Эстәлеккә күсергә

Жубран Хәлил Жубран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жубран Хәлил Жубран
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-apc" does not exist.
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Ғосман империяһы
 Государство Великий Ливан[d]
 Lebanese Republic under French mandate[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-apc" does not exist.
Патронимы йәки матронимы Халиль / Халил[d]
Тыуған көнө 6 ғинуар 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[3][2][4][…]
Тыуған урыны Бишари[d], Горный Ливан[d], Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 10 апрель 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[3][2][4][…] (48 йәш)
Вафат булған урыны Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[5]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][5]
Үлем сәбәбе цирроз печени[d][5], туберкулёз[5] һәм Яман шеш
Ерләнгән урыны Бишари[d]
Туған тел Ливанский диалект арабского языка[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә һәм Ғәрәп теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, рәссам, фәлсәфәсе, новеллист
Уҡыу йорто Академия Жюлиана[d]
Кемдә уҡыған Pierre Amédée Marcel-Béronneau[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1931[6]
Әҫәрҙәр исемлеге list of works by Kahlil Gibran[d]
Сәнғәт йүнәлеше Mahjar[d] һәм символизм[d][6]
Сәйәси идеология сирийский национализм[d][7] һәм антиклерикализм[d][8]
Жанр шиғриәт, парабола[d], хикәйә, мэсэл һәм театр пьесаһы[d]
Рәсми сайт kahlilgibran.com
Тасуирлау биттәре biografiasyvidas.com/bio…
Хеҙмәттәре тупланмаһы Gibran Museum[d], Музей Соумайя[d], Гарвард художество музейы[d], Бруклинский музей[d], Метрополитен-музей[d] һәм Telfair Museums[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Kahlil Gibran
 Жубран Хәлил Жубран Викимилектә
Йәш Жубран Хәлил Жубран, 1898 йыл, автор Фред Холланд Дей

Жубран Хәлил Жубран, ғәр. جبران خليل جبران‎‎, ингл. Kahlil Gibran (6 ғинуар 1883 йыл, Бишари — 10 апрель 1931 йыл, Нью-Йорк) — Ливан һәм АҠШ философы, рәссам, шағир һәм яҙыусы. ХХ быуаттың мәшһүр ғәрәп яҙыусыһы һәм философы.

Жубран Хәлил Жубранға киң билдәлелек килтергән китап — The Prophet (Пәйғәмбәр) (1923), уның фәлсәфәһенең юғарғы үре. Китап 100-ҙән ашыу телгә тәржемә ителгән.

Жубран Хәлил Жубран 1883 йылдың 6 ғинуарында Төньяҡ Ливандың таулы төбәгендә, Бишари ауылында тыуа, ул саҡта был төбәк Ғосман империяһы провинцияһы була.

Был төбәк халҡы Ғосман империяһынан бойондороҡһоҙ һәм азат булыу өсөн көрәшә, Хәлил Жубран да был хәрәкәт яҡлы була. Был төбәктә христиандар менән мосолмандар үҙ-ара татыу булмай, һәм яҙыусы дошманлашҡан яҡтарҙы яраштырырға тырыша.

Хәлил Жубрандың әсәһе Камила Раме дини йәмәғәтселеккә йоғонто яһай алыусан ғаиләнән сыға. Хәлил Жубрандың атаһы Камиланың өсөнсө ире була. Атай кешенең яуапһыҙлығы арҡаһында ғаилә фәҡир йәшәй. Хәлил Жубрандан башҡа ғаиләлә тағы өс бала була: 6 йәшкә өлкән ағаһы инә бер ата башҡа Питер, яҙыусы айырыуса яратҡан ике апаһы — Марианна менән Султана.

Бала саҡтан Хәлил Жубран яңғыҙлыҡ ярата, бер үҙе уйланырға, тәбиғәтте күҙәтергә әүәҫ була. Ғаилә ярлы булғанлыҡтан ул тейешле белем ала алмай, ауыл руханийы биргән Библия нигеҙҙәре һәм ғәрәп теле дәрестәренә генә йөрөй. Йәш Хәлилдең уҡыуға әүәҫлеген күреп, рухани уны уҡырға һәм яҙырға, тарихҡа, фәндәргә, телдәргә өйрәтә башлай.

Хәлил Жубран 8 йәштә саҡта, атаһы, һалым түләмәүҙә ғәйепләнеп, төрмәгә ябыла, мөлкәте конфискациялана. Ғаилә йортһоҙ ҡала һәм туғандарына күсеп китә. Бер аҙҙан Хәлилдең әсәһе АҠШ-ҡа иммиграцияларға була. Яҙыусының атаһын 1894 йылда төрмәнән сығаралар, әммә ул иммиграцияларға тәүәккәлләмәй һәм Ливанда ҡала.

1895 йылдың июнендә Жубрандар ғаиләһе Нью-Йоркҡа килә, шунан Бостонда төпләнә. Ғаиләне әсәй кеше ҡарай, ләкин фәҡирлектән сыға алмайҙар. Иммигранттарҙың балаларына белем биреү менән шөғөлләнгән хәйриә ойошмалары булышлығы менән генә Жубран Хәлил Жубран мәктәпкә йөрөй башлай, әммә ҡыҙ ҡәрҙәштәренә уҡырға рөхсәт ителмәй. Мәктәптә малайҙың исемен яңылыш ҡыҫҡартып, Хәлил Жубран тип ҡалдыралар. Мәктәптә уның һүрәт төшөрөү һәләтен асалар.

Әсәһенең бер аҙ һаҡламдары менән, йәнә ағаһы һәм апаларының эшләй башлауы сәбәпле, матди хәл яҡшыра төшә һәм Хәлил Жубран Бостон йәмәғәтселегенә сыға башлай. Ул ҡаланың мәҙәни тормошо менән таныша, ә уҡытыусылары уның шәп рәссам булырын күҙаллай. Улар йәш рәссамдарға ярҙамы менән танылған рәссам Фред Һолланд Дей менән бәйләнешкә сыға, һәм ул Жубранға ла булышлыҡ итә. Улар 1896 йылда таныша. Дей Жубран Хәлилде грек мифологияһы, донъя әҙәбиәте, хәҙерге заман әҙәбиәте һәм фотография менән таныштыра. Йәш Жәбран зирәк була, һәр нәмәгә тиҙ өйрәнә, һүрәт төшөрөү техникаһын камиллаштыра, китаптар тышлығы дизайнын эшләп, аҡса таба башлай. Дей ярҙамы менән ул Бостондың ижади даирәләрендә танылыу ала. Ләкин ғаилә, иртә килгән уңыш баланың башын әйләндерер, тигән ҡарарға килә һәм күмәк килешеү буйынса Жирбан Хәлил уҡыуын тамамлар һәм ғәрәп телен өйрәнер өсөн Ливанға ҡайта.

Ливанда Бәйрүт институтында уҡығанда ул студенттарҙың әҙәби журналын аса, бер нисә йыл уҡығандан һуң, 1902 йылда ҡабат Бостонға килә. Бынан ике аҙна элек кенә туберкулёздан Султана апаһы үлгән була, бер йылдан ошо уҡ сирҙән ағаһы Питер донъя ҡуя, уның артынса яман шештән Жубран Хәлилдең әсәһе мәрхүм була. Ул кейем-һалым магазинында эшләгән Марианна апаһының ҡарауында ҡала.

1908 йылда Жубран һынлы сәнғәткә өйрәнеү өсөн Парижға китә. Европала ике йыл йәшәй һәм ғүмерлек дуҫы буласаҡ Йософ Һуайек менән таныша. 1910 йылда ҡабат АҠШ-ҡа ҡайта, Нью-Йоркҡа күсә.

Был ваҡытҡа Жубран билдәле рәссам булып китә. Уның тәүге күргәҙмәһе Бостонда Дейҙың студияһында ойошторола. Ошо күргәҙмәлә ул Мэри Элизабет Хаскелды осрата. Хаскел унан 10 йылға өлкәнерәк була, әммә улар дуҫлаша. Был дуҫлыҡ ғүмер буйы дауам итә, ҡайһы бер биографтар улар араһында романтик бәйләнеш булыуын да раҫлай һәм, никахтарына Хаскелдар ғаиләһе ҡаршы төшкән, ти. Мэри Элизабет, икенсе кешегә кейәүгә сыҡһа ла, Жубранға финанс ярҙамы күрһәтеп тора, мөхәррире була, мөһим кешеләр менән таныштыра.

Жубран Нью-Йоркта 1931 йылдың апрелендә 48 йәштә бауыр циррозынан һәм туберкулёздан үлә. Ул Америка гражданлығын алмай, сөнки ватаны Ливанды бик ярата. Үҙен Ливанда ерләүҙәрен васыят итеп ҡалдыра.

1904 йылда Хәлил Жубран «Эмигрант» (Al-Mouhajer) тигән ғәрәп гәзитенә мәҡәләләр яҙа башлай. Уның йәшерәк сағындағы бөтә әҫәрҙәре ғәрәпсә яҙылған була, ләкин 1918 йылдан һуң күбеһе инглиз телендә донъя күрә. Шулай итеп, 1906 йылда автор ғәрәп телендә «Нимфы долины» (Arayis Al-Muruj) тигән китабын сығара. 1908 йылда «Мятежные души» (Al-Arwah Al-Mutamarridah) тигән китабы донъя күрә. Инглиз телендә сыҡҡан беренсе китабы — «The Madman» (Сумасшедший) (1918), Библия стилендә яҙылған афоризмдар һәм метафоралар йыйынтығы, улар поэзия менән проза араһындағы яҙмалар булып тора. Жубран ғәрәп телендәге Al-Arwah Al-Mutamarridah китабын 1908 йылдың мартында сығара. 4 хикәйәнән торған был йыйынтыҡ Ливандың ҡатын-ҡыҙ эмансипацияһы, яратмаған кешегә барғансы кәләштең үлемде һайлауы, ХІX быуат ливан эре ер биләүселәренең яуызлығы һәм ғәҙелһеҙлеге кеүек кеүек социаль мәсьәләләрен күтәрә.

Жубран поэзияһында формаль стиль һәм дини темалар өҫтөнлөк ала. Яҙыусының күп әҫәрҙәре христианлыҡҡа һәм рухи һөйөүгә ҡағыла. Әммә уның ижадына ислам дине, иудаизм һәм суфыйсылыҡ та йоғонто яһай. Уның «Һынған ҡанаттар» (1912) тигән повесы рус теленә тәржемә ителә. Был китапта Ливанда егет менән ҡыҙҙың тәрән рухи мөхәббәте һәм ҡомһоҙлоҡ һәм ғәҙелһеҙлек донъяһында ғашиҡтарҙың бәхет тураһындағы хыялдарына тормошҡа ашыу насип булмауы тураһында һөйләнелә. Повестың башҡорт теленә тәржемәһе[2] 2013 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫылып сыға.

Яҙыусының иң билдәле әҫәрҙәренең береһе — «Пәйғәмбәр» (1923) тигән китабы. Ул фәлсәфәүи рухтағы 26 шиғри эссенан тора. Төп герой философ Пәйғәмбәр, ғүмеренең ҙур өлөшөн үткәргән төбәкте ташлап, тыуған яғына ҡайтырға йыйына. Ул карапҡа ултырып киткәнсе был торамала йәшәгән кешеләр уның нәсихәттәрен, аҡыллы һүҙҙәрен тыңларға, һорауҙарын бирергә йыйыла. Пәйғәмбәрҙең яуаптарына һәм нәсихәттәренә тормошто яратыу һәм гуманизм хас. Һынлы сәнғәттә Жубран Хәлил Жубран ете йөҙләп картина, шул иҫәптән дуҫтары Вильям Батлер Йейтс, Карл Густав Юнг һәм Огюст Роден портреттарын яҙған.

ғәрәп телендә
  • Ara’is al-Muruj (Nymphs of the Valley, also translated as Spirit Brides, 1906)
  • al-Arwah al-Mutamarrida (Spirits Rebellious, 1908)
  • al-Ajniha al-Mutakassira (Broken Wings, 1912)
  • Dam’a wa Ibtisama (A Tear and A Smile, 1914)
  • The Madman (1918)
  • al-Mawakib (The Processions, 1919)
  • al-‘Awāsif (The Tempests, 1920)
  • The Forerunner (1920)
  • al-Bada’i' waal-Tara’if (The New and the Marvellous,1923); инглиз телендә
  • The Prophet (1923)
  • Sand and Foam (1926)
  • Jesus, The Son of Man (1928)
  • The Earth Gods (1929)
  • The Wanderer (1932)
  • The Garden of The Prophet (1933)
  • Beloved Prophet, The love letters of Kahlil Gibran and Mary Haskell, and her private journal (1972, edited by Virginia Hilu)
  • The Sea
  • «Крылья» операһы, композиторы — Аарон Харлап, Жубран Хәлил Жубрандың «Һынған ҡанаттар» повесы буйынса Рути Бат-Ор либреттоһы. Премьераһы 2005 йылдың 26 ғинуарында, Тель-Авив Сәнғәт музейында була. Вокал партиялары: сопрано Ирина Бертман, тенор Йотам Коэн, баритондар Ноах Бригер менән Евгений Низнич һәм бас Моше Фиш. [1](недоступная ссылка)
  • Шул уҡ повесть мотивтары буйынса Mr. Mister рок-төркөмөнөң Broken Wings тигән синглы сыға.
  • Джаз саксофонсыһы Jackie McLean «Kahlil the Prophet» тигән трек ижад итә (1963) (Blue Note BLP 4165)
  • Спектакль
  • Пәйғәмбәр һүҙе. Ульяна Письменнаяның шиғри парафразы. Украин телендә. «Украинский писатель» нәшриәте, 2013.
  • «Kahlil Gibran’s The Prophet» (2014 год) тигән мультфильм «Пәйғәмбәр» китабы мотивтары буйынса эшләнә, уны төшөрөүҙә билдәле режиссёрҙар Билл Плимптон һәм Томм Мур ҡатнаша. Фильм Торонто халыҡ-ара кинофестивалендә һәм Канн халыҡ-ара кинофестивалендә күрһәтелә.
  1. Record #88896061 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118680935 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Khalil Gibran // Benezit Dictionary of Artists (ингл.)OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 арабская Википедия — 2003.
  6. 6,0 6,1 RKDartists (нидерл.)
  7. Orfalea G. (unspecified title) (ингл.) — P. 6.
  8. Campbell R. B. (unspecified title) (ингл.) — P. 93.
  • Jean-Pierre Dahdah: Khalil Gibran, eine Biographie. Walter-Verlag, Zürich 1997. ISBN 3-530-10006-4
  • Raif Georges Khoury: Passé et Présent de la Culture Arabe ou Tradition, Modernité et Conservation d’Identité, selon Djubrān Khalīl Djubrān (1883—1931), à l’image de la Renaissance Européenne. deux mondes, Edingen-Neckarhausen 1997. ISBN 3-932662-00-8
  • Khalil Gibran: Der Prophet. Walter-Verlag, ISBN 3-530-26800-3
  • Khalil Gibran: Der Prophet. Musikbuch Maraton Records, www.maraton.de
  • Khalil Gibran: Der Prophet, Broschur, Patmos verlag Düsseldorf, ISBN 978-3-491-50714-2
  • Khalil Gibran: Der Prophet, Illustriert von Stephanie Nickel, Broschur/Gebunden, Patmos Verlag Düsseldorf, ISBN 978-3-491-50718-0 и ISBN 978-3-491-50719-7
  • Khalil Gibran: Der Prophet, Seidenmoire, Patmos Verlag Düsseldorf, ISBN 978-3-491-50708-1
  • Khalil Gibran: Die Rückkehr des Propheten, Illustriert von Stefanie Nickel, Gebunden, Patmos Verlag Düsseldorf, ISBN 978-3-491-50720-3
  • Khalil Gibran: Jesus Menschensohn, Gebunden, Patmos Verlag Düsseldorf, ISBN 978-3-491-50717-3
  • Аида Имангулиева: «Джебран Халиль Джебран», Баку, 1975;
  • Gibran, Khalil and Jean Gibran. Khalil Gibran: His Life and World. New York: Interlink Books, 1991.
  • Kairouz, Wahib. Gibran in his Museum. Lebanon: Bacharia, 1995.
  • leb.net/gibran/