Эстәлеккә күсергә

Сәйетов Илдар Ширҡәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Илдар Ширҡәт улы Сәйетов битенән йүнәлтелде)
Сәйетов Илдар Ширҡәт улы
Тыуған ваҡыты:

25 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Баҡалы районы Баҡалы ауылы

Вафат ваҡыты:

14 октябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (63 йәш)

Вафат урыны:

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Сайт:

http://bashdram.ru/troupe/saitov.html

Сәйетов Илдар Ширҡәт улы (25 ғинуар 1957 йыл14 октябрь 2020 йыл) — театр һәм кино актёры. 1983—2020 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) артисы. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019).

Илдар Ширҡәт улы Сәйетов 1957 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Баҡалы ауылында тыуған.

Баҡалыла 2-се урта мәктәпте тамамлағас, урындағы кирбес заводында эшләй, хәрби хеҙмәтен үтәй.

1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтынының (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) театр сәнғәте факультетын (педагогтары — Рифҡәт Исрафилов, Павел Мельниченко) тамамлай һәм вафатына тиклем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.

Бер үк ваҡытта Башҡортостан телевидениеһы менән хеҙмәттәшлек итеп, «Китап тартмаһында», «Сатира һәм юмор» тапшырыуҙарын алып бара. «Беҙ өсәү инек», «Кинйә» телефильмдарында төшә.

Актёр 2020 йылдың 14 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адвокат Нагело («Илай белмәй торған ҡатын» — Филиппо Э. де); Андрей («Апалы-һеңлеле өсәү» — Чехов А. П.); Буштец («Рядовойҙар» — Дударев А.); Великатов («Таланттар һәм баш эйеүселәр» — Островский А. Н.); Вилдан («Бибинур, ах, Бибинур!» — Флорид Бүләков); граф Федерико («Бесән өҫтөндәге эт» — Лопе де Вега ); капитан Казарян («Ярлыҡау» — Мостай Кәрим); Ҡудашев («Һуңғы уҙаман» — Азат Абдуллин); Кудашев («Ун өсөнсө председатель» — Азат Абдуллин); Кудимов («Өлкән улым» — Вампилов А. В.); Тимербай («Эх, дуҫҡайым Байтимер» — Рәлиф Кинйәбаев); Толпар («Ос, Толпарым!» — Флорид Бүләков; Ялсығол («Ай тотолған төндә» — Мостай Кәрим).

  • Омар — «Айыу» (Медведь) фильмында (2005)
  • Полковник Безухов — «Ирлән көнө, йәки рус бәхете» (День хомячка) фильмында (2003).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
  • «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙарҙарының халыҡ-ара фестивалендә «Кәкүк ояһы» спектакле ҡуйылышы өсөн гран-при
  • А. Мөбәрәков исемендәге премия(1995)
  • «Туғанлыҡ» премияһы (Өфө) (1996)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019)[2].