Жибран Хәлил Жибран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Жибран Хәлил Жибран
ғәр. جبران خليل جبران بن ميخائيل بن سعد
Khalil Gibran.jpg
Тыуған көнө:

6 ғинуар 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны:

Бишари (хәҙерге Ливан), Ғосман империяһы

Вафат булған көнө:

10 апрель 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (48 йәш)

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, философ, теолог

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

ғәрәп, инглиз

Йәш Жибран Хәлил Жибран, 1898 йыл, автор Фред Холланд Дей

Жибран Хәлил Жибран, ғәр. جبران خليل جبران‎جبران خليل جبران‎, ингл. Khalil йәки Kahlil Gibran, Gibran Khalil Gibran (6.01.1883, Бишари — 10.04.1931, Нью-Йорк) — Ливан һәм Америка философы, рәссам, шағир һәм яҙыусы. ХХ быуаттың мәшһүр ғәрәп яҙыусыһы һәм философы.

Жибран Хәлил Жибранға киң билдәлелек килтергән китап — The Prophet (Пәйғәмбәр) (1923), уның фәлсәфәһенең юғарғы үре. Китап 100-ҙән ашыу телгә тәржемә ителгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Жибран Хәлил Жибран 1883 йылдың 6 ғинуарында Төньяҡ Ливандың таулы төбәгендә, Бишари ауылында тыуа, ул саҡта был төбәк Ғосман империяһы провинцияһы була.

Был төбәк халҡы Ғосман империяһынан бойондороҡһоҙ һәм азат булыу өсөн көрәшә, Хәлил Жибран да был хәрәкәт яҡлы була. Был төбәктә христиандар менән мосолмандар үҙ-ара татыу булмай, һәм яҙыусы дошманлашҡан яҡтарҙы яраштырырға тырыша.

Хәлил Жибрандың әсәһе Камила Раме дини йәмәғәтселеккә йоғонто яһай алыусан ғаиләнән сыға. Хәлил Жибрандың атаһы Камиланың өсөнсө ире була. Атай кешенең яуапһыҙлығы арҡаһында ғаилә фәҡир йәшәй. Хәлил Жибрандан башҡа ғаиләлә тағы өс бала була: 6 йәшкә өлкән ағаһы инә бер ата башҡа Питер, яҙыусы айырыуса яратҡан ике апаһы — Марианна менән Султана.

Бала саҡтан Хәлил Жибран яңғыҙлыҡ ярата, бер үҙе уйланырға, тәбиғәтте күҙәтергә әүәҫ була. Ғаилә ярлы булғанлыҡтан ул тейешле белем ала алмай, ауыл руханийы биргән Библия нигеҙҙәре һәм ғәрәп теле дәрестәренә генә йөрөй. Йәш Хәлилдең уҡыуға әүәҫлеген күреп, рухани уны уҡырға һәм яҙырға, тарихҡа, фәндәргә, телдәргә өйрәтә башлай.

Хәлил Жибран 8 йәштә саҡта, атаһы, һалым түләмәүҙә ғәйепләнеп, төрмәгә ябыла, мөлкәте конфискациялана. Ғаилә йортһоҙ ҡала һәм туғандарына күсеп китә. Бер аҙҙан Хәлилдең әсәһе АҠШ-ҡа иммиграцияларға була. Яҙыусының атаһын 1894 йылда төрмәнән сығаралар, әммә ул иммиграцияларға тәүәккәлләмәй һәм Ливанда ҡала.

1895 йылдың июнендә Жибрандар ғаиләһе Нью-Йоркҡа килә, шунан Бостонда төпләнә. Ғаиләне әсәй кеше ҡарай, ләкин фәҡирлектән сыға алмайҙар. Иммигранттарҙың балаларына белем биреү менән шөғөлләнгән хәйриә ойошмалары булышлығы менән генә Жибран Хәлил Жибран мәктәпкә йөрөй башлай, әммә ҡыҙ ҡәрҙәштәренә уҡырға рөхсәт ителмәй. Мәктәптә малайҙың исемен яңылыш ҡыҫҡартып, Хәлил Жибран тип ҡалдыралар. Мәктәптә уның һүрәт төшөрөү һәләтен асалар.

Әсәһенең бер аҙ һаҡламдары менән, йәнә ағаһы һәм апаларының эшләй башлауы сәбәпле, матди хәл яҡшыра төшә һәм Хәлил Жибран Бостон йәмәғәтселегенә сыға башлай. Ул ҡаланың мәҙәни тормошо менән таныша, ә уҡытыусылары уның шәп рәссам булырын күҙаллай. Улар йәш рәссамдарға ярҙамы менән танылған рәссам Фред Һолланд Дей менән бәйләнешкә сыға, һәм ул Жибранға ла булышлыҡ итә. Улар 1896 йылда таныша. Дей Жибран Хәлилде грек мифологияһы, донъя әҙәбиәте, хәҙерге заман әҙәбиәте һәм фотография менән таныштыра. Йәш Жәбран зирәк була, һәр нәмәгә тиҙ өйрәнә, һүрәт төшөрөү техникаһын камиллаштыра, китаптар тышлығы дизайнын эшләп, аҡса таба башлай. Дей ярҙамы менән ул Бостондың ижади даирәләрендә танылыу ала. Ләкин ғаилә, иртә килгән уңыш баланың башын әйләндерер, тигән ҡарарға килә һәм күмәк килешеү буйынса Жирбан Хәлил уҡыуын тамамлар һәм ғәрәп телен өйрәнер өсөн Ливанға ҡайта.

Ливанда Бәйрүт институтында уҡығанда ул студенттарҙың әҙәби журналын аса, бер нисә йыл уҡығандан һуң, 1902 йылда ҡабат Бостонға килә. Бынан ике аҙна элек кенә туберкулёздан Султана апаһы үлгән була, бер йылдан ошо уҡ сирҙән ағаһы Питер донъя ҡуя, уның артынса яман шештән Жибран Хәлилдең әсәһе мәрхүм була. Ул кейем-һалым магазинында эшләгән Марианна апаһының ҡарауында ҡала.

1908 йылда Жибран һынлы сәнғәткә өйрәнеү өсөн Парижға китә. Европала ике йыл йәшәй һәм ғүмерлек дуҫы буласаҡ Йософ Һуайек менән таныша. 1910 йылда ҡабат АҠШ-ҡа ҡайта, Нью-Йоркҡа күсә.

Был ваҡытҡа Жибран билдәле рәссам булып китә. Уның тәүге күргәҙмәһе Бостонда Дейҙың студияһында ойошторола. Ошо күргәҙмәлә ул Мэри Элизабет Хаскелды осрата. Хаскел унан 10 йылға өлкәнерәк була, әммә улар дуҫлаша. Был дуҫлыҡ ғүмер буйы дауам итә, ҡайһы бер биографтар улар араһында романтик бәйләнеш булыуын да раҫлай һәм, никахтарына Хаскелдар ғаиләһе ҡаршы төшкән, ти. Мэри Элизабет, икенсе кешегә кейәүгә сыҡһа ла, Жибранға финанс ярҙамы күрһәтеп тора, мөхәррире була, мөһим кешеләр менән таныштыра.

Жибран Нью-Йоркта 1931 йылдың апрелендә 48 йәштә бауыр циррозынан һәм туберкулёздан үлә. Ул Америка гражданлығын алмай, сөнки ватаны Ливанды бик ярата. Үҙен Ливанда ерләүҙәрен васыят итеп ҡалдыра.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1904 йылда Хәлил Жибран «Эмигрант» (Al-Mouhajer) тигән ғәрәп гәзитенә мәҡәләләр яҙа башлай. Уның йәшерәк сағындағы бөтә әҫәрҙәре ғәрәпсә яҙылған була, ләкин 1918 йылдан һуң күбеһе инглиз телендә донъя күрә. Шулай итеп, 1906 йылда автор ғәрәп телендә «Нимфы долины» (Arayis Al-Muruj) тигән китабын сығара. 1908 йылда «Мятежные души» (Al-Arwah Al-Mutamarridah) тигән китабы донъя күрә. Инглиз телендә сыҡҡан беренсе китабы — «The Madman» (Сумасшедший) (1918), Библия стилендә яҙылған афоризмдар һәм метафоралар йыйынтығы, улар поэзия менән проза араһындағы яҙмалар булып тора. Жибран ғәрәп телендәге Al-Arwah Al-Mutamarridah китабын 1908 йылдың мартында сығара. 4 хикәйәнән торған был йыйынтыҡ Ливандың ҡатын-ҡыҙ эмансипацияһы, яратмаған кешегә барғансы кәләштең үлемде һайлауы, ХІX быуат ливан эре ер биләүселәренең яуызлығы һәм ғәҙелһеҙлеге кеүек кеүек социаль мәсьәләләрен күтәрә.

Жибран поэзияһында формаль стиль һәм дини темалар өҫтөнлөк ала. Яҙыусының күп әҫәрҙәре христианлыҡҡа һәм рухи һөйөүгә ҡағыла. Әммә уның ижадына ислам дине, иудаизм һәм суфыйсылыҡ та йоғонто яһай. Уның «Һынған ҡанаттар» (1912) тигән повесы рус теленә тәржемә ителә. Был китапта Ливанда егет менән ҡыҙҙың тәрән рухи мөхәббәте һәм ҡомһоҙлоҡ һәм ғәҙелһеҙлек донъяһында ғашиҡтарҙың бәхет тураһындағы хыялдарына тормошҡа ашыу насип булмауы тураһында һөйләнелә. Повестың башҡорт теленә тәржемәһе[2] 2013 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫылып сыға.

Яҙыусының иң билдәле әҫәрҙәренең береһе — «Пәйғәмбәр» (1923) тигән китабы. Ул фәлсәфәүи рухтағы 26 шиғри эссенан тора. Төп герой философ Пәйғәмбәр, ғүмеренең ҙур өлөшөн үткәргән төбәкте ташлап, тыуған яғына ҡайтырға йыйына. Ул карапҡа ултырып киткәнсе был торамала йәшәгән кешеләр уның нәсихәттәрен, аҡыллы һүҙҙәрен тыңларға, һорауҙарын бирергә йыйыла. Пәйғәмбәрҙең яуаптарына һәм нәсихәттәренә тормошто яратыу һәм гуманизм хас. Һынлы сәнғәттә Жибран Хәлил Жибран ете йөҙләп картина, шул иҫәптән дуҫтары Вильям Батлер Йейтс, Карл Густав Юнг һәм Огюст Роден портреттарын яҙған.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ғәрәп телендә
  • Ara’is al-Muruj (Nymphs of the Valley, also translated as Spirit Brides, 1906)
  • al-Arwah al-Mutamarrida (Spirits Rebellious, 1908)
  • al-Ajniha al-Mutakassira (Broken Wings, 1912)
  • Dam’a wa Ibtisama (A Tear and A Smile, 1914)
  • The Madman (1918)
  • al-Mawakib (The Processions, 1919)
  • al-‘Awāsif (The Tempests, 1920)
  • The Forerunner (1920)
  • al-Bada’i' waal-Tara’if (The New and the Marvellous,1923); инглиз телендә
  • The Prophet (1923)
  • Sand and Foam (1926)
  • Jesus, The Son of Man (1928)
  • The Earth Gods (1929)
  • The Wanderer (1932)
  • The Garden of The Prophet (1933)
  • Beloved Prophet, The love letters of Kahlil Gibran and Mary Haskell, and her private journal (1972, edited by Virginia Hilu)
  • The Sea

Әҫәрҙәре буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вашингтон округында Ж. Х. Жибран монументы
  • «Крылья» операһы, композиторы — Аарон Харлап, Жибран Хәлил Жибрандың «Һынған ҡанаттар» повесы буйынса Рути Бат-Ор либреттоһы. Премьераһы 2005 йылдың 26 ғинуарында, Тель-Авив Сәнғәт музейында була. Вокал партиялары: сопрано Ирина Бертман, тенор Йотам Коэн, баритондар Ноах Бригер менән Евгений Низнич һәм бас Моше Фиш. [1]
  • Шул уҡ повесть мотивтары буйынса Mr. Mister рок-төркөмөнөң Broken Wings тигән синглы сыға.
  • Джаз саксофонсыһы Jackie McLean «Kahlil the Prophet» тигән трек ижад итә (1963) (Blue Note BLP 4165)
  • Спектакль
  • Пәйғәмбәр һүҙе. Ульяна Письменнаяның шиғри парафразы. Украин телендә. «Украинский писатель» нәшриәте, 2013.
  • «Kahlil Gibran’s The Prophet» (2014 год) тигән мультфильм «Пәйғәмбәр» китабы мотивтары буйынса эшләнә, уны төшөрөүҙә билдәле режиссёрҙар Билл Плимптон һәм Томм Мур ҡатнаша. Фильм Торонто халыҡ-ара кинофестивалендә һәм Канн халыҡ-ара кинофестивалендә күрһәтелә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Jean-Pierre Dahdah: Khalil Gibran, eine Biographie. Walter-Verlag, Zürich 1997. ISBN 3-530-10006-4
  • Raif Georges Khoury: Passé et Présent de la Culture Arabe ou Tradition, Modernité et Conservation d’Identité, selon Djubrān Khalīl Djubrān (1883—1931), à l’image de la Renaissance Européenne. deux mondes, Edingen-Neckarhausen 1997. ISBN 3-932662-00-8
  • Khalil Gibran: Der Prophet. Walter-Verlag, ISBN 3-530-26800-3
  • Khalil Gibran: Der Prophet. Musikbuch Maraton Records, www.maraton.de
  • Khalil Gibran: Der Prophet, Broschur, Patmos verlag Düsseldorf, ISBN 978-3-491-50714-2
  • Khalil Gibran: Der Prophet, Illustriert von Stephanie Nickel, Broschur/Gebunden, Patmos Verlag Düsseldorf, ISBN 978-3-491-50718-0 и ISBN 978-3-491-50719-7
  • Khalil Gibran: Der Prophet, Seidenmoire, Patmos Verlag Düsseldorf, ISBN 978-3-491-50708-1
  • Khalil Gibran: Die Rückkehr des Propheten, Illustriert von Stefanie Nickel, Gebunden, Patmos Verlag Düsseldorf, ISBN 978-3-491-50720-3
  • Khalil Gibran: Jesus Menschensohn, Gebunden, Patmos Verlag Düsseldorf, ISBN 978-3-491-50717-3
  • Аида Имангулиева: «Джебран Халиль Джебран», Баку, 1975;
  • Gibran, Khalil and Jean Gibran. Khalil Gibran: His Life and World. New York: Interlink Books, 1991.
  • Kairouz, Wahib. Gibran in his Museum. Lebanon: Bacharia, 1995.
  • leb.net/gibran/

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]