Эстәлеккә күсергә

Нурғәлин Зиннур Әхмәҙиә улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зиннур Нургалин битенән йүнәлтелде)
Нурғәлин Зиннур Әхмәҙиә улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Ташбулат, Әбйәлил районы, СССР[1]
Вафат булған көнө 10 июнь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2] (91 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[2]
Һөнәр төрө журналист, уҡытыусы
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто Силәбе дәүләт педагогия университеты
Ғилми исеме академик[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d] һәм филология фәндәре докторы[d][1]
Әүҙемлек урыны Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Нурғәлин Зиннур Әхмәҙиә улы (4 октябрь 1928 йыл10 июнь 2020 йыл) — әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист, юғары мәктәп етәксеһе һәм уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), тарих фәндәре кандидаты (1968), филология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018).

Зиннур Әхмәҙиә улы Нурғәлин[3] 1928 йылдын 4 октябрендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны[4]Ташбулат ауылында тыуған.

1942 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, 1944 йылға тиклем колхозда эшләй. Темәс педагогия училищеһында белем ала.

Артабан өс юғары уҡыу йортон тамамлай — 1953 йылда Силәбе педагогия институтын, 1959 йылда — Өфө ҡалаһында Юғары партия мәктәбен, 1968 йылда — КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын. Бында тарих фәндәре буйынса кандидатлыҡҡа эйә була. Ә 1982 йылда Ҡаҙахстан Фәндәр Академияһынын Сәнғәт институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1944—1953 йылдарҙа тыуған Әбйәлил районы ауылдары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1952 йылдан КПСС ағзаһы.

1953—1955 һәм 1959—1965 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хеҙмәт һала: 1953—1955 йылдарҙа хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, 1960 йылдан — бүлек мөдире, 1962 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары була.

1968 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт институтында марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, 1988 йылдан алып 2000 йылға тиклем — ректоры була. 2000 йылдан — философия һәм тарих кафедраһы, 2010 йылдан — гуманитар һәм социаль фәндәр кафедраһы мөдире.

Зиннур Әхмәҙиә улы Нурғәлин 2020 йылдың 10 июнендә Өфө ҡалаһында вафат булды[5].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим 200-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы. Ул әҙәбиәт тарихының теоретик аспекттарын, башҡорт музыка сәнғәте үҫешен, башҡорт сәнғәтенең Евразиялағы башҡа этномәҙәниәттәр менән бәйләнешен өйрәнә. Күп кенә хеҙмәттәре Ғабдулла Амантайҙың ғилми эшмәкәрлеген, XIX быуаттың 30-сы йылдарында республика Яҙыусылар союзының әҙәби тормошон яҡтырта. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленә, театрға арналған хеҙмәттәре лә бар.

Зиннур Нурғәлин ҡыҙыҡһынған өлкә — башҡорт әҙәбиәте тарихының теоретик аспекттары, башҡорт традицион музыка сәнғәте үҫеше, башҡорт мәҙәниәтенен Евразия этномәҙәниәттәре менән үҙ-ара мөнәсәбәте. Ул Ғабдулла Амантай фәнни һәм ижади эшмәкәрлеген, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының ХХ быуаттың 30-сы йылдарындағы эшен өйрәнә. Ғалим театр тәнҡитсеһе булараҡ та киң билдәле.

Унын тәҡдиме менән Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыканттарын әҙерләй башлайҙар. Зиннур Әхмәҙиә улы — өс академия: Ижтимағи фәндәр, Халыҡ-ара төрөк һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (һуңғыһының почетлы академигы).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Мәҙәниәт фондынын Башҡортостан филиалы Президиумы рәйесе (1991—2012).
  • Башҡортостан Республикаһының Фольклор фонды рәйесе (1992—2000).
  • Халыҡ-ара Төрки академияһынын вице-президенты (1997 йылдан алып).

100-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт һәм 9 монографияға тупланған әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре авторы, шул иҫәптән төп хеҙмәттәре:

  • Герой һәм заман. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975.
  • Идея берҙәмлеге юлында. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975.
  • Интернационалистическая по духу. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984.  (рус.)
  • Культурное строительство в Башкирской АССР. 1917—1941 гг.: Сборник документов и материалов / Ответственный редактор. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1986.  (рус.)
  • Билдәлелек яктыhында. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  • Ағиҙел ҡайҙан башлана? Өфө: Китап, 1997.
  • Ваҡыттың өҙөлмәҫ бәйләнеше. Өфө: Китап, 1999.
  • Дәүерҙәр һулышы. Өфө: Китап, 2003.
  • Горизонты за горизонт. Уфа: Гилем, 2008.  (рус.)
  • Хәҡиҡәт бәхәстә тыуа. Өфө: Китап, 2008.
  • Госуда рственный язык — дух Отчизны. Уфа: Гилем, 2008.  (рус.)
  • Башкирский язык: от государственного к литературному. Уфа: Гилем, 2013.  (рус.)
  • Дәүләт теле: цивилизациялы һәм милли беришлек. Өфө: Китап, 2013.
  • Театрҙын шинмәҫ шишмәһе. Сәхнә күрке — туған тел. Өфө, 2013.
  • Рәсәй һәм Көнсығыш: филология һәм философия. Өфө, 2014.
  • Башкортостан — зеркало Евразии. Уфа: Гилем, 2014.  (рус.)
  • Три диалекта башкирского языка. Уфа: Гилем, 2015.  (рус.)

Ғалим ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни-популяр һәм башҡа мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Быуаттарға торошло мираҫ. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 8 июнь[6].
  • Дәүләт теле – ил тотҡаһы. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 31 ғинуар[7].

Уға арналған материалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
  3. Башҡортостан Республикаһынын фәндәр акдемияһы- Нурғалин Зиннур Әхмәҙиә улы. Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 5 февраль 2013 года.
  4. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы
  5. Ғалим, профессор, Өфө сәнғәт институтының элекке ректоры Зиннур Нурғәлин вафат булған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020 йыл, 11 июнь (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2020)
  6. «Башҡортостан» гәзите, 8 июнь 2018 йыл(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2018)
  7. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 31 ғинуар(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2018)
  8. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 2 октябрь(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 2 октябрь 2018)
  9. «Йәшлек» гәзите, 2015, 16 октябрь (Тикшерелеү көнө: 6 октябрь 2018)
  10. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 26 декабрь 2018 йыл
  11. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йыл 29 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2018) }
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2018)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2018)