Йәнбәков Рамаҙан Фәтхулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәнбәков Рамаҙан Фәтхулла улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 15 март 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Йәнбәков Рамаҙан Фәтхулла улы (15 март 1934) — йырсы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1982) һәм атҡаҙанған (1971) артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рамаҙан Фәтхулла улы Йәнбәков 1934 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Сабый сағынан уҡ етемлек михнәттәрен күрә. Атаһы Фәтхулла Йәнбәков, билдәле ҡурайсы, һуғышта батырҙарса һәләк була. Әсәһе лә йәшләй генә мәрхүм булып ҡала. Башта Байыш мәктәбендә белем ала. Унан 1-се Этҡол мәктәбендә уҡый. Мәктәп йылдарында уҡ художестволы үҙешмәкәрлек концерты менән сығыш яһай[1].

Рамаҙан Йәнбәков 1-се Этҡол балалар йортонда тәрбиәләнгән осорҙа мәшһүр оҙон көй оҫтаһы Хөсәйен Әхмәтов йәш һәләттәрҙе һайлап алыу өсөн Баймаҡҡа килә. 13 йәшлек Рамаҙан Буранбай йырын һуҙа. Арҙаҡлы компизитор, был егет халыҡ гәүһәре, тыуған төйәгенең рухы тип билдәләй.

1957—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитеттың хор солисы була.

1961 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡытыусы булып эш башлай.

1963—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы була. Концерт бригадаһы менән етәкселек итә.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оҙон көй башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. Үҙенсəлекле, бай һəм йомшаҡ тауышлы йырсы.

Башҡарыу манераһы йыр асылын тəрəн аңлау, уны нескə тойомлау, сағыу образлылыҡ менәнн айырылып тора. Бөтә СССР буйлап гастролдəрҙə йөрөй.

Репертуарына классик башҡорт халыҡ йырҙары «Абдрахман кантон», «Ерəн ҡашҡа», «Ильяс», «Сəлимəкəй», «Сибай», «Уйыл», «Шəүрə», «Элмəлек», «Юлғотло» инә.

Шулай уҡ М. М. Вəлиев, З. Ғ. Исмəғилев, Т. Ш. Кəримов, Ш. З. Ҡолбарисов, Х. Ф. Əхмəтов һәм башҡаларҙың йырҙарын һəм романстарын башҡара.

Рамаҙан Йәнбәков Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы, Сөләймән Абдуллин, Мәдкүрә Әхмәҙиева, Ғилман Сәфәрғәлин менән бер рәттән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкиле булып танылды[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1982)
  • «Гәлсәр һандуғас» музыкаль телевизион фестиваль лауреаты (2004)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2004)[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шакуров Р. З. Янбеков Рамазан Фатхуллович.// Башкортостан: краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — Б. 664. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.
  2. Шакуров Р. З. Янбеков Рамазан Фатхуллович.// Башкортостан: краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — Б. 664. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.
  3. Певец, заслуживший истинную любовь народа (К 80-летию Рамазана Янбекова). ИА «Башинформ» (2014-03-15). 29 ғинуар 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]