Иҙел (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Иҙел — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Иҙел исеме бар.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҙел — йылға исеменән алынған ир-ат исеме. Ҙур йылға тигәнде аңлата. Иҙел йылғаһы буйында тыуғанын билдәләп ҡушылған исем (боронғо йола буйынса, бала ҡайҙа тыуһа, шул ерҙең, һыуҙың атамаһын исем итеп ҡушҡандар)[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Агишев Иҙел Миһран улы (4 февраль 1928 йыл — ?) — башҡорт телсеһе, лексиколог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).
Нурғәлин Иҙел Зиннур улы (1988 йыл) — баянсы, йырсы. Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында аккомпаниаторҙарҙың Республика конкурсы лауреаты (2006 йыл). «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсында үҙе ижад иткән «Рәхмәт йыры» менән еңеү яулай (2008 йыл). Башлыса үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡара.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҙел (Белорет районы) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауылы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҙел — Ағиҙел, Кама һәм Волга йылғаларының боронғо атамаһы. Урта быуаттарҙа Иҙелдең (йәғни хәҙерге Волганың) башы Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан тип иҫәпләнгән.
Иҙел (мифология) — Урал батыр эпосындағы персонаж.
Аҡ иҙел (гәзит) «Аҡ иҙел» — ижтимағи-сәйәси гәзит. Нәшер итеүселәре — Л. Ғәзизов, Н. Уталиев. Өфөлә 1919 йылда аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. «Шәреҡ» типографияһында нәшер ителә. Гәзит биттәрендә Урыҫ армияһының Юғары баш командующийы Александр Колчактың бойороҡтары, ҡарарҙары, хәрби бәрелештәр хаҡында мәғлүмәттәр, большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр баҫыла. Мөхәррире — М. Наурузов.
«Иҙел башы» — Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Сабир Шәрипов исемендәге «Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһы.
«Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы бар.
Иҙел-тауэр — Өфөнөң Октябрь проспектында төҙөлгән 31 ҡатлы, бейек йорт. Уның бейеклеге 99,9 метр. Бейеклеге буйынса Уралсиб банкыһынан ҡала икенсе бина (әммә ҡоролма түгел) булып һанала. Бинаның ҡушма атамаһының тәүге өлөшө башҡорт телендә йылғаны аңлатҡан иҙел һүҙе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |