. Гергиев һәм башҡа күп кенә театр эшмәкәрҙәре менән эшләй.

Рәсәй, Германия, Нидерланд, Швейцария, Бельгия, Англия, Италия,Испания, АҠШ театрҙарында эшләй[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
  • Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984, 1988);
  • «Алтын битлек» Рәсәй Милли театраль премияһы лауреаты («Потерянные в звездах» спектакле өсөн)[2].
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2015)[3].
  • Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты — «Ревизор» спектакле өсөн (2004)[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]