Эстәлеккә күсергә

Ирәндек (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ирәндек — башҡорт ир-ат исеме.

Ирәндек — тау атамаһынан (борон бала ҡайҙа тыуһа, шул ерҙең атамаһын балаға исем итеп ҡушыу йолаһы булған[1].

Ирәндек (рус. Иренды́к) — көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандағы тау арҡаһы. Оҙонлоғо — 135 км. Иң юғары нөктәһе — Көҙгөнташ тауы (бейеклеге 987 м). Тау арҡаһы Башҡортостандан Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында урынлашҡан. Ирәндек тауы порфирит, диабаз, эзбизташ кеүек тау тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән. Төньяҡ өлөшөндә — урман менән ҡапланған тайга, көньяғында — бүтәгә-ҡылған үләнле дала. Ирәндек — Урал тауҙарының матур урыны. Бында боронғо ҡаласыҡтар, оҫтаханалар һәм ташланған ауылдар урыны табыла. Көнсығыш битендә Ибраһим шарлауығы урынлашҡан.

Ирәндек айыуы — Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауылында табылған 5 кг-лыҡ алтын киҫәге.

Хәҙер ул алтын Өфөлә Милли музейҙа һаҡлана һәм Башҡортостан республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының милли ҡаҙанышы булып һанала.

Ирәндек боҙ һарайы — Башҡортостандың Сибай ҡалаһында тәүге яһалма боҙло һәм тамашасылар өсөн трибуналары булған боҙ һарайы. Һыйҙырышлығы — 500 урын, 2010 йылдың 30 декабрендә асыла. Төп функцияһы — шайбалы хоккей буйынса уйындар, фигуралы шыуыу, шорт-трек һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү.

«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле — Башҡортостандың Баймаҡ районы Мәҙәниәт йорто янында 1983 йылда ойошторолған ансамбль. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары һәм фестивалдәре дипломанты, лауреаты һәм еңеүсеһе. Б.Вәлид исемендәге район премияһы лауреаты[2].

Ирәндек кооперативы — 1957 йылдан алып — «Сибай» совхозының Ирәндек бүлексәһе, 1965 йылдан — «Ирәндек» совхозы, 1996 йылдан «Ирәндек» КПП-һы составында була[3].


  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. Амир Сайгафаров, Рамазан Утягулов. Баймакский край. Энциклопедическое и краеведческое издание. Китап. Уфа-2002.
  3. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ