Уйыл (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Уйыл»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡортса

«Уйыл» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың көйөн тәүге тапҡыр XX быуаттың 20-се йылдарында И. В. Салтыков яҙып ала. Йыр «Башҡорт көйҙәре» ҡулъяҙма йыйынтығына индерелгән, тексын Ә.И. Харисов 1946 йылда Башҡорт АССР-ының Илеш районында Ш. Ш. Шәрифуллиндан яҙып алған һәм «Башҡорт халыҡ ижады» (1954 йыл, 1-се том) китабында баҫтырған. Варианттарын Б. С. Байымов, Ф. А. Нәҙершина, С. Р. Сәлмәнов, Л. Ҡ. Сәлмәнова, Р. З. Шәкүр яҙып ала. Йыр лирик-эпик характерҙа. «Уйыл» йыры башҡорттарҙың Ырымбур сик һыҙығында хәрби хеҙмәтенә бәйле ижад ителгән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кантон системаһы хакимлыҡ иткән йылдарҙа (1798—1865) башҡорттарҙы урыҫ ғәскәре составында походтарҙа ҡатнашҡандар һәм 25 йыл буйы Рәсәй сиктәрен һаҡлау хеҙмәтен атҡарғандар. Ошо хәлдәр тураһында башҡорттар байтаҡ классик йырҙар ижад иткән. Шуларҙың береһе — «Уйыл» башҡорт халыҡ йыры.

«Уйыл» йыры Ҡаҙағстандың Аҡтүбә далаларынан баш алып, Каспий диңгеҙенә барып етмәйенсә, ер аҫтына киткән Уйыл йылғаһының исеме менән аталған. Хәрби хеҙмәттә саҡта, төрлө походтарҙа һәм хәрби экспедицияларҙа йөрөгән саҡта, башҡорт атлы ғәскәрҙәренә Уйыл йылғаһы аша йыш ҡына үтергә, ә күбеһенсә Уйыл крепосында хеҙмәт итергә тура килгән.

«Уйыл» йыры, һүҙҙәренән һәм тәрән драматизмлы көйөнән күренеүенсә, ана шул ауыр һәм бик оҙайлы (25 йыл) хәрби хеҙмәттә һәм походтарҙа йөрөгән һалдаттың күңел кисерештәрен, уйҙарын, тыуған ерен һағыныуҙарын һүрәтләй. Йырҙың һүҙҙәре буйынса ике варианты бар.

«Уйыл» йырының көйөнә киң диапазон (дуодецима), бай орнаментика хас. Көйҙөң аҡрынлап көсәйә барыуы йырҙың йөкмәткеһендәге уйсанлыҡ һәм сараһыҙлыҡ тойғоһон көсәйтә.

Йырҙы А. Ғ. Ғабдрахманов тауыш һәм фортепиано, хор (a capella) өсөн эшкәрткән.

Л. Н. Лебединскийҙың 1937 йылда БАССР-ҙың Ейәнсура районы Ибрай ауылында Ш. Ҡолмөхәмәтовтан яҙып алған «Ленин тураһында» йырында «Уйыл»дың үҙгәртелгән көйө ҡулланылған.

«Уйыл» йырының «Өй артында тал үҫтерҙең» исемле варианты «Башҡорт халыҡ йырҙары» ҡулъяҙма йыйынтығына индерелгән.

Башҡарыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

С. Ә. Абдуллин, А. М. Айытҡолов, Ф. Ф. Гәрәев, Р. Ф. Йәнбәков, З. Ғ. Мәхмүтов, Ғ. З. Сәфәрғәлин, «Мәсем таш» ансамбле.

Йырҙың тексы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йырҙың беренсе варианты

Ике лә генә егет бесән саба

Уйыл буйҡайында ла сабында.

Ҡайҙа ла ғына йөрөмәй, ниҙәр күрмәй,

Ир-егеткәй иҫән дә сағында.


Менгән генә атым, ай, кир булыр,

Тибенгеһе уның да тир булыр.

Урал буйҡайының аҫыл егете

Данҡайҙары сығыр ҙа ир булыр.


Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы

Уйландыра уйсан да ирҙәрҙе.

Уйландырып ҡына ҡалмай, моңландыра,

Һағындыра тыуған да ерҙәрҙе.


Йырҙың икенсе варианты

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ,

Башҡорт ҡурайҡайҙары булмаһа.

Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,

Йөрәгендә дәрттәр булмаһа.


Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк,

Сәхрәләргә сыҡһам, ер еләк;

Эсемдә генә минең уттар яна,

Ник елкенә икән был йөрәк.


Арыҫлан да кейек һис ҡайғырмаҫ,

Ҡаршыһында бейек тау булһа;

Егет тә генә кеше һис ҡайғырмаҫ,

Ғәзиз башы уның һау булһа.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се китап. Өфө, 1974.
  • Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз)Өфө «Китап» 1997 йыл.288 бит. ISBN 5-295-02094-0