Эстәлеккә күсергә

Исхаҡов Ибраһим Ейәнбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ибраһим Исхаҡов битенән йүнәлтелде)
Ибраһим Ейәнбай улы Исхаҡов
 
Тыуған: 1891({{padleft:1891|4|0}})
Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Мырҙаш ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы)
Үлгән: 1921({{padleft:1921|4|0}})
 
Наградалары:

Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ибраһим Ейәнбай улы Исхаҡов (18911921) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан башҡорт офицерҙарының береһе, Беренсе донъя һуғышында (19141917) һәм Граждандар һуғышында ҡатнаша, Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәхси адьютанты.

1891 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы) Мырҙаш ауылында тыуған. Хәрби мәктәбен тамамлай. 1913 йылда батша армияһына хеҙмәткә алына, 1917 йылдағы революцияға тиклем батша армияһында хеҙмәт итә. Офицер дәрәжәһенә күтәрелә.

1918 йылдың йәйендә Өфөлә Халыҡ армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Штабс-ротмистр И. Исхаҡов Зәки Вәлидиҙең шәхси адъютанты һәм тән һаҡсыһы булып хеҙмәт итә[1].

Башҡорт хәрби советы юлламаһы буйынса 1918 йылдың көҙөндә Ырымбурға Башҡорт ғәскәрҙәре сафтарына күсерелә. Ноябрь айында Вәлиди уны Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт уҡсылар полкы командиры итеп тәғәйенләй. 1918 йылдың ноябренән 1919 йылдың февраленә тиклем Исхаҡов үҙенең полкы менән Аҡтүбә һәм Стәрлетамаҡ фронттарында ҡыҙылдарҙың 1-се армия частарына ҡаршы һуғыша. Штабс-капитан чинына үрләтелә.

1918 йылдың 14 декабрендә Вәлиди Ибраһим Исхаҡов менән 2-се полктың муллаһы Нуриәғзәм Таһировҡа йәшерен хат ебәрә. Хатында фронтҡа һибелгән башҡорт полктарын Башҡортостан территорияһында, бер урынға тупларға тигән йәшерен фарман бирә. Исхаҡовҡа ошо фарманды башҡорт ғәскәрҙәренә таратырға ҡуша. Декабрҙең аҙағына башҡорт полктары бер урынға йыйыла башлай. Ибраһим Исхаҡов та үҙенең полкын Аҡтүбә фронтынан Башҡортостанға алып килә[1].

Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре 1919 йылдың февралендә Совет власы яғына сыҡҡандан һуң Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының 2-се Башҡорт уҡсылар полкына командир итеп ҡуйыла. Был полк Саранскиҙа Башҡорт корпусы частарынан, ике уҡсы һәм ике кавалерия полктарынан төҙөлә.

1919 йылдың июнь башында Реввоенсовет рәйесе Троцкий Саранскиҙағы Башҡорт бригадаһын Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы составында Көньяҡ фронтта А. И. Деникин армияһына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Харьков янында айырыуса ҡаты һуғыштар булып үтә. Ҡыҙылдарҙың 14-се армияһының частары тулыһынса тарҡалып, тәртипһеҙ рәүештә фронттан сигенгән шарттарҙа, Башҡорт бригадаһына яу яланында бик ауырға тура килә. Күп осраҡта күрше ҡыҙыл частар менән бәйләнештең булмауы, уларҙың сигенеүе арҡаһында башҡорт полктарына аҡтарҙың ҡамауында ҡалырға тура килә. Ошондай ҡамауҙарҙа ҡалып, Ибраһим Исхаҡовтың 2-се полкы айырыуса ҙур юғалтыуҙар кисерә. Полктың яртыһы тиерлек яу яланында ятып ҡала[1].

1919 йылдың июль башында Башҡортостандан өҫтәмә ғәскәрҙәр килеү менән бригада Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртелә. Зәки Вәлиди Көньяҡ фронтҡа килеп, башҡорт ғәскәрҙәренең хәле менән таныша. 2-се уҡсылар башҡорт полкындағы тәртипте тикшергәндән һуң, Вәлиди был полк фронтта башҡаларға ҡарағанда күберәк түҙһә лә, башҡорт ғәскәренең бөтә яҡшы сифаттарын һаҡлап ҡалғанына инана һәм полктың ҡыҙылармеецтарына, полк командиры Исхаҡовҡа һәм политком Юлдашевҡа үҙенең рәхмәтен белдәрә.

Әммә, артабанғы ауыр һуғыштар барышында, дивизия тағы байтаҡ юғалтыуҙар кисерә. Ошоноң һөҙөмтәһендә, 14-се армия командалығы дивизияның ғәскәрҙәрен ике йыйылма полкка, Йыйылма Башҡорт уҡсы һәм кавалерия полктарына туплай. Исхаҡов етәкселек иткән 2-се полктың иҫән ҡалған яугирҙарын батальонға туплап, йыйылма полкка ҡушалар, ә Исхаҡов батальон командиры итеп ҡалдырыла.

Артабан ул Зәки Вәлидиҙең адъютанты булып йөрөй.

1919 йылдың көҙөндә Ибраһим Исхаҡов Петроград ҡалаһындағы Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының 2-се полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Юденич ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Яуҙа ҡаты яралана. Петроградты һаҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн РСФСР-ҙың юғары наградаһы — Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Ибраһим Исхаҡов 1920 йылдың февралендә республикаға ҡайта.

Март айында Үҫәргән кантонындағы коммунистар Башревкомға ҡаршы фетнә ҡора, Башҡортостан автономияһына ҡаршы сығыш яһай, АСРБ-ны Үҫәргән кантонын Ырымбур губернаһына күсереү яҡлы була. Исхаҡов Башревком комиссияһы составында (Х. Н. Әмиров, Ә. Ғ. Ишмырҙиндар менән берлектә) Үҫәргән кантонындағы килеп сыҡҡан хәлде тикшереүҙә ҡатнаша. Комиссия ағзалары тиҙ арала тәртип урынлаштыра. Ғәйеплеләрҙе ҡулға алып, кантонда Башҡортостан автономияһы власын тергеҙә. Фетнәнең башында торған кантондың коммунистар ойошмаһы ҡыуып таратыла[1].

25 мартта И. Исхаҡов Үҫәргән кантонының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә, әммә тиҙҙән Стәрлетамаҡҡа саҡыртыла. 1920 йылдың май айынан ул Башҡортостандың Хәрби эштәр буйынса комиссары урынбаҫары Әүхәҙи Ишмырҙиндың ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.

1920 йылдың 19 майында, Үҙәк Совет власы үҙенең декреты менән Башҡортостандың автономияһын сикләй («Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты сыға). Зәки Вәлиди көрәште Төркөстанда дауам итергә ҡарар итә.

1920 йылдың июнендә Зәки Вәлидиҙең көрәштәштәре — Башревком ағзалары, офицерҙар уның планына ярашлы Төркөстанға китә, большевиктарға ҡаршы көрәшкә ҡушыла, улар араһынан Әүхәҙей Ишмырҙин, Ибраһим Исхаҡов, полковник Һибәтулла Һөйөндөков һәм тағы ла бер нисә башҡорт офицеры Бохараның хәрби ойошмаларында етәксе вазифалар алғанлығы тураһында Вәлиди үҙенең «Хәтирәләр» китабында яҙа.

Артабан Ибраһим Исхаҡов Кермана ҡалаһында хәрби мәктәп ойоштора, курсанттарҙы уҡытыу менән мәшғүл була, Ә.- З. Вәлидов етәкләгән Төркөстан милли берлеген яҡлаусы, урындағы халыҡтан сыҡҡан кадрҙар әҙерләй. Баҫмасылар яғында ҡыҙылдарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.

1921 йылдың апрелендә Ибраһим Исхаҡов Урта Азияла Бохара әмиренә тоғро ҡалған баҫмасылар тарафынан үлтерелә.

Был ваҡиға тураһында Вәлиди «Хәтирәләре»ндә бик әсенеп яҙа. Фанатик баҫмасылар үҙҙәренә ярҙам итергә килгән офицерҙарҙы хәйлә менән саҡырып алып, хыянатсыл рәүештә үлтерәләр. Вәлиди башҡорт запас полкының офицерҙарын исемләп атай һәм ҡәрҙәш тип һанаған баҫмасылар тарафынан Ибраһим Исхаҡов һәм тағы ла 11 офицерҙың үлтерелеүе ярҙамға килгән офицерҙарҙың был эштән байтаҡҡа һыуындырыуын билдәләй. 2 майҙа Нуратала күмәк кеше йыйылған далалағы мәжлестә Вәлиди:

«Милләтебеҙҙең төп бәләһе — ошо наҙанлыҡ һәм фанатизм. Һеҙ үлтергән инсандар һеҙгә ҡорал тоторға, бомба ҡулланырға өйрәтәсәк, тимер юлдарға динамит ҡуясаҡ, арабыҙҙа бәйләнеш урынлаштырасаҡ, типография булдырып, илдә матбуғат ойошторасаҡ, радио эшләтәсәк кешеләр ине. Хәҙер үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙан ни эш килер һуң?»

 — тип мөрәжәғәт иткән[2].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында, 2009, с. 122—124
  2. Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Хәтирәләр. — Өфө: «Китап», 1996. — 430—431 биттәр.