Даян (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Даян — башҡорт, шул иҫәптән төрки телдәрҙә киң таралған ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даян исеме ғәрәпсәнән «хөкөм эйәһе» тигәнде аңлата[1]. Ҡылған эштәргә,гөнаһтарға күрә язаһын биреүсе, юғары хөкөм.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡадир Даян (тулы исеме Ҡадир Хәким улы Даянов) (14 февраль 1910 йыл — 19 октябрь 1975 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), ике «Почёт Билдәһе» (1945, 1955) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969).
Мурзин Даян Баян улы (20 ғинуар 1921 йыл, Иҫке Балыҡлы, Баҡалы районы, Өфө губернаһы — 9 февраль 2012 йыл, Өфө) — Икенсе донъя һуғышында һәм Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1972). Чехия һәм Словакияның 16 ҡалаһының Почетлы гражданы. Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даянова Тәскирә Байрам ҡыҙы (1948) — башҡорт балалар яҙыусыһы, уҡытыусы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даян Мурзин исемендәге урам — Өфөнөң Киров районындағы урам.
Даян Мурзин майҙаны — Словакияның Злин ҡалаһының үҙәк майҙаны.
Даян Мурзин урамы — Словакияның бер урамы майор Даян Мурзиндың исемен йөрөтә.
Даян — яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй» әҫәрендәге кире герой.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |