Ирекле ете сәнғәт
Ирекле ете сәнғәт | |
Ирекле ете сәнғәт Викимилектә |
Ирекле ете сәнғәт (лат. septem artēs līberālēs) — стоиктарҙа, Логос аңлауында, «фәндәр», йәки «сәнғәттәр», даирәһе [источник не указан 215 дней], һуңынан Урта быуаттарҙа христиан Көнбайыш Европаһы тарафынан үҙгәртелгән.
Был терминды «ирекле сәнғәт», «сәнғәт ирке» терминдары менән бутарға ярамай.
Антик дәүерҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антик дәүерҙә үк һуңғыраҡ осорҙарҙа ирекле сәнғәттәр тип йөрөтөлгән «фәндәр» (аҙағыраҡ уҡыу дисциплиналары йыйылмаһы) исемлеге эшләнә башлай. Был йыйылма фәлсәфә менән шөғөлләнеү өсөн кәрәкле әҙерлек баҫҡысын тәшкил итә.
Традиция буйынса, «ирекле сәнғәттәргә» нигеҙләнгән уҡытыу системаһына нигеҙ һалыусы булып софист Гиппий һанала[1].
Боронғо Римда, физик хеҙмәт талап иткән һәм ҡолдар ҙа башҡара алған шөғөлдәрҙән (mechanicae artes, мәҫәлән, һынлы сәнғәт, скульптура, медицина) башҡа, ирекле кешегә лайыҡ шөғөлдәр һәм күнегеүҙәр ошо атама менән атап йөрөтөлгән. Луцилийҙың Сенекаға яҙылған билдәле (88-се) хаты, мәҫәлән, уларға күҙәтеү яһаған. Айырым фәндәрҙе мотлаҡ белем циклы тип аңлау әкренләп Никомах, Секст Эмпирик, Августин Аврелий («De ordine» трактатының 2-се китабы), Марциан Капелла, Боэций, Кассиодор, Исидор Севильский һәм антик дәүерҙең ахырына, Урта быуаттар башына ҡараған башҡа яҙыусылар хеҙмәттәрендә формалаша.
Ирекле сәнғәттәр тураһындағы тәғлимәт V быуатта Марциан Капелла тарафынан «Филология менән Меркурийҙың никахлашыуы тураһында»ғы трактатта системаға һалына. Хеҙмәт ирекле ете сәнғәткә бағышланған һәм уларҙы аллегорик йәш кәләштәр итеп күрһәткән.
«Сәнғәт» (лат. ars) һүҙе был контекста «художество оҫталығы» (сәнғәтте былай аңлау Яңы дәүерҙә барлыҡҡа килә) түгел, ә донъяны һәм кешене берлектә аңлатыусы системалы тәртипкә һалынған ҡулланма фән тип аңлана.
Бөтәһе ете «ирекле сәнғәт» айырып ҡарала, улар белем алыу баҫҡысы булып тора: һүҙ сәнғәте (грамматика һәм риторика), фекерләү (диалектика) һәм һандар (арифметика, геометрия, астрономия, музыка).
Беренсе циклы (уҡытыла торған өс фән) — тривий (trivium), икенсе цикл (дүрт фән) квадривий (quadrivium) тип аталған[2]. Математика фәндәре циклы антик дәүер ахырында формалаша. Неоплатонизм сиктәрендә квадривий фәндәренең иң өлкәне тип арифметика таныла. Тривий Урта быуаттар башында формалаша. Ете уҡыу фәне донъя тураһында фәлсәфәүи белем алыу өсөн мотлаҡ кәрәкле нигеҙ тип табыла.
Христиан авторҙар антик фәндәрҙе христиан белеме биреү ихтыяждарына ҡулайлаштыра. Грамматиканың файҙаһын, мәҫәлән, улар Изге яҙманы өйрәнеүҙә күрә, риториканы — вәғәз сәнғәтендә, астрономияны — пасхалияларҙы иҫәпләп сығарыуҙа, диалектиканы еретиктар менән бәхәсләшеү оҫтылығы өсөн кәрәк тип таба.
Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гуманистар ғилемдәр иерархияһында ирекле сәнғәттәрҙе хатта медицина һәм юриспруденциянан да юғарыраҡ ҡуя.
Урта быуат университеттарында ете ирекле сәнғәт кесе факультетта — сәнғәт факультетында өйрәнелгән, уны тамамлағас, өлкән факультеттарҙың берәйһенә — дин тәғлимәте, медицина йәки юридик факультетҡа инергә мөмкин булған. Башҡа уҡыу дисциплиналары был йомоҡ циклға XII быуатта ғына үтеп инә башлай.
Ирекле сәнғәттәр урта быуаттар урта уҡыу йорттарында (монастырь һәм епископлыҡ мәктәптәрҙә, университеттарҙа урта быуат сәнғәте (монастырь һәм епископаль мәктәбенә, монах ордендары коллегиумдарында) һәм университеттарҙа уҡытыла.
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙа ирекле сәнғәттәргә уҡытыу етдиерәк дисциплиналарҙы, мәҫәлән, медицинаны йәки дин ғилемен, өйрәнеүгә әҙерлек тип ҡабул ителә. Һуңынан ирекле сәнғәттәр үҙ аллы фән тип ҡарала башлай, ғәмәлдә гуманитар фәндәрҙең синонимына әйләнә. Беҙҙең заманда ирекле сәнғәттәр тип сәнғәт, гуманитар һәм ижтимағи фәндәр ҡарала, ҡайһы берҙә башҡа дисциплиналар, мәҫәлән, математика индерелә. Ирекле сәнғәттәрҙе өйрәнеү мәғлүмәтте анализларға һәм аңларға, шулай уҡ үҙ фекереңде әйтә белергә өйрәтә тип ҡарала.
Ирекле сәнғәттәр термины менән бәйле академик өлкәләргә түбәндәгеләр ҡарай:
- Гуманитар фәндәр
- Архитектура, дизайн һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәт
- һынлы сәнғәттәр (һынлы сәнғәттәр тарихы, живопись, фотография, скульптура)
- Музыка (музыка теорияһы һәм музыка ғилеме, бейеү һәм хореография, музыка тарихы, композици һәм башҡалар)
- Кинематограф һәм телевидение (шул иҫәптән кино тәнҡите һәм кино ғилеме, телевидение теорияһы)
- Театр (актёрлыҡ сәнғәте, театр режиссураһы, театр тарихы һәм драматургия)
- Тарих
- Лингвистика һәм телдәр
- Әҙәбиәт (шул иҫәптән әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәбиәт теорияһы, бөйөк китаптар (инг.)баш.)
- Дин ғилеме
- Ижтимағи фәндәр
- Социология
- Культурология һәм этнология
- Политология
- Психология (медицинаға ҡарамаған)
- Абстракт фәндәр
- Фән
- Фән фәлсәфәһе
- Фән тарихы
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Фрэнсис Йейтс Искусство памяти в Средние века // Искусство памяти. / Перев. Е. Малышкин. СПб.: Университетская книга, 1997.
- ↑ У Боэция, который ввёл это слово в обиход, оно пишется несколько иначе — quadruvium.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Cubberley E.P. The history of education. Boston, New York, 1920
- Marrou H. Geschichte der Erziehung im klassischen Altertum.- Freiburg, 1957; Neudruck München, 1977
- Адо И. Свободные искусства и философия в античной мысли / Пер. с франц. Е. Ф. Шичалиной. — М.: ГЛК Ю. А. Шичалина, 2002. — 475 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Liberal arts Викимилектә |
- Мәҡәләләр
- Иллюстрациялар