Калашников Виталий Анатольевич (шағир)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Виталий Калашников
Исеме:

Виталий Анатольевич Калашников

Тыуған көнө:

18.11.1958

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Хадыженск ҡалаһы

Вафат булған көнө:

11.1.2012

Вафат булған урыны:

Рәсәй, Дубна

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

XX-XXI быуаттарҙың шағиры, прозаик, тәржемәсе

Йүнәлеше:

«Заозёрная школа» шиғриәт төркөмө

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png На Грушинском фестивале (слева на фото)

Виталий Анатольевич Калашников (18 ноябрь, 1958, Хадыженск — 11 ғинуар, 2012, Дубна) — Рәсәй шағиры, прозаик, тәржемәсе, «Заозёрная школа» шиғриәт төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

== Тормош юлы ==[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Краснодар крайының Апшерон районы Хадыженск ҡалаһында 1958 йылдың 18 ноябрендә тыуған.

Ростов дәүләт университетының философия факультетын тамамлаған.

Дондағы Ростов һәм Азов ҡалаларында йәшәй. Ул Дондағы Ростовта «Заозёрная школа» шиғриәт төркөмөнә Геннадий Жуков, Виталий Калашников, Игорь Бондаревский, Владимир Ершов, Александр Бруньколар менән бергә нигеҙ һалыусы.

Ювелирлы керамика менән шөғөлләнә. Мәскәүгә күсеп килгәс, Виталий Калашников үҙ ювелир керамика оҫтаханаһын аса. Ул эшләгән керамик әйберҙәрҙең күргәҙмәһе Японияла, Америкала, Францияла ҡуйыла.

Виталий Калашников - Грушин фестивале [1] гимнының авторы.

Калашниковтың сценарийҙары буйынса бер нисә фильм төшөрөлгән һәм пьесалар ҡуйылған. Һуңғы йылдарҙа Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.

Дубнала[1] 6 ғинуарҙан 7-һенә ҡараған төндә урамдағы һөжүм ваҡытында иҫен юғалтып йығыла һәм, аңына килмәйенсә, 2012 йылдың 11 ғинуарында вафат була. Недвиговка утарындағы (Танаис)[2] зыяратта ерләнгән.

Шағирҙы үлтереүсене 2012 йылда 10 йылға колонияға хөкөм итәләр.[3]

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Виталий. Стихотворения. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1989. — 95 с. — ISBN 5-7509-1240-X
  • Примерно так. Стихи. — Ростов-на-Дону: «Книга», 1999 — 64 с.
  • Стихи, которые очень нравятся Бакшутову, Давыдову и Маше. — Б.м., 2000
  • Ювенильный романс: Избранные стихотворения. — Москва, 2007. — 204 с. ISBN 978-5-85646-155-7

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2012 йылда үлтерелгәндәр исемлеге

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Cығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Собств. корр. Задержан подозреваемый в убийстве поэта Виталия Калашникова // Новые известия. — 2012. — 16 янв.
  2. Битюцкий С. Ушёл из жизни поэт Виталий Калашников // Город N. — 2012. — 14 февр.
  3. Собств. корр. Убийцу поэта В. Калашникова приговорили к 10 годам колонии // РБК. — 2012. — 13 авг.

Ҡалып:Заозёрная школа