Эстәлеккә күсергә

Нәҡи Иҫәнбәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Закиров Нәҡи Сиражетдин улы битенән йүнәлтелде)
Нәҡи Иҫәнбәт
татар. Нәкый Исәнбәт
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме татар. Нәкый Сираҗи улы Закиров
Тыуған көнө 29 декабрь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Малаяҙ, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 сентябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Татарстан Республикаһы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Балалары Prazat İsänbät[d] һәм Yoldız İsänbät[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле татар теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, драматург, фольклорсы, лингвист
Уҡыу йорто Мөхәмәҙиә
Әүҙемлек урыны Башҡортостан Республикаhы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Нәҡи Иҫәнбәт Викимилектә

Нәҡи Иҫәнбәт (Нәҡи Сиражетдин улы Закиров, татар. Нәкый Исәнбәт 29 декабрь 1899 йыл — 15 сентябрь 1992 йыл) — татар яҙыусыһы, шағир, драматург, прозаик, ғалим-фольклорсы һәм филолог, татар һүҙлектәрен төҙөүсе.

Нәҡи Иҫәнбәт 1899 йылдың 29 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Малаяҙ ауылында<ref>хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Татар Малаяҙы тыуған. Ауыл муллаһының улы.

Минең исем, фамилиям былай: Нәҡи Сиражетдин улы Закиров. Шәжәрәм: Нәҡи ← Сиражетдин ← Закир ← Әһлулла ← Рәхимҡол ← Мөхәммәтрәхим ← Иҫәнбәт ← Сөембәк. Былар Малаяҙға Урал артындағы Юлыҡтан килгәндәр. М. Фәйзи эшләгән ауылдан. Ул Орск өйәҙендәге ҙур татар ауылы.

Ауыл мәҙрәсәһендә үҙенең уҡыуын башлап, уны Хәсәниә мәҙрәсәһендә (Өфө ҡалаһы) дауам итә.

15 йәшендә, Ҡазан «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһе шәкерте булғанда, журналдарҙа баҫыла башлай. Нәҡ шул ваҡытта унда һүҙгә һәм телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә, ә халыҡ ижадына, туған теленә һөйөүе уны ғүмере буйы оҙатып бара.

Уның шиғырҙары халыҡ яратҡан йырҙарҙың («Ураҡсы ҡыҙ», «Бормалы һыу», «Гармун», «Һин сазыңды уйнаның») һүҙҙәренә әүерелгән. Пьесалары ныҡлап татар театрҙары репертуарына («Хужа Насретдин», «Зифа», «Портфель», «Муса Йәлил», «Хижрәт» һ. б.) ингә. Балалар өсөн әҫәрҙәре (шул иҫәптән фольклор) шулай уҡ бик популяр («Мыраубай батыр»).

Нәҡи Иҫәнбәт йыйған «Татар халыҡ мәҡәлдәре» (төрки телендәге иң ҙур һәм үҙенсәлекле йыйынтыҡ), «Татар халыҡ йомаҡтары» һәм «балалар фольклоры» китаптары татар мәҙәниәтенә уның баһалап бөткөһөҙ өлөшө.

Нәҡи Иҫәнбәт татар халҡының «Идегәй» героик эпосынн (дастан), тәүге тапҡыр 1940 йылда баҫтырып, уның ижади реставрациялау принцибы буйынса төҙөлгән йыйылма тексын мәҙәни әйләнешкә индерә. Эпостың төгәлләнгән фаразын ул баҫмаға әҙерләй, әммә һуғыш, һуңғараҡ ул саҡтағы властарҙың тыйыуы баҫып сығарыуҙы тотҡарлай. Был материалдар һуңыраҡ 1980-се йылдар аҙағында, авторлыҡҡа бер ниндәй ҙә һылтанмаһыҙ, баҫмала файҙаланылған. Ул оҫта тәржемәсе булып таныла, А. С. Пушкин, Мольер, Низами, Шекспир әҫәрҙәрен татар теленә тәржемә итә.

Нәҡи Иҫәнбәт 1992 йылдың 12 сентябрендә Ҡазанда вафат була.

  • Ҡазан ҡалаһында Татар зыяратында ерләнгән
  • Ҡазан ҡалаһының Совет районында Нәҡи Иҫәнбәт урамы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. С. Пушкин, У. Шекспирҙың әҫәрҙәрен татар теленә тәржемә иткән.

  • Земля салаватская, земля батыра. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010 — с. 167—169.
  • Назим Ханзафаров. Нәкый Исәнбәт драматургиясе. Казан: ТКН, 1982.
  • Мәшһүр татар галимнәре. Казан: Татарстан китап нәшрияты, 2011.