Эстәлеккә күсергә

Закатала

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Закатала
әзерб. Zaqatala
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ үҙәге Закатальский район[d], Закатальский округ[d], Закатальская губерния[d] һәм Закатальский уезд[d]
Административ-территориаль берәмек Закатальский район[d], Закатальский округ[d], Закатальская губерния[d] һәм Закатало-Нухинский округ[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Халыҡ һаны 31 300 кеше (2010)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 518 ± 1 метр
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Закаталах[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Q32937363?
Карта
 Закатала Викимилектә

Закатала парктарының береһендә үҫкән күп йыллыҡ платан

Заката́ла (әзерб. Zaqatala, авар. Закатала; ЧIар, цахур. Zakatala) — Әзербайжандың Закатала районындағы ҡала һәм административ үҙәк. Тимер юлындағы станция Евлах-Балакән һыҙатында. [Халыҡ-ара Парзиван аэропорты. Ҡала ЕвлахШекиТбилиси шоссе юлында урынлашҡан.

Закатала Алазани йылғаһы ҡушылдығы Талачай буйында, Баш Кавказ һыртының урманлы үңерендә урынлашҡан.

Буласаҡ Закатала округы ҡасандыр Кавказ Албанияһы ерҙәренә ингән, ул тарҡалғандан һуң Грузия составына ингән. Халҡы иһә Кахетия батшабикәһе Данара тарафынан грузин правослау нәсрани диненә ылыҡтырыла. XIбыуат башында кахетин батша Квирике Эретияны Кахетияға ҡушҡан. XV быуатта грузин батшаһы Александр I Кахетияны кесе улы Давидҡа биргән. XV быуатта буласаҡ Закатала округы территорияһына Кавказ һырты аръяғынан - Дағстандан аварҙар күсенеп ултыра башлай. XVII быуат башында Кахетияны Шах-Аббас тар-мар итә, кешеләрен ҡыра һәм әсирлеккә алып китә, шул уҡ ваҡытта бында төркиҙәр (әзербайжандар) күпләп күсенә.

Грузиндарҙың ҡалғаны аварҙар һәм цахурҙар ҡыҫымы аҫтында Ислам ҡабул итә, уларҙы ингилойҙар (яңы дин ҡабул итеүселәр) тип атай башлайҙар. XVIII быуат башында аварҙар һәм цахурҙар көсәйеп китә һәм бер нисә ирекле йәмғиәт — Джар-Белокан ирекле йәмғиәттәрен төҙөй.

Яңы Закатала нығытмаһы

Грузия Рәсәйгә ҡушылғандан һуң джар йәмғиәттәре башбаштаҡлығын, һөжүмдәрен туҡтатыу кәрәк булып сыға, һәм был 1803 йылда генерал Гуляков тарафынан башҡарыла. 1830 йылдағы яңы боланан һуң джар йәмғиәттәре ерҙәрен Грузия үҙ биләмәләренә ҡуша һәм Джар-Балакән өлкәһе барлыҡҡа килә, һуңынан — 1844 йылда, уға Илисуй солтанаты ҡушыла .

1830 йылда, урындағы халыҡ араһында сыуалыштар баҫтырылғандан һуң, элекке ауылдың исеменән алып Яңы Закаталы ҡәлғәһе төҙөп, уның форштадын 1851 йылда Закатала ҡалаһв тип атай башлайҙар[1].

1860 йылдың 5 апрелендә Александр II сығарған фарман буйынса, Джар-Балакән хәрби округы Закатала округы ойошторола [2][3] 1918 йылдың 26 майында Кавказ аръяғы Демократик Федератив Республикаһы тарҡалғандан һуң, Грузия Демократик Республикаһы барлыҡҡа килә. Закатала округы Грузия составына инә, әммә Әзербайжан быға ҡаршы сыға һәм XVII быуаттан бирле бында әзербайжан халҡы йәшәй тип белдерә.

1920 йылдың 7 майында Мәскәүҙә ҡабул ителгән Грузия һәм РСФСР араһында килешеүгә ярашлы , Грузияның көньяҡ сигенең бер өлөшө Закатала округы буйлап үтә тип таныла[4]

1921 йылда Грузияла совет власы урынлаша.

1922 йылдың март башында ВКП(б) ҮК-нең Кавказ аръяғы Бюроһы Грузия составынан Закатала округының дүрт районы Әзербайжанға бирелеүе тураһында ҡарар сығара[5] Бында урындағы халыҡтың фекере ҙур роль уйнай. Дағ халыҡтары Дағстанға тау аша юл булмау сәбәпле, иҡтисади йәһәттән дә ҡушыла алмай икәнлеге асыҡлана. Шул мәлдә Закатала округының Милли Совеиы ағзалары — Асланбек Кардашов һәм Байрам-әфәнде Кичикханов — Әзербайджан Республикаһына ҡушылыу тәҡдиме индерә: бында күпселек мосолмандар йәшәй, мәҙәни, тел, иҡтисади йәһәттән дә Грузияға ҡарағанда Әзербайжанға яҡыныраҡ тип дәлилләйҙәр[6]

"Закатала" һүҙенең барлыҡҡа килеүе тураһында бер нисә фараз бар. Береһе буйынса "Закатала" - "Сакатала" тигәндән килеп сыҡҡан (Сак тигеҙлеге атамаһынан).[7] Б.э. т. VII быуатта сак ҡәбиләләре Алғы Азияға күсенә һәм Кура йылғаһынан Кавказ тауһарына тиклем ерҙәрҙе биләй. Закатала районы шул ерҙәрҙең бер өлөшө булып тора[8]

"Кавказ календары" мәғлүмәттәре буйынса, 1912 йылда 4073 кеше, башлыса әрмәндәр тип яҙылған[9].

Мәгәр 1896 йылғы шул уҡ календарҙа күпселеге татар (1231 кеше) йәшәй тип яҙылған [10] (сөнки Рәсәй империяһы барлыҡ төрки халыҡтарҙы татар тип атаған, бында "кавказ, әзербайжан татарҙары" күҙҙә тотола)[11] '[12]).

Ҡаланың милли составы
Этник төркөмдәр 1876[13] % 1926[14] % 1939[15] % 1959[16] % 1970[17] % 1979[18] %
Все 1 143 100 3 304 100 8 594 100 10 250 100 13 377 100 15 195 100
Әзербайжандар 23 2 1 284 38.9 2 577 30 5 362 52.3 7 877 58.9 9 678 64
Лезгиндар 455 39.8 117 3.5 222 2.9 824 8 478 3.6 351 2.3
Аварҙар ** ** 10 0.3 480 5.6 299 2.9 1 133 8.5 1 446 9.5
Урыҫтар 240 20.9 290 8.8 2 986 34.7 1 876 18.3 1 261 9.4 951 6.3
Цахурҙар ** ** 213 6.4 232 2.7 71 0.7 831 6.2 1 330 8.8
[[Әрмәндәр] 400 34.9 1 181 35.7 1 414 16.5 1 215 11.9 982 7.3 836 5.5
Грузиндар 5 0.4 96 2.9 144 1.7 137 1.3 307 2.3 91 0.6
Украиндар ** ** 41 1.2 169 2 y. ** ** ** ** **
Лактар ** ** у. ** y. ** y. ** y. ** y. **
Немецтар ** ** y. ** 47 0.5 y. ** y. ** y. **
Еврейҙар ** ** y. ** 16 ** 20 ** 13 ** 5 **
Татарҙар ** ** y. ** y. ** y. ** 50 0.4 43 0.3
Удиндар ** ** y. ** y. ** y. ** 2 ** 3 **
Курдтар ** ** y. ** y. ** y. ** 1 ** 5 **
башҡалар 20 258 2 307 3.6 446 4.3 442 3.3 456 3
Ҡаланың дини составы
Дини төркөмдәр 1926[14] % 1939[15] % 1959[16] % 1970[17] % 1979[18] % 2009[19] %
Христиандар 1608 48.7 4760 55.4 3328 31.5 2552 19 1881 12.4 252 1.3
Мосолмандар 1624 49 3389 38.3 6556 49 10370 77.5 12853 84.6 19603 98.7

Ҡалала сәтләүек таҙартҡыс, емеш-еләк консервалау, май-сыр, гренаж, эфир-май, кирбес һәм асфальт заводтары, мебель һәм сәй фабрикаһы бар. Закатала — Әзербайжандың туризм үҙәге, күп һанлы ҡунаҡханалар, ял йорттары менән билдәле.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала һәйкәлдәргә бай. Бында Авария нуцалы Бөйөк Уммахан, ғалим Давуд-апанди Ғолодини, Кахау Кахаев, Хасан-дибир ерләнгән[20].Чардахлар, Хасан-дибир из Гоора[20].

Ҡалала ошондай скульптуралар һәм обелискылар бар:

Закаталаның климаты уртаса йылы, тигеҙ дымланыусан (Cfa).[21] Ул ярымдымлы субтропиктарға инә.[22][23]

Загаталы климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 20,0 23,9 27,8 31,1 36,1 36,1 38,9 38,9 37,2 32,8 25,0 22,8 38,9
Уртаса максимум, °C 5,3 6,3 11,2 18,8 22,2 26,8 30,5 29,3 25,7 18,8 12,5 7,9 17,9
Уртаса температура, °C 1,1 2,3 5,8 12,7 17,0 20,9 24,6 23,7 19,8 13,5 7,9 3,2 12,7
Уртаса минимум, °C −1,9 −1,1 2,7 8,0 12,0 16,1 19,4 18,6 15,0 9,4 4,6 0,4 8,6
Абсолют минимум, °C −22,8 −13,9 −12,2 −3,9 1,1 6,1 8,9 7,8 2,2 −5 −7,8 −18,9 −22,8
Среднее число солнечных часов в день 114,3 103,8 130,0 176,7 215,6 261,0 274,8 255,3 220,2 157,8 130,5 110,2 2150,2
Среднее число дней с осадками 7 8 11 12 13 10 7 7 7 9 8 7 106
Яуым-төшөм нормаһы, мм 35 52 67 78 115 129 64 75 65 106 72 33 891
Сығанаҡ: NOAA[24], Sistema de Clasificación Bioclimática Mundial[25]
  1. Закаталы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Магомед Джамалутдинович Бутаев, Ахмед Ибрагимович Османов, Г. И. Какагасанов, Институт истории, археологии и этнографии (Российская академия наук Дагестанский научный центр). Республика Дагестан. — Изд-во "Юпитер", 2001. — С. 6.
  3. Кавказская археографическая коммиссія, compiler. Акты собранные Кавказскою археографическою коммиссіею : архивъ Главнаго управленія намѣстника кавказскаго. — Тифлис, 1904. — Т. 12. — С. 434-437. — ISBN 2003543542.
  4. Московский договор (РСФСР — Грузия, 1920) (рус.) // Википедия. — 2017-10-19. Статья III, Пункт 1.
  5. Andersen, Andrew [http://www.conflicts.rem33.com/images/Georgia/Georgian%20Terr%20Evol%20TEXT%20&%20MAPS.htm «ТАЮЩАЯ ГРУЗИЯ»: ТЕРРИТОРИАЛЬНЫЕ ИЗМЕНЕНИЯ В ГОДЫ УСТАНОВЛЕНИЯ И ЗАКРЕПЛЕНИЯ СОВЕТСКОЙ ВЛАСТИ (1921-1922)]. ТЕРРИТОРИАЛЬНЫЕ ИЗМЕНЕНИЯ ГРУЗИИ ПОСЛЕ УСТАНОВЛЕНИЯ СОВЕТСКОЙ ВЛАСТИ (1921-44). www.conflicts.rem33.com. — Электронная версия издания. Дата обращения: 26 октябрь 2018.
  6. Т. М. Айтберов. 1 // Закавказские аварцы:этнос, государственность, законы. (VIII—начало XVIII вв.) / М. А. Магомедов. — Махачкала, 2000. — С. 182-183.
  7. Kamil Adışirinov. Qädim Türk-Oğuz yurdu Oxud (әзерб.). — Nurlan, 2006. — С. 15.
  8. Управление делами Президента Азербайджанской Республики ПРЕЗИДЕНТСКАЯ БИБЛИОТЕКА. АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОЕ ДЕЛЕНИЕ. — Баку. — С. 88. — 196 с.
  9. Кавказский календарь на 1912 год, стр. 155. Тифлис, 1911
  10. Кавказский календарь на 1896 год, стр. 250. Тифлис, 1896
  11. Баку // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  12. «Алфавитный список народов, обитающих в Российской Империи» Демоскоп Weekly
  13. Кавказский календарь на 1886 год. стр. 142
  14. 14,0 14,1 Ethno-Caucasus, Этнодемография Кавказа :Закатальский уезд (перепись 1926 года)
  15. 15,0 15,1 Ethno-Caucasus, Этнодемография Кавказа :Закатальский район (перепись 1939 года)
  16. 16,0 16,1 Ethno-Caucasus, Этнодемография Кавказа :Закатальский район (перепись 1959 года)
  17. 17,0 17,1 Ethno-Caucasus, Этнодемография Кавказа :Закатальский район (перепись 1970 года)
  18. 18,0 18,1 Ethno-Caucasus, Этнодемография Кавказа :Закатальский район (перепись 1979 года)
  19. Официальный сайт Статистического комитета Азербайджана. Регионы
  20. 20,00 20,01 20,02 20,03 20,04 20,05 20,06 20,07 20,08 20,09 Закатальский «полуостров» или в поисках жемчужины 2019 йыл 19 март архивланған.
  21. World Maps of Köppen-Geiger climate classification
  22. Субтропические пояса — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  23. Алисов Б.П. Географические типы климатов // Метеорология и гидрология. — 1936.
  24. Zagatala Climate Normals 1961–1990. National Oceanic and Atmospheric Administration.
  25. Zakataly (Azerbaijan). Centro de Investigaciones Fitosociológicas. Дата обращения: 1 февраль 2016.