Зарифа
Викидатала элемент юҡ |
Зарифа — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зарифа исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе нәзәҡәтле, сибәр; тапҡыр, йор, зирәк, оҫта телле тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зарифа Ғафари (пушту ظریفه غفاری; 1992 йыл, Ҡабул) — афған сәйәси эшмәкәре, хоҡуҡ яҡлаусы. 2018 йылдан Вардак провинцияһының административ үҙәге Майданшахр ҡалаһы мэры.
За́ра (тулы исеме — Зарифа́ Паша́евна Мгоя́н; 26 июль 1983 йыл) — Рәсәй эстрада йырсыһы, артист, йәмәғәт эшмәкәре; Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2016). «Артист мира ЮНЕСКО» (2016).
Зарифа Саутиева (рус. Зарифа Саутиева; 1 май 1978 йыл) — Ингушетияның сәйәси эшмәкәре һәм музей директоры. Ул Рәсәй хөкүмәте тарафынан Чечня һәм Ингушетия араһындағы сикте үҙгәртеүгә ҡаршы протестары өсөн эштән ҡыуыла, аҙаҡ төрмәгә ултыртыла.
Зарифа Азиз ҡыҙы Алиева (әзерб. Zərifə Əziz qızı Əliyeva; 28 апрель 1923 йыл — 15 апрель 1985 йыл) — совет табип-офтальмологы, Әзербайжан ССР-ы Фәндәр академияһы академигы, профессор.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Зарифа» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.
«Зарифа» — башҡорт халыҡ бейеүе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |