Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты
Нигеҙләү датаһы 21 апрель 1921
Кем хөрмәтенә аталған Сталин Иосиф Виссарионович
Дәүләт  СССР
Урын Мәскәү, Большой Путинковский переулок[d] һәм Малый Путинковский переулок[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, СССР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1938
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория: И. В. Сталин исемендәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университеты уҡытыусылары[d]

Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты (Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университеты, КХКУ) — 19211938 йылдарҙа Мәскәүҙә эшләп килгән Коминтерндың уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РКП(б) Үҙәк Комитетының 1921 йылдың 10 февралендәге (РСФСР Бөтә Рәсәй Башҡарма комитетының 1921 йылдың 21 апрелендәге декреты) ҡарарына ярашлы Мәскәүҙә РСФСР Наркомпросы эргәһендә махсус Азиянан сығышлы студенттар өсөн ойошторола. 1921 йылдың 21 октябрендә Наркомнац эргәһендәге Көнсығыш курсы базаһында асыла.1923 йылдан алып университет И. В. Сталин исемен йөрөтә[1].

Төрлө ваҡытта 73 милләт вәкилдәре белем ала.

Уҡыусылар ике ҙур төркөмгә бүленә:

  • СССР студенттары, уларҙан совет республикаларының милли номенклатураһы өсөн партия һәм совет хеҙмәткәрҙәрен әҙерләнә.
  • сит ил студенттары, уларҙы үҙ илдәрендә коммунизм өсөн көрәшкә, ихтилалдар һәм революциялар ойоштороу өсөн әҙерләйҙәр.

Көнсығыш университетының (КУТВ) б Ташкент, Баҡы, Иркутск ҡалаларында бүлектәре була (1922 йылдың йәйенән алып). Университетта А. В. Луначарский, Л. Б. Красин, М.. Н. Покровский, А А. Губер, И. М. Рейснер, Б. З. Шумяцкий һәм башҡалар уҡыта. Көнсығыш университеты эргәһендә Юғары партия курсы асыла.

1923 йылдан алып уҡыу ваҡыты — 3 йыл. Уҡыу программаһына дөйөм белем характеры хас. Төп бүлектәр: партия эше һәм сәйәси мәғрифәтселек; профсоюз хәрәкәте; иҡтисади; административ-хоҡуҡи. КХКУ студенттары хәрби әҙерлекте йәйге лагерҙарҙа үтәләр.

Уҡыуҙан тыш, шулай уҡ университетта ғилми-тикшеренеү эше алып барыла. Мәҫәлән, 1927 йылда совет һәм сит ил Көнсығышы социаль-иҡтисади проблемаларын һәм милли һәм колониаль проблеамаларын өйрәнеү буйынса фәнни-тикшеренеү ассоциация төҙөлә.

КХКУ-ла 1927—1938 йылдарҙа «Революцион Көнсығыш» журналы сығарыла.

1928 йылда КХКУ-ның Ҡытай секцияһы һәм Сунь Ятсен исемендәге Университет Коммунистик Ҡытай хеҙмәтсәндәре университетына берләшәләр. 1930-ы йылдарҙың уртаһында КХКУ-ның Ҡытай бүлеге ҡабаттан ойошторола. Уның етәксеһе итеп Коминтерн Исполкомының Көнсығыш секретариаты ағзаһы Го Шаотан тәғәйенләнә.

1937 йылда КХКУ ике үҙ аллы ойошмаға бүленә: совет студенттары ғына белем алған КХКУ һәм Милли һәм колониаль проблемаларҙың ғилми-тикшеренеү институты (НИИНКП), ундасит ил студенттары ғына уҡый. Институт директоры П. А. Миф була Студенттар контингенытн ың ярытһын тиерлек ҡытайҙар тәшкил итә. Шулай итеп, КХКУ-ның элекке сит ил төркөмө тғилми-тикшеренеү институтының бер өлөшө була. КХКУ аббривиатураһын үҙ артынан элекке совет секторы һаҡылып алып ҡала. 1937 йылда бүленгәндән һуң КХКУ СССР Үҙәк башҡарма комитетының Президиумы ҡарамағына күсә.

1938 йылда партия мәғарифы системаһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә КХКУ ябыла. Шул ваҡытта уҡ ВКП(бә Үҙәк комитеты һәм Коминтерн ҡарарына ярашлы Ғилми-тикшеренеү институты ла бөтөрөлә. .

Ректорҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бройдо Григорий Исаакович (1921—1926)
  • Шумяцкий Борис Захарович (1926—1928)
  • Райтер Иосиф Львович (1928 — ?)[2][3]

Билдәле уҡытыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Аветов Михаил Никитич (1895—1972) — Рәсәй рәссамы
— Акимов Владимир Михайлович (1901—1957) — совет хәрби эшмәкәре. Генерал-майор (1942 йыл)
Антонов Константин Владимирович (1900—1940) — совет юристы, дипломат
— Губер Александр Андреевич (1902—1971) — совет тарихсыһы, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренең тарихы буйынса белгес, тарих фәндәре докторы, СССР фәндәр академияһы академигы
— Исхаҡов Фазыл Ғарип улы (1901—1959) — төркиәтсе
— Лебедев Владимир Иванович (тарихсы) (1894—1966) — урыҫ совет тарихсыһы, археограф
— Мамаев Иван Кириллович (1895—1938) — совет шәрҡиәтсеһе
— Потехин Иван Изосимович (1903—1964) — совет ғалим-африканисты
— Ринчино Элбек-Доржи (1888—1938) — бүрәт ижтимағи-сәйәси эшмәкәре
Солтанғәлиев Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы (1892—1940) — совет дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре
— Трайнин Илья Павлович (1886/1887—1949) — совет һәм йәмәғәт эшмәкәре, юрист
— Трубачеев Василий Ильич (1895—1938) — Рәсәй бүрәт революционеры, Көнсығыш Себерҙә совет власын урынлаштырыу өсөн көрәшсе, Бүрәт-Монгол өлкә ВКП (б)-ның партия эшмәкәре, КХКУ аспирантураһының етәксеһе (1931—1933)
— Шумяцкий Борис Захарович (1886—1938) — совет дәүләт эшмәкәре.

Билдәле студенттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Салчак Тока (ысын исеме Кол Тывыкы; 1901—1973) — совет дәүләт эшмәкәре һәм тыва яҙыусыһы
Дэн Сяопин — Ҡытай сәйәсмәне һәм реформаторы
— Цзинго Цзян — Чан Кайши улы, Тайвань президенты
Хо Ши Мин — Вьетнам сәйәси эшмәкәре, марксизм-ленинизмға эйәреүсе, Вьетнам коммунистар партияһына нигеҙ һалыусы, Төньяҡ Вьетнамдың беренсе президенты
— Чо Бонам — Корея милли азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Корея Республикаһы ауыл хужалығының беренсе министры
— Ван Фаньси — Ҡытай троцкисты
— Ловетт Форт Уайтмен — америка сәйәси активисты, Коммунистик интернационалдың функционеры
— Лю Шаоци — Ҡытай дәүләт эшмәкәре, Ҡытай коммунистар партияһы етәкселәренең береһе, КХР рәйесе (19591968). Мао Цзэдун (юлбашсыларының портреттары ндың рәсми вариҫы. Репрессиялана
— Аллаяр Досназаров — Ҡарағалпаҡстан дәүләт һәм партия эшмәкәре
Нәзим Хикмәт — төрөк шағиры, прозаик, сценарист, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре. Халыҡ-ара тыныслыҡ премияһы лауреаты (1950)
— Наджати Сидки — Фәләстин яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе һәм революционер
— Хәсән Исраилов — 19401944 йылдарҙа Чечняла советтарға ҡаршы хәрәкәт ойоштороусыһы, псевдонимыТерлоев Хәсән
— Уржингийн Ядамсурэн — МХР-ҙың халыҡ рәссамы
— Турманжанов Үтәбай Турманжан улы— ҡаҙаҡ шағиры, прозаик, ҡаҙаҡ балалар әҙәбиәте классигы
— Йософ Сөләймән Йософ — Ираҡ коммунистик һәм эшселәр хәрәкәте эшмәкәре
— Тан Малака — Индонезия коммунистик һәм милли-азатлыҡ хәрәкәте лидерҙарының береһе. Индонезия милли геройы
Сэн Катаяма — япон коммунисты, Коминтерн эшмәкәре
— Манабендра Рой — Һинд коммунисты, Коминтерн эшмәкәре
— Никос Захариадис — грек эшселәр хәрәкәте эшмәкәре. Греция коммунистар фирҡәһенең Генераль секретары (1936—1956)
— Сяо Сань (Эми Сяо) — Ҡытай революционеры, шағир, яҙыусы-публицист, әҙәби тәнҡитсе, бер нисә журналдың баш мөхәррире; ҡытай телендә «Интернационал» авторы (1923)
— Зыонг Бать Май — Вьетнам революция хәрәкәте эшмәкәре
— Халед Багдаш — Сүриә коммунистар партияһы секретары (1936 — 1995)
— Шотемор Шириншо — тажик совет сәйәси, дәүләт һәм партия эшмәкәре
— Амдинов Меретдин таж. Мехриддин Амдинов (1905—1938) — совет тажик дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре
— Акай Нусупбек улы Нусупбеков — тарих фәндәре докторы (1961), профессор (1963), КазССР фәндәр академияһы академигы (1967), КазССР атҡаҙанған фән эшмәкәре (1971), КазССР дәүләт премияһы лауреаты (1982)
— Хетагуров Владимир Михайлович (1902—1973) — осетин хореографы, педагог, Грузин ССР-ының атҡаҙанған артисы

Бөтәһе КХКУ һәм уның бүлексәләре бер нисә мең партия, комсомол һәм профсоюз хеҙмәткәрен әҙерләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]