Эстәлеккә күсергә

Закиров Игорь Рәүеф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Игорь Рауфович Закиров битенән йүнәлтелде)
Закиров Игорь Рәүеф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 2 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Мәскәү авиация институты
Хәрби звание Капитан
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Закиров Игорь Рәүеф улы Викимилектә

Закиров Игорь Рәүеф улы (2 ғинуар 1945 йыл) — С. В. Ильюшин исемендәге Авиация комплексының һынаусы лётчигы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994). СССР‑ҙың атҡаҙанған һынаусы лётчигы (1990).

Игорь Рәүеф улы Закиров[1]1945 йылдың 2 ғинуарында Өфө ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. 1962 йылда Өфө ҡалаһының Ленин районындағы 39-сы мәктәпте тамамлаған.

1963 йылдың авгусынан Совет Армияһында. 1967 йылда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы И. С. Полбин исемендәге Ырымбур юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын тамамлай.

Игорь Рәүеф улы 1971 йылдың октябренә тиклем ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы Балтик флоты Хәрби-һауа көстәренең 240-сы Гвардия Ҡыҙыл Байраҡлы Севастополь-Берлин диңгеҙ ракета йөрөтөүсе авиация полкында осоусы булып хеҙмәт итә.

1971 йылдың октябренән 1973 йылдың апреленә тиклем запастағы гвардия өлкән лейтенанты И. Р. Закиров — СССР-ҙың авиация сәнәғәте министрлығының лётчик-һынаусылар мәктәбе тыңлаусыһы (Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында). Мәктәпте тамамлағандан һуң С. В. Илюшин исемендәге Тәжрибә конструктор бюроһының (1993 йылдан — Авиация комплексы) һынаусы лётчигы булып эшләй.

1990 йылдың 16 авгусында «СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы лётчигы » исеменә лайыҡ булған Закиров Игорь Рәүеф улы, осоусы-һынаусы булып эшләгән дәүерендә, Ил-76П-1 (1989 йылдың 22 сентябрендә), Ил-114/2 (1991 йыл, 24 декабрь), баш Ил-114 (1992 йылдың 7 авгусында), Ил-76П-2 (1993 йылдың 28 ғинуарында), Ил-96МО (1993 йылдың 6 апрелендә; 2-се осоусы сифатында), Ил-114Т (1996 йылдың 14 сентябрендә) самолеттарын күккә күтәрә һәм һынай.

1989 йылда ул Ил-76МД менән Төньяҡ полюс районына йөк десантлауҙа ҡатнаша.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 480-се указы менән 1994 йылдың 14 мартында «авиация техникаһының яңы өлгөләрен һынауҙа, үҙләштереүҙә һәм аҙағына еткереүҙә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн», С. В. Ильюшин исемендәге Авиация комплексының лётчик-һынаусыһы Закиров Игорь Рәүеф улына «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 70) тапшырыла. Ул Башҡортостанда тыуып үҫкәндәрҙән беренсе булып Рәсәй кимәлендәге юғары дәрәжәләге исемгә лайыҡ була.

Закиров Игорь Рәүеф улы Ил-76, Ил-86, Ил-96 һәм Ил-114 аэробустарын төрлө илдәрҙең баш ҡалаларында: Германия (Берлин), Франция (Париж), Чехия (Прага), Һиндостан (Дели), Ҡытай (Пекин), Сингапур (Сингапур), Чили (Сантьяго) һәм башҡалар халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә күрһәтә.

1999 йылдың декабре — 2000 йылдың ғинуарында Закиров «XXI быуатты ҡаршылап» Халыҡ-ара комплекслы антарктида экспедицияһында Ил-76ТД авиалайнерында пилот-инструктор сифатында ҡатнаша.

Хәҙерге көндә И. Р. Закиров Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Геройы
  • «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены
  • миҙалдар

Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.