Йәнбәков Исхаҡ Шәйхетдин улы
Йәнбәков Исхаҡ Шәйхетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1907 |
Тыуған урыны | Сыңғыҙ ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 июль 1942 |
Вафат булған урыны |
Курск өлкәһе, РСФСР, СССР Тербун районы, Липецк өлкәһе |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты Бәләбәй педагогия колледжы |
Хәрби звание | комиссар[d] |
Һуғыш/алыш | Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Йәнбәков Исхаҡ Шәйхетдин(башҡа сығанаҡта Шәйхислам[1]) улы (1907 йыл — 6 июль 1942 йыл) — Совет-фин[2], Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы артиллерия батареяһы тоҫҡаусыһы. Политрук[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исхаҡ Шәйхетдин улы Йәнбәков 1907 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында ярлы ғаиләлә тыуған. Бәләбәй татар-башҡорт педагогия техникумын (1930), Өфөлә К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (1935) тамамлай. Баймаҡ мәғариф системаһына ҙур өлөш индергән шәхес: 1930 йылдан — Баймаҡ башланғыс терәк, Бәхтегәрәй башланғыс мәктәптәре мөдире, 1932 йылдан — Татлыбай коммунистик йәштәре мәктәбе, 1935 йылдан — Иҫке Сибай, 1940 йылдан 1-се Этҡол крәҫтиән йәштәре мәктәптәрендә уҡытыусы һәм директор булып эшләй[2].
1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға алына[2], һуғышҡа, ҡатыны Хәйернисаны һәм балаларын ҡалдырып, 1-се Этҡол ауылынан китә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында 275-се кавалерия полкы артиллерия батареяһы тоҫҡаусыһы, һуңынан сәйәси мәсьәләләр буйынса комиссар урынбаҫары — политрук була. Ғаиләһенә һуңғы хатын 1942 йылдың 3 июлендә яҙа, 6 июлдә Курск өлкәһе (хәҙер Липецк өлкәһе) Тербун районындағы ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була. Ошо уҡ райондың Борки ауылында ерләнә[2].
Яугир һәм ҡурайсы Исхаҡ Йәнбәковтың исеме 112-се Башҡорт дивизияһы комиссары С. Р. Әлибаевтың «Көндәлек биттәренән» китабында бер нисә тапҡыр телгә алына[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список погибших
- ЯНБЕКОВ Исхак Шайхетдинович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)