Әмиров Хәлим Насретдин улы
Хәлим Насретдин улы Әмиров | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Яңы Артауыл ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы) |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Гражданлығы | |
Подданлығы | |
Хәлим Насретдин улы Әмиров (1894—?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
Тормош юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмиров Хәлим Насретдин улы 1894 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Абрай улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы) Яңы Артауыл ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1].
А. Ш. Ярмуллин фаразлауы буйынса, Хәлим Әмиров 1917 йылда уҙған Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары эшендә Бөрө өйәҙенән делегат булараҡ ҡатнашҡан[2].
1918 йылдың йәйендә Башҡорт Хөкүмәтенең Мәғариф бүлеге мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм Башҡортостан автономияһының кантон башҡармалары янындағы Мәғариф бүлектәрен ойоштороу менән шөғөлләнә[2].
1919 йылдың 16 февралдә Башҡорт Хөкүмәте һәм ғәскәрҙенең Совет власы яғына сығыуы тураһында фарманды иғлан итеү өсөн, Башҡорт корпусы штабынан Таналыҡ-Баймаҡ заводына ебәрелә. 1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында уҙған I Бөтә Башҡорт хәрби съезында ҡатнашып делегаттар алында сығыш яһай[3]. Һуңыраҡ Башҡортостандың революцион хөкүмәтен ойоштороу ваҡиғаларында ҡатнаша[2].
1919 йылдың мартында Башҡорт АССР-ының Халыҡ мәғарифы комиссариаты Коллегияһы ағзаһы итеп раҫлана. Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы ойошторолғас, 1919 йылдың 18 майында Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары Ә. Ә. Вәлидов тарафынан дивизияның сәйәси комиссары итеп тәғәйенләнә[3]. 1919 йылдың июнендә башҡорт ғәскәрҙәре составында Көньяҡ фронтҡа Харьков ҡалаһына ебәрелә[2].
1919 йылдың июль башында Башревком ҡарамағына ҡайтарыла. 1919 йылдың сентябрендә башҡорт ғәскәрҙәре Петроградҡа ебәререлеп Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөн тәшкил итә. Хәлим Әмиров Башревкомдың башҡорт ғәскәрҙәрендәге янындағы махсус вәкиле булараҡ Петроградҡа ебәрелә. Петроградта башҡорт ғәскәрҙәренең I Коммунистик конференцияһында «Башҡорт хәрәкәте» тигән доклад менән сығыш яһай, был доклады 1920 йылдың февралендә, Башҡорт ғәскәрҙәренең Совет власы яғына сығыуына бер йыл тулыу айҡанлы сығарылған «Бәхет көнө» исемле альбом-журналында баҫылып сыға[3].
1920 йылдың февралендә Башҡортостанға ҡайтып, Башҡорт АССР-ы Халыҡ мәғарифы комиссариаты Коллегияһы ағзаһы булып эшләй. 1920 йылдың мартында Үҫәргән кантонында власть фетнәселәр ҡулына күскәс, Башревком Хәлим Әмиров, Сөләймән Ишмырҙин һәм Ибраһим Исхаҡовтарҙан торған махсус комиссия булдыра һәм уның рәйесе итеп Х. Әмировты тәғәйенләй. Урында Хәлим Әмиров тиҙ арала кантонда тәртип урынлаштыра. 1920 йылдың 25 мартынан Башревком кантревкомы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың майында Башобком конфликт комиссияһы Үҫәргән кантоны коммунистарын аҡлап сығыш яһай, Әмировты бер йылға партиянан сығарырға ҡарар ҡыла, ә Башобком пленумы уны бер йылға бөтә яуаплы вазифаларҙан ситләтергә тәҡдим итә. Әммә Башревком Әмировты Башглавпродукт рәйесе вазифаһына тәғәйенләй[2].
1921 йылдың авгусынан Башобкомдың Башҡорт АССР-ы Ревтрибуналы янындағы Дәүләт ғәйепләүсеһе урынбаҫары булып хеҙмәт итә[2].
1930-сы йылдарҙа Өфө мотор заводының коммуналь бүлегендә плановик булып эшләй. 1936 йылдың 23 октябрендә ҡулға алына һәм өс йылға иркенән мәхрүм ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 1989 йылда 12 ноябрендә аҡлана[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 1. — Уфа: Китап, 1997. — С. 100. Международное общество «Мемориал». Дата обращения: 29 июнь 2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө, 2009. — 174 с.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Ярмуллин А. Ш. Башҡорт ғәскәрҙәренең Петроградта нәшер ителгән «Бәхет көнө» журнал-альбомы // Ватандаш. — 2007. — № 1. — С. 47—72. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана (1917–1920). Ч. 1. — Уфа, 2005. — С. 33, 238.
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 5. — Уфа, 1994. — С. 63.
- Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 2. Ч. 1. — Уфа, 2002. — С. 556, 577.
- Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө, 2009. — 174 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт ғәскәрҙәренең Петроградта нәшер ителгән «Бәхет көнө» журнал-альбомы // Ватандаш. — 2007. — № 1. — С. 47—72. — ISSN 1683-3554.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле // Ватандаш. — 2015. — № 11. — С. 60—72. — ISSN 1683-3554.
- 1894 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Яңауыл районында тыуғандар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре
- РСДРП ағзалары
- Башҡорт АССР-ының дәүләт эшмәкәрҙәре
- Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ағзалары