Эстәлеккә күсергә

Иҫке Юлдаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Юлдаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Ҡыҙыл Гвардия районы (Ырымбур өлкәһе)

Координаталар

52°48′ с. ш. 53°41′ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 223 825 007

ОКТМО коды

53 623 425 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Юлдаш (Рәсәй)
Иҫке Юлдаш
Иҫке Юлдаш
Иҫке Юлдаш (Ырымбур өлкәһе)
Иҫке Юлдаш

Иҫке Юлдаш[1][2] (Юлдаш; рус. Староюлдашево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Подольск ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Этнограф Р. Ғ. Кузеев килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, 1764 һәм 1765 йылдарҙа Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең ҡара табын башҡорттары Юлдаш ауылына юрматыларҙың ерҙәренә керҙәш булып килеп урынлаша. Юлдаш (рус. Староюлдашево) ауылы Ырымбур губернаһы (1860 йылдан — Һамар губернаһы) Быҙаулыҡ өйәҙе ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 31-се йортона ҡарай. Ауылда 2 мәсет, земство мәктәбе теркәлгән. XIX быуатта ауыл кешеләре Абдулла (рус. Новоюлдашево) ауылына нигеҙ һала[3].

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

1795 1816 1834 1859 1920[3]
120 252 478 564 1151
Халыҡ иҫәбе
2010[4]
405

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (90 %) йәшәй[5].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Йосопов Р. М., Әбсәләмова Ю. М. Ырымбур башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Красногаврдейский районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. 3,0 3,1 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 181, 194. — 616 с.
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  5. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.