Исмәғилев Фоат Ришат улы
Исмәғилев Фоат Ришат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 ғинуар 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны |
Байгилде, Нуриман районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Байгилде, Нуриман районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | химик-технолог |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Исмәғилев Фоат Ришат улы (25 ғинуар 1949 йыл) — химик-технолог. Техник фәндәре докторы (1992), профессор (2000).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фоат Ришат улы Исмәғилев 1949 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Байгилде ауылында тыуған. Атаһы — РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы Р. С. Исмәғилев. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Нефтехимия производстволары Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй[1]. 1979 йылдан алып Волга-Урал нефть һәм газ ғилми тикшеренеү һәм проект институтында (Ырымбур ҡалаһы) лаборатория мөдире, 1989 йылдан — «Грознефтехим» Ғилми-производство берекмәһенең Башҡортостан махсуслаштырылған конструкторлыҡ- технологик бюроһы (Өфө) директоры урынбаҫары һәм Яңы Өфө Нефть эшкәртеү заводының реконструкция буйынса директор урынбаҫары, 1995 йылдан — Өфө сервис технология институтында тирә яҡты һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу кафедраһы мөдире[1]. Был кафедра профессиональ экологтарҙы әҙерләй (32.07.00. һөнәре буйынса). Кафедраның тәүге ҡарлуғастары — инженер-экологтар — һайланған һөнәр буйынса уңышлы эшләп йөрөйҙәр, улар араһында 10 фән кандидаты. Ошо осорҙан алып Фоат Ришат улы экологик тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә, уның ҡатнашлығында Өфө индустриаль-педагогия колледжында экологтар әҙерләнә, уҡыусыларҙың профессиональ ориентацияһы үткәрелә[2].
2001 йылдан — Әстерхан техник университетында нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы кафеждра мөдире, 2004 йылдан — «Текойл» ЯАЙ-ның (Өфө) фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, 2010 йылдан башлап Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса ғилми-тикшеренеү һәм проект институтында эшләй. 2015 йылдан һәм хәҙерге ваҡытҡа тиклем — «РусГазИнжиниринг» АЙ-ның баш инженеры. Аҙаҡҡы йылдарҙа нефть һәм газ объекттарын технологик документация менән һәм фәнни яҡтан тәьмин итеү менән шөғөлләнә (Печоранефть, Лукойл-Пермь, Самаранефтегаз, Башнефть, ТНК-BP, РусПЕТРО)[3].
И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт университында «Повышение экологической безопасности подготовки и переработки сероводородсодержащих газов и сернистых нефтей» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (1992)[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеге нефтехимия производствоһы технологияларына, нефть һәм газды промыслала әҙерләүгә һәм эшкәртеүгә, сәнәғәт экологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Уның ҡатнашлығында пиромеллит диангидридын алыу, көкөртлө водородты нейтралләштереү, көкөртлө газдарҙы катализ ярҙамында таҙартыу технологиялары эшләнә, улар нефть һәм газ сәнәғәте пр тиеларында индерелә. Ырымбур ятҡылығындағы тәбиғи меркаптандарҙан одорант алыу, көкөртлө водородлы газдарҙы плазма химик һәм мембраналы ысулдар менәнн эшкәртеү технологияларын төҙөүселәрҙең береһе. И. И. В. Курчатов исемендәге Атом энергетикаһы институты (Мәскәү) менән берлектә көкөртлө водородлы газдарҙы эшкәртеү өсөн тәрибә сәнәғәт ҡоролмаһы төҙөй, төньяҡ нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү проекттарында бер нисә технологик асышы файҙаланыла[1].
400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография; 65 уйлап табыу, шул иҫәптән 5 сит ил патенты[4] авторы (АҠШ, Япония, ГФР, Франция). Бер нисә китап авторы.
Өфө сервис технология институтының һәм Атырау нефть һәм газ институтының (Ҡаҙағстан) Почётлы профессоры[2].
10 фән кандидаты һәм 2 доктор әҙерләгән.
Исмәғилев Ф. Р. әүҙем педагогик эшмәкәрлеген РФА ӨҒҮ-нең Органик химия институтындағы тикшеренеүҙәре менән аралаштыра, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының — Химия бүлеге ағзаһы, шулай уҡ ӨДНТУ-ның һәм Башҡортсостан Республикаһы фәндәр академияһы Нефтехимия һәм катализ институтының докторлыҡ диссертацион советы ағзаһы булып тора[2].
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1993 йылдың 16 сентябрендәге Указына һәм РФА Президиумы ҡарамағындағы комиссия ҡарарына ярашлы Исмәғилев Ф. Р. Рәсәйҙең күренекле ғалимдары өсөн дәүләт ғилми стипендияһы тапшырыла[2].
Төп ғилми хеҙмәттәре:
Моделирование процесса парциального окисления сероводорода на металлоксидных катализаторах //Доклады Академии наук. 2001. Т.376. № 1 (авторҙаш);
Жидкофазное окисление тиолов диоксидом хлора //Известия Академии наук. Серия химическая. 2001. № 12.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Исмәғилев Фоат Ришат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Известные ученые
- ↑ Исмагилов Фоат Ришатович 2019 йыл 10 декабрь архивланған.
- ↑ Патенты Исмагилова Ф. Р.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исмәғилев Фоат Ришат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Исмагилов Фоат Ришатович 2019 йыл 10 декабрь архивланған.
- Биография 2019 йыл 10 сентябрь архивланған.
- Известные ученые