Ишкүл һырты
Ишкүл һырты Хребет Ишкуль | |
---|---|
![]() | |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 661 м |
Урынлашыуы | |
55°09′05″ с. ш. 60°07′18″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Горная система | Илмән тауҙары |
Ишкүл һырты (рус. Ишкульский хребет) — Көньяҡ Уралда. Илмән тауҙарындағы һырт (Силәбе өлкәһе, Рәсәй).
Топонимика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Ишкүл» атаманың килеп сығышына ике фараз бар
- башҡорт телендә— «парлы, ҡушма күл» (унда «ишле» — тигәнде аңлата., «кул» — «күл»), тағын «күп күл» тигән варианты осрай.
- башҡорт ир-ат исеме Ишкул (иш — «ағай-эне, һабаҡташтары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре»)[1].
Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ишкүл һырты Үҙәк Илмән һыртының көнбайыш өлөшө булып тора. Уның оҙонлоғо — 11 км. 500 метр тирәһе бейеклетән башлана.
Иң юғары нөктәһе — 661 метр. Һырттың атамаһы менән Ишкүл түбәһе тип йөрөтөлә. Илмән түбәһенән һуң бейеклек буйынса икенсе урында (Илмәнтауҙан һуң) тора.
Силәбегә тиклем — 127 км , Екатеринбургтан — 187 км, Мейәстән 24 км алыҫлыҡта ята. Илмән ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.
Координаталары: 55°15′15″N 60°12′16″E
Һыртының көнсығыш итәгендә Ишкүл күле урынлашҡан .Һырттың битләүҙәрендә ҡарағай, ҡайын, ҡарағас үҫә.
Ишкүл һыртының төньяҡ өлөшөндәге түбәнән ҡарағанда (яҡынса 510 метр бейеклектән), Силәбе өлкәһенең Арғужа һыуһаҡлағысына, унан арыраҡ Уйылды күленә иҫ киткес матур күренеш асыла.
Көньяҡта Илмән тауҙары, шулай уҡ, Ишкүл түбәһе үҙе, Тәрәнкүл һәм Һырткүл күлдәре ғәжәйеп матурлығы менән хайран итә..
Көн аяҙ булғанда көнбайышта Ишкүл һыртынан Талов һыртына Кесе Урал һыртына, Елсел тауына (рус. Гора́ Ицы́л) , Оло Таткүл күленә , Караматкүлгә, Арғы Тағанайға панорама асыла. Ә төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә Карабаш тауын күрергә мөмкин.
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Белешмә битен һырт ишкульский буйынса силәбе өлкәһе
- Силәбе өлкәһенең туристик порталы биттәрендә Ишкүл һырты 2019 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
- Топографик картала Ишкүл түбәһе Урал (2000 йыл)