Эстәлеккә күсергә

Зайлалова Сажиҙә Хәмәҙийәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зайлалова Сажидә Хәмәтйәр ҡыҙы битенән йүнәлтелде)
Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы
Зайлалова
Тыуған көнө

1 ноябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Баштирмә ауылы[1]

Вафат булған көнө

26 ноябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (86 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Педагог

Наградалары һәм премиялары
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Зайлалова Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы (1 ноябрь 1919 йыл — 26 ноябрь 2005 йыл) — педагог‑методист, дәреслектәр авторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). Милләте — башҡорт.

Сажиҙә (Сажидә) Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова 1919 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[2] Баштирмә ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауылында башланғыс мәктәпте уңышлы тамамлағас, ул Шишмә районының Сәфәр ауылында Башҡорт педагогия техникумының әҙерлек курсында уҡый. 1932 йылда был курс Дәүләкән педагогия техникумына ҡушыла. Сажидә Зайлалова техникумда өс йыл уҡый һәм уны 1936 йылда бөтөрөп сыға ла 16 йәшендә Шишмә районының Ябалаҡлы ете йыллыҡ мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эш башлай.

Тиҙҙән С. Х. Зайлалова уҡытыу-тәрбиә эшендә алдынғы ысул һәм алымдарҙы киң файҙаланып, ижади эшләүсе новатор-педагог булып таныла. 1937 йылда ул Мәскәүҙә РСФСР-ҙың отличник-уҡытыусылары кәңәшмәһендә ҡатнаша. 1939 йылда «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Шул уҡ йылда уны Шишмә районы Ҡараяҡуп ете йыллыҡ мәктәбе директоры урынбаҫары итеп билдәләйҙәр.

1940 йылда район халыҡ мәғарифы бүлеге Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙын К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға ебәрә. Бер аҙ тәжрибә туплап, уҡытыу-тәрбиә эшендә белемдең ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын яҡшы аңлап килгән уҡытыусы тел һәм әҙәбиәт факультетының башҡорт бүлегендә педагогия серҙәрен тырышып өйрәнә. Ләкин уға тиҫтерҙәре менән бер йыл ғына уҡырға насип була. Беренсе курс имтихандарын тик «5» билдәләренә тапшырып бөтөүгә, фашистар Германияһы илебеҙгә баҫып инә — Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ауыр афәт касафаты студенттарға ла килеп етә. Уларҙы фронтҡа киткән уҡытыусылар урынына төрлө райондарға эшкә оҙаталар.

Сажиҙә Зайлалова Маҡар районының Ишәй мәктәбенә китә. Бында ла ул намыҫлы хеҙмәт өлгөләре күрһәтә, шуға ла уны 1943 йылда ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының мәктәптәр бүлеге инструкторы итеп билдәләйҙәр, бер ни тиклем ваҡыттан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы итеп үрләтелә.

1948 йылда партия өлкә комитеты бюроһы С. Х. Зайлалованы Өфө ҡалаһындағы 9-сы терәк мәктәбе директоры итеп тәғәйенләй. Мәктәптең бәләкәй генә интернатында аталары Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған етем балалар тәрбиәләнә. Был балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү сығымдарын Башҡортостан хөкүмәте тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Мәктәптә Сажидә Хәмәтйәр ҡыҙы ете йыл директор вазифаһын намыҫлы башҡара. Ул республикала киң билдәле, алдынғы мәктәпкә әйләнә. Унда педагогия институты студенттарының практикаһы ойошторола, ҡала һәм республика уҡытыусыларының төрлө йыйылыштары — конференциялар, кәңәшмәләр, тематик кисәләр үткәрелә.

1950 йылда Сажиҙә Зайлалова Башҡорт дәүләт педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай. 9-сы урта мәктәп 1958 йылда 1-се интернат-мәктәп итеп үҙгәртелә. Бында Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы йәнә 20 йыл эшләй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында талантлы педагог булып таныла.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға төрлө ҡараш булған саҡтарҙа ла С. Х. Зайлалова был предметтарҙы һәр ваҡыт юғары әҙерлек менән, тейешле идея-теоретик кимәлдә уҡыта, балаларға төплө белем һәм нигеҙле тәрбиә бирергә ынтыла. Синыфтан тыш эштәр дәрестең дауамы тип ҡарала. Уҡыусылар түңәрәктәргә, әҙәби поход, сәйәхәттәргә ҙур теләк менән йөрөйҙәр, осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнашалар. Шуның һөҙөмтәһендә уҡытыусы үҙ предметтары буйынса уҡыусыларҙың тулы өлгәшенә беренселәрҙән булып ирешә.

Мәктәп-интернатта уҡытыу-тәрбиә эштәренән тыш, Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова йәмәғәт бурыстарын үтәүгә лә яуаплы ҡарай. Тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, ул Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығының уҡыу-методик советы ағзаһы, район халыҡ мәғарифы бүлегенең штаттан тыш инспекторы вазифаларын күңел биреп башҡара. Ул башҡорт әҙәбиәте буйынса программалар, дәреслектәр төҙөүгә, дәреслектәрҙе файҙаланыу тураһында методик ҡулланмалар яҙыуға йәлеп ителә. С. Х. Зайлалова — 1953 йылдан бирле V һәм VI синыфтарҙың туған әҙәбиәт дәреслектәре авторҙашы. Ул IV һәм VII синыфтар өсөн дә дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөүҙә ҡатнаша, методик ҡулланмалар яҙа.

Күп йыллыҡ һәм намыҫлы педагогик хеҙмәте өсөн Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова байтаҡ миҙал һәм Маҡтау грамоталарына лайыҡ була, 1963 йылда уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән юғары исем бирелә.

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.