Эстәлеккә күсергә

Йыһангир (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Йыһангир — башҡорт ир-ат исеме.

Йыһангир исеме фарсы теленән йыһанды баш эйҙереүсе тип билдәләнә[1].

Абыҙгилдин Йыһангир Талха улы (10 февраль 1875 йыл17 июнь 1938 йыл) — мосолман дин әһеле, мәғрифәтсе. Ахун (1912 йылдан). Сәйәси золом ҡорбаны.

Байбурин Йыһангир Нурғәли улы (20 март 1852 йыл (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1859 йыл) Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Сафар ауылында (хәҙерге Шишмә районыны) — 1915 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Ырымбур губернаһынан Рәсәй Империяһының 3‑сө саҡырылыш Дәүләт думаһы (1907—1912) ағзаһы. 1906 йыл алып Рәсәй мосолмандары союзы ағзаһы. Ҡазан университетының медицина факультетында уҡыған (1883—1887). 1906 йылда (март—ноябрь) мосолман халыҡ партияһы (Ырымбур ҡалаһы) рәйесе, бер үк ваҡытта июндән Ырымбур мосолман хәйриә йәмғиәте секретары. Думаның ер комиссияһы ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына ингән. 3‑сө мосолман съезы делегаты.

Һөйәрембәтов Йыһангир (рус. Суярембетов Яганги(е)р) (1912 йыл — 18 ноябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Йәндәүләтов Йыһангир Хәйбулла улы — «Сибайский рабочий» гәзите мөхәррире, Баймаҡ баҡыр-иретеү комбинаты руднигының партком секретары.

Йыһангир Сыртланов (1832—?) — указлы мулла;


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ