Эстәлеккә күсергә

Ҡадир Даян

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Даян Кадыр битенән йүнәлтелде)
Ҡадир Даян
Ҡадир Хәким улы Даянов
Тыуған көнө:

14 февраль 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе[1] Ҡоншаҡ ауылы

Вафат булған көнө:

19 октябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (65 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, драматург, шағир

Премиялары:

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969)

Наградалары:
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1945 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1945 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1955

Ҡадир Даян (тулы исеме Ҡадир Хәким улы Даянов) (14 февраль 1910 йыл — 19 октябрь 1975 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), ике «Почёт Билдәһе» (1945, 1955) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969).

Ҡадир Даян 1910 йылдың 14 февралендә хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1927 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Арғаяшта уҡытыусылар әҙерләү курсында шөғөлләнә. Уҡып бөткәс, уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй.

19301933 йылдарҙа Өфөгә килеп, педагогия институтында уҡый. Уҡып бөткәс, Башҡортостан дәүләт нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй. Аҙаҡ ике йыл Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡыта, 19361941 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй. Уның тәьҫирендә күп студенттар әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай.

Ҡадир Даяндың шиғырына мәктәп уҡыусылары Беренсе Май байрамында демонстрацияла йырлаған дәртле йыр яҙылған. Был әҫәр 1929 йылда уҡ «Ҡыҙыл флаг» исеме менән матбуғатта баҫыла.

Әҙиптең бер юлы өс китабы 1934 йылда донъя күрә: «Рәшиҙә» поэмаһы, балалар өсөн «Тимеркәй» хикәйәһе һәм «Хәйрүш менән Фәйрүш» тигән бер шаршаулыҡ пьесаһы.

Шағирҙың шиғриәте Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк формалаша һәм нығына. 1930 йылдар уртаһынан алып 1970-се йылдарға тиклем уның әҫәрҙәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәрендә ныҡлы урын ала. Уның "Күбәләк, «Елка», «Тышта саф һауа» һәм башҡа шиғырҙары балалар күңелендә һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышына шағир 1941 йылдың июль башында үҙе теләп китә һәм Калинин фронтында Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. Замандаштары, ҡәләмдәштәре Ҡадир Даянды кешелекле, ярҙамсыл кеше итеп белә. Фронтовик-шағир һуңғы көнөнәсә үҙен һәр саҡ алғы һыҙыҡта тип иҫәпләй. Оло йөрәкле, батыр шәхес 1975 йылдың 19 октябрендә тимер юл өҫтөнә төшкән баланы ҡотҡарып алып ҡала, ә үҙе һәләк була.

Һуғыш йылдарында яҙған поэмалары һәм шиғырҙары:

  • «Ҡарт ҡасҡын»
  • «Ике йәшлек»
  • «Ағиҙел ярында»
  • «Нефть ҡалаһы»
  • «Тыуған ил»
  • «Гөлъямалдың хаты»
  • «Батыр булһын егетең»
  • «Ватан өсөн»
  • «Украина еренә»
  • «Совет һалдаты»

Йырҙары:

  • «Шайморатов генерал»
  • «Гөлсирәнең һөйгәне»
  • «Зәйтүнә»
  • «Төнгө Урал» һ. б. йырҙарҙы .

Драматург булараҡ та танылыу яуланы Ҡадир Даян. Уның «Таңсулпан» пьесаһы Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡырҡ йылдан ашыу уйнала һәм театрҙың алтын фондына инә. Йәнә «Тулҡынлана тәрән күл» һ. б. пьесалар яҙҙы.

Ҡадир Даян Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[2] һәм миҙалдар, әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ике «Почёт Билдәһе» ордены менән наградлана.

  • Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы хакимиәте тарафынан Ҡадир Даян исемендәге премия булдырылған[3].
  1. Хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Мортазин Ҡ. Яҡташ шағир исеме мәңгеләштерелде // Ватандаш : журнал. — 2005. — № 1. — С. 205. — ISSN 1683-3554.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)