Эстәлеккә күсергә

Исламғол (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Исламғол — башҡорт ир-ат исеме.

Исламғол исеме ғәрәп телендәге ислам һәм башҡорт телендәге ғол (ҡол) һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем. Алла ҡоло, алланың яратҡан бәндәһе тигәнде аңлата[1].

Исламаев Исламғол Исламаевич (10 июль 1936 йыл — 26 август 2017 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре. 1971—1997 йылдарҙа Нефтекаманың 1-се урта мәктәбе директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1970), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1997).

Исламғол Юлдашев — Башҡорт ихтилалы (1735—1740) юлбашсыларының береһе. Себер даруғаһы Ҡаратаулы улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы.

Исламғолов Илдар Ғәли улы (2 ғинуар 1969 йыл) — СССР һәм Рәсәй театр һәм кино режиссёры, сценарист һәм продюсер.

Истамғолов Әмир Мираҫ улы (5 июнь 1931 йыл — 3 август 2009 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1949—1992 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозы Һамар бүлексәһе механизаторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).

Исламғолова Кинйәбикә Бастай ҡыҙы — Башҡортостандың халыҡ артисы</ref>.

Исламғол (рус. Исламгулово) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл.

Исламғол (рус. Исламгулово) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ