Икебаштоҙ
Икебаштоҙ | |
ҡаҙ. Екібастұз | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1898 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Екібастұз |
Дәүләт |
Ҡаҙағстан Рәсәй империяһы СССР |
Административ үҙәге | Экибастузская городская администрация[d] |
Административ-территориаль берәмек | Экибастузская городская администрация[d] |
Хөкүмәт башлығы | Кайрат Темиршотович Нукенов[d] |
Халыҡ һаны | 159 760 кеше (2016) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 347 ± 1 метр |
Милке | Шахтёр[d] |
Майҙан | 188 км² |
Рәсми сайт | ekibastuz.kz |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1876 |
Икебаштоҙ Викимилектә |
Икебаштоҙ (рус. Экибасту́з, ҡаҙ. Екібастұз) — өлкәгә буйһоноулы, 1898 йылда нигеҙ һалынған ҡала; ҡала статусы 1957 йылда бирелгән, Ҡаҙағстандағы Павлодар өлкәһенең көнбайышында урынлашҡан. Павлодарҙың көньяҡ-көнбайышына табаныраҡ 132 км алыҫлыҡта.
Физик-географик мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икебаштоҙ ҡалаһы төбәге майҙаны буйынса өлкәлә 2-се урынды биләй, уның өлөшө өлкәнең 15 % майҙанын, йәғни 1 млн. 602 мең 887 гектар тәшкил итә, шул иҫәптән 1 миллион 768 мең 200 гектар ауыл хужалығы ерҙәре, һөрөнтө ерҙәр - 35 мең гектар, сабынлыҡтар - 25800 гектар тура килә.
Төбәк составына ауыл ерҙәрендә барлығы 26 тораҡ пункт инә, шул иҫәптән 3 ҡасаба, 10 ауыл округы; 2 ауыл; 22 тораҡ пункты.
Административ үҙәге — Икебаштоҙ ҡалаһы, өлкә үҙәгенән 132 км алыҫлыҡта ята[1].
Икебаштоҙ UTC+6 сәғәт һыҙатында ята.
Тупрағы һәм гидрографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геоморфологик йәһәттән төбәк ваҡ сусаҡлы, һай, ҡороған күл уйпатлыҡтары тулҡындар хасил иткән тигеҙлек.
Даими һыу ағымы булып «Иртыш — Ҡарағанды» каналы тора. Каналды башлыса Иртыш туйындыра, атмосфера яуым-төшөмө һәм ер аҫты һыуҙары бик әҙ төшә.
Һыу ағымдары рельефтың юғары урындарынан уйһыуҙарға йүнәлә[2].
Тупрағы аҡһыл көрән, гумусҡа ярлы. Уңдырышлы ҡатламы 15—40 см, ҡайһы берҙә 50-гә тиклем етә.
Һөрөлмәгән дала территориялары көтөүлек өсөн ҡулланыла, үҫемлектәрҙән әрем, ҡылған кеүек ҡоролоҡҡа сыҙам төрҙәр үҫә. Йәй аҙағында үҫемлектәр ҡороп бөтә[2].
Экологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ГРЭС һәм ТЭЦ атмосфераға тейешенсә таҙартмай ташлаған зарарлы яныу ҡалдыҡтары өлкәләге бысраҡ һауаның 94 процентын тәшкил итә. [3].
Һыу менән тәьмин итеү шулай уҡ бик проблемалы. Ҡаланың һыу магистралдәре ныҡ иҫкергән (80 процентҡа етә), эсәр һыу сифаты бик насар: ПДК буйынса контролгә алынған матдәләр, шул иҫәптән, аммонийлы азот һәм нефть продукттары норманан күпкә юғары[4].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климат был төбәктә ҡырҡа континенталь. Икебаштоҙ океандан бик алыҫ урынлашҡан, көнбайыштан һәм төньяҡтан елдәр өсөн асыҡ, шулар һауа шарттары контраст булыуына ныҡ булышлыҡ итә. Ҡыш ярайһы ҡырыҫ, һыуыҡ, йәй йылы.
- Һауаның уртаса йыллыҡ температураһы +2,9 с. º
- Һауатемператураһының абсолют максимумы +с 41º
- Һауа температураһының абсолют минимумы −С 43º
- Иң эҫе айында уртаса температура 21,60 °C.
Атмосфера яуым-төшөмөнөң уртаса йыллыҡ күрһәткесе — 269 мм, шул иҫәптән
- ҡышҡы осорҙа — 77 мм,
- йәйге осорҙа — 192 мм.
- Ҡар яуған көндәр — 143, елдең уртаса тиҙлеге — 4,3 м/с, һауаның уртаса сағыштырмаса дымлылығы — 65 %[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Ҡаҙағстанда халыҡ һаны буйынса 19-сы урын, Төньяҡ Ҡаҙағстанда — 6-сы , ә Павлодар өлкәһендә — 2-се урынды биләй.
Этник составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этник составы (1 ғинуар 2010 йыл)[5]:
- ҡаҙаҡтар — 71 899 кеше (49,60 %)
- урыҫтар — 52 198 кеше (36,01 %)
- украиндар — 7 203 кеше (4,79 %)
- татарҙар — 4 052 кеше (2,80 %)
- немецтар — 3 103 кеше (2,14 %)
- белорустар — 1 235 кеше (0,85 %)
- башҡорттар — 661 кеше (0,46 %)
- әзербайжандар — 659 кеше (0,46 %)
- молдавандар — 623 кеше (0,43 %)
- корейҙар — 368 кеше (0,25 %)
- чечендар — 318 кеше (0,22 %)
- поляктар — 318 кеше (0,22 %)
- башҡалар — 2 329 кеше (1,61 %)
- Йәмғеһе — 144 966 кеше (100,00 %)
Халыҡ һаны динамикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012 йылдың 1 апреленә ҡала халҡы һаны 128 980 кеше [6], ә ҡала округында (ҡала әкимәте) уға ҡараған тораҡ пункттар менән ҡушып — 146 839 кеше булған (2012 йылдың 1 апреленә)
Йыл | Тыуым, кеше | Үлем, кеше | Иммиграция, кеше | Эмиграция, кеше | Халыҡ һаны, мең кеше |
---|---|---|---|---|---|
1957 | 25 | ||||
1979[7] | 65,871 | ||||
1989[8] | 135 | ||||
1996[9] | 2148 | 1362 | 152,153 (шуларҙан Солнечныйҙа — 9,370) | ||
1997[10] | 1721 | 1336 | 4780 | 8468 | 146,9 (шуларҙан Солнечныйҙа— 8,9) |
1998[11] | 146,409 (шуларҙан Солнечныйҙа — 8793) | ||||
1999[12] | 2745 | 7830 | 147,779 (шуларҙан Икебаштоҙҙа — 124,075) | ||
2001[13] | 1821 | 1386 | 3656 | 6494 | 189768 |
2006[14] | 140,9 | ||||
2007[15] | 2072 | 1456 | 575 | 397 | 142,4 |
2012 | 2072 | 1456 | 575 | 397 | 146,8 |
Йыл | Йәмғеһе, мең кеше | 1000 ҡатын-ҡыҙға ирҙәр һаны | Ҡаҙаҡтар, мең кеше | Ҡаҙаҡтар өлөшө, % | Ир-ат, мең кеше | Ҡатын-ҡыҙ, мең кеше |
---|---|---|---|---|---|---|
1989 | 135,0 | 959 | 26,7 | 19,8 | 66,1 | 68,9 |
1999 | 127,3 | 897 | 47,6 | 37,4 | 60,2 | 67,1 |
Дини инаныстар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икебаштоҙҙа 17 дини берекмә теркәлгән.
Диндәр буйынса бүленеш[17]
- Ислам — 7 дини берекмә, һәммәһе лә [18] филиал,
- Православие — 2,
- Католицизм — 1,
- Протестантлыҡ — 7.
1998 йылда Икебаштоҙҙа тантаналы рәүештә мәсет асыла. Ул хәҙер республикала иң матур мәсеттәрҙән һанала.
Икебаштоҙҙа Серафим Саровский һәм Иверская икона соборҙары бар.
Хакимиәт органдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икебаштоҙ ҡала башҡарма власть етәксеһе - әкимәт (хакимиәт) башлығы — Әким (хәким). Әкимәт (хакимиәт) — ҡаланың урындағы үҙидара башҡарма органы, ҡала советы башҡарма комитеты вариҫы [19].
Ҡаланың урындағы үҙидараһы вәкәләтле органы — ҡала мәслихәте. 17 депутаттан тора, уларҙы халыҡ муниципаль һайлауҙарҙа 5 йылға һайлай[20].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала тарихын өйрәнеүселәр араһында атама буйынса бер нисә нисә киң таралған фараз йәшәп килә. Ҡаҙаҡ теленән башҡортсаға тәржемәһе һүҙмә-һүҙ аңлашылып тора - «Екі бас тұз » - «Ике баш тоҙ». Бөтә фараздар ҙа ошо өс һүҙгә нигеҙләнә.
1.Иң киң таралған версия буйынса, 1886 йылда геолог Ҡосым Пшенбаев (хәҙер ҡалалағы тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы уның исемен йөрөтә), был урында күмер ятҡылыҡтары тапҡан. Имеш, йәш геолог үҙенең хужаһына был урынды эргәләге күлдән алған ике ҙур тоҙ киҫәге («Екі бас тұз») менән билдәләп ҡуйҙым тип белдергән булған. Шулай итеп был урындың атамаһы барлыҡҡа килгән. Павлодар төбәк белгесе Д. П. Багаев ошо фекерҙе дөрөҫ һанай.
2.Шахтер-ветеран Рымжан Бүләкбаев һөйләгән легенда буйынса, күл буйында ике һыбайлы һәләк булған. Уларҙың ҡәберҙәрен аттарының башы менән билдәләп ҡуйғандар. «Еки атбасы калган туз» - «ике ат башы ҡалған тоҙ» тигәндән, имеш, Икебаштоҙ атамаһы килеп сыҡҡан.
3. Атҡаҙанған ғалим, төбәк белгесе С. И. Джаксыбаев фекеренсә, «бас» һүҙе ҡаҙаҡса сығанаҡ, инеш мәғәнәһендә ҡулланыла, ә тоҙло күл янында ике инеш бар, улар ташҡын ваҡытында күлгә ағып төшә. Халыҡ телендә «Еки басты тузды көл», йәғни «Ике башлы тоҙло күл» ваҡыт үтеү менән Экибастуз - Икебаш тоҙ булып нығынған.
4. К. Нуралин тигән респондент ошондай фараз әйткән: ниндәйҙер көтөүсе ҡырҙа һөт ҡайнатырға булған. Шунда ятҡан ҡара таштарға һауытын ҡуйып, ут ҡабыҙған икән, теге таштар янып киткән. Шуны мөғжизәләй күреп, урынын онотмаҫ өсөн тоҙло күлдән ике баш ҙур тоҙ киҫәктәре алып килеп һалған. Һәм урынды «ике баш тоҙ» тигәндән Экибастуз тип атай башлағандар.
Омск хәрби-топографик бүлегендә 1876 йылда төшөрөлгән топографик картала иһә Экибастуз күле һәм янындағы күмер ятҡылыҡтары булған инде. Был факт Экибастуз атамаһы хаҡында үрҙә һөйләнгән легендаларҙан күпкә алдараҡ барлыҡҡа килеүен күрһәтә [21].
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Департамент внутренних дел Павлодарской области(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 ПОЯСНИТЕЛЬНАЯ ЗАПИСКА к рабочему проекту реконструкции автомобильной дороги «Кызылорда — Павлодар — Успенка — граница РФ»(недоступная ссылка)
- ↑ газета Звезда Прииртышья апрель 2008 2008 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Рамазанов Ж. Экология Икебаштоҙа // Звезда Прииртышья.- 2004(недоступная ссылка)
- ↑ Численность населения Республики Казахстан по областям, городам и районам, полу и отдельным возрастным группам, отдельным этносам на начало 2010 года . Агентство Республики Казахстан по статистике. Архивировано 17 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 17 ғинуар архивланған.
- ↑ Cities & towns of Kazakhstan
- ↑ Ҡаҙағстан ҡалалары
- ↑ https://web.archive.org/web/20081204145130/http://eurasia.org.ru/archive/wh_is_wh/Kz_census99.html
- ↑ Итоги социально-экономического развития Экибастузского региона за 1996 год 2007 йыл 17 ноябрь архивланған.
- ↑ Итоги социально-экономического развития Экибастузского региона за1997 год(недоступная ссылка)
- ↑ Итоги социально-экономического развития Экибастузского региона за 1998 год(недоступная ссылка)
- ↑ Итоги социально-экономического развития Экибастузского региона за 1999 год(недоступная ссылка)
- ↑ Итоги социально-экономического развития Экибастузского региона за 2001 год 2007 йыл 17 ноябрь архивланған.
- ↑ Итоги социально-экономического развития Экибастузского региона за 2006 год 2007 йыл 17 ноябрь архивланған.
- ↑ Итоги социально-экономического развития Экибастузского региона за январь – декабрь 2007 2008 йыл 21 июнь архивланған.
- ↑ https://web.archive.org/web/20081204145130/http://eurasia.org.ru/archive/wh_is_wh/Kz_census99.html
- ↑ Отдел внутренней политики акимата города Экибастуза(недоступная ссылка)
- ↑ Духовного управления мусульман РК
- ↑ Официальный сайт акимата города Экибастуза 2006 йыл 23 июнь архивланған.
- ↑ Официальный сайт маслихата г. Экибастуз(недоступная ссылка)
- ↑ История названия города Экибастуз
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краснопольский А. По поводу статьи К. Егорова «Поездка на Екибастузские каменноугольные копи» // Рус. экон. обозрение. — 1900. — N 5. — С. 111—121
- Панин Д. М. Лубянка — Экибастуз: Лагерные записки. — М.: «Обновление», 1990. ISBN 5-85828-001-3.
- Солженицын А. И. Знают истину танки! Том девятый. Собрание сочинений в 9 томах. — «Терра», 2005. ISBN 5-275-01357-4.
- Солженицын А. И. Один день Ивана Денисовича: Рассказы. — М.: Центр «Новый мир», 1990. ISBN 5-85060-011-6.
- Шевченко С. П. Экибастуз. — Алма-Ата: «Казахстан», 1982.
- Почётный гражданин города Экибастуза — ЦГБ Экибастуза, 2007.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аппарат акима города Экибастуза 2019 йыл 29 апрель архивланған.
- Маслихат Экибастуза 2020 йыл 10 ноябрь архивланған.
- Экибастузский городской портал
- Salem, Экибастуз