Эстәлеккә күсергә

Ионова Елена Евгеньевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ионова Елена Евгеньевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 апрель 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө опера йырсыһы, operetta singer
Эш урыны Государственный академический театр «Московская оперетта»[d]
Геликон-опера[d]
Уҡыу йорто Государственное музыкальное училище имени Гнесиных[d]
Рәсәй театр сәнғәте университеты
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр оперетта[d] һәм Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
 Ионова Елена Евгеньевна Викимилектә

Ионова Елена Евгеньевна (3 апрель 1958 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең опера һәм оперетта йырсыһы (меццо-сопрано), Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2014)[1].

Елена Евгеньевна Ионова 1958 йылдың 3 апрелендә Мәскәүҙә тыуған[2]. Гнесиндар исемендәге Мәскәү музыка училищеһының музыкаль комедия факультетын, һуңынан Театр сәнғәтенең дәүләт институтының музыкаль театр факультетын, профессор Г. П. Ансимов курсын тамамлай.

ГИТИС-ты тамамлағандан һуң, 1985 йылда «Мәскәү оперетта» Дәүләт академик театрына эшкә инә, хәҙерге көнгә тиклем шунда эшләй, Имре Кальман оперетталарында төп партияларҙы башҡара («Королева чардаша» Сильва, «Фиалка Монмартра» Мадлен, «Марица» Марица, Франц Легарарҙың «Весёлая вдова» әҫәрендә Валентина һ. б.)

1998 йылдан — Мәскәү Геликон-Опера театры солисы. Партиялары араһында — Жорж Бизеның «Кармен» операһында төп партия, «Аидала» Амнерис һәм Джузеппе Вердиҙың «Травиатаһында» Флора һәм башҡалар.

Елена Ионова шулай уҡ оперетта артистары конкурсы дипломанты, Марк Горенштейн идаралығы аҫтындағы Светланов исемендәге Дәүләт симфоник оркестры менән хеҙмәттәшлек итә. Kammeroper Wiener (Австрия) сәхнәһендә йырлай, Сполетола (Италия) композитор Джанкарло Менотти фестивалендә ҡатнаша. Гастролдәргә әүҙем йөрөй. Япония, Ҡытай, Австралия, Франция һәм Америкала концерт программалары менән даими сығыш яһай.

Елена Ионова ике театрҙа һәм ике жанрҙа: опера һәм опереттала уңышлы эшләй.

Башҡарылған ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • К. Листовтың совет «Севастопольский вальс» опереттаһында Нина;
  • А. Кремерҙың «Джулия Ламберт» опереттаһында Эвис;
  • Ж. Оффенбахтың «Примадонна» опереттаһында Силли;
  • И. Кальмандың «Королева Чардаша» опереттаһында Сильва;
  • Анжель Дидье һәм Жюльетта Ф.Легарҙың «Граф Люксембург» опереттаһында;
  • М. Равелдең «Испанский час» операһында соло;
  • Д. Шостаковичтың «Клоп» опереттаһында һатыусы;
  • Ю. Взоровтың «Сибирские янки» опереттаһында Марго;
  • И. Кальмандың «Мистер Икс» опереттаһында Теодора;
  • Ж. Оффенбахтың «Сказки Гофмана» операһында Джульетта;
  • Х. Бизеның «Кармен» операһында Кармен;
  • Дж. Вердиҙың «Аида» операһында Амнерис;
  • Ф. Легарҙың «Весёлая вдова» опереттаһында Валентина;
  • И. Кальмандың «Марица» опереттаһында Марицв;
  • И. Кальмандың «Фиалка Монмартра» опереттаһында Мадлен;
  • Дж. Вердиҙың «Травиата» операһында Флора;
  • П. И. Чайковскийҙың «Мазепа» операһында Любовь Кочубей;
  • С. С. Прокофьевтың «Война и мир» операһында Элен Безухова;
  • Д. Д. Шостаковичтың «Леди Макбет Мценского уезда» операһында Сонетка;
  • Н. А. Римский-Корсаковтың «Кащей Бессмертный» операһында Кащеевна;
  • С. С. Прокофьевтың «Упавший с неба» операһында Клавдия (медсестра);
  • А.Маркеловтың «Рикошет» мюзиклында Луиза;
  • «Мистер Икс» оепереттаһында Теодора Вердье;
  • М. Мусоргскийҙың «Борис Годунов» операһында Марина Мнишек;
  • У.Джорданоның «Сибирь» операһында Стефания ;
  • Дж. Россиниҙың «Севильский цирюльник» операһында Берта;
  • Д.Риздың «Распутин» операһында Ирина Юсупова;
  • Тухмановтың «Царица» операһында Екатерина II ;
  • Дж. Германдың «Хелло, Долли!» мюзиклында Долли;
  • С. С. Пркофьевтың «Любовь к трём апельсинам» операһында Принцесса Клариче;
  • П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһында Ларина ханым;
  • И.Кальмандың «Графиня Марица» опереттаһында Божена;
  • Ж.Оффенбахтың «Орфей в аду» опереттаһында Амада;
  • И. Кальмандың "Сильва"опереттаһында Цецилия

Бөгөнгө репертуары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Елена Ионова

Бөгөн оперетта театры репертуарында:

Бөгөн Дмитрий Бертман етәкселегендә Геликон-опера театры репертуарында:

  • Джульетта «Сказки Гофмана» Ж. Оффенбаха;
  • Любовь Кочубей «Мазепа» П. И. Чайковского;
  • Сонетка «Леди Макбет Мценского уезда» Д. Д. Шостаковича;
  • Кащеевна «Кащей Бессмертный» Н. А. Римского-Корсакова;
  • Клавдия, медсестра / Варя, сноха деда Михайло «Упавший с неба» С. С. Прокофьева;
  • Марина Мнишек «Борис Годунов» М. Мусоргского;
  • Екатерина II «Царица» Д. Ф. Тухманова;
  • Принцесса Клариче «Любовь к трём апельсинам» С. Прокофьева
  1. Указ Президента Российской Федерации от 31.03.2014 № 187 «О присвоении почетного звания „Народный артист Российской Федерации“» 2014 йыл 7 апрель архивланған.
  2. См. в публикации от 04.04.2008: «3 апреля в „Геликон-Опере“ состоялся творческий вечер <…> Елены Ионовой, посвящённый юбилею певицы» — Творческий вечер Елены Ионовой // «Геликон-Опера».