Кассель
Кассель (нем. Kassel) — Германияла, Гессен ерендә Фульда йылғаһы буйындағы ҡала. Халҡы — 196 мең кеше.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хассель (Chassela) ҡалаһы тураһында тәүге тапҡыр 913 йылда король Конрад Франконский тарафынан бирелгән ике грамота буйынса телгә алына. Атамаһы сама менән латин Castellum Cattorum һүҙенән барлыҡҡа килгән, тәржемәлә «хаттар ҡәлғәһе» тигәнде аңлата. Иртә урта быуатта Хассала — Фульда йылғаһы аша күпер янындағы нығытма. Грамота 1189 йылда Касселгә ҡала хоҡуҡтары бирә.
1567 йылда Гессен ландграфлығы Марбургтағы баш ҡалаһы менән дүрт ир туғандар тарафынан бүленә, һөҙөмтәлә Гессен-Кассель дәүләте барлыҡҡа килә. Кассель уның баш ҡалаһы һәм Германияла кальвинизмдың таянысы була. Протестанттарҙы католиктарҙың һөжүменән һаҡлау өсөн ҙур нығытмалар төҙөлә. 1685 йылда Кассель 1700 гугеноттың һыйыныу урыны була, улар Обернойштадт янында төпләнәләр. Ландграф Карл ҡалала Октогон һәм Оранжерея һарайҙары төҙөй (1701—11).
XIX быуат башында Кассель ҡалаһында ағалы-ҡустылы Гриммдар йәшәй, улар үҙҙәренең әкиәт коллекцияһын йыя. 1803 йылда ландграфлыҡ үҙенең статусын курфюрлыҡ һәм кенәзлеккә тиклем күтәрә, әммә тиҙҙән Кассель ҡалаһын Наполеон биләй, ә 1807 йылда Кассель бер аҙ ваҡытҡа Жером Бонапарт (Наполеондың ир туғаны) етәкселегендә Вестфаль короллегенең баш ҡалаһы була. 1813 йылда Чернышев партизан отрядының ҡапыл һөжүменән һуң баҫып алына, һәм тиҙҙән кенәзлек статусы тергеҙелә[14].
1866 йылда Австро-пруссия һуғышы һөҙөмтәһендә Кассель ҡалаһын Пруссия яулай. Пруссия хакимиәте бер нисә ерҙе берләштерә һәм Гессен-Нассау провинцияһын ойоштора. Күпмелер ваҡыт үткәс, Кассель әһәмиәтле индустриаль ҡалаһы һәм тимер юл үҙәге була.
1870 йылда, Седан янындағы еңелеүҙән һуң әсиргә алынған француз императоры Наполеонды еңеүселәр кенәзлек резиденцияһына урынлаштыра. Бында шулай уҡ күп ваҡытын кайзер Вильгельм II үткәрә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында 1943 йылдың 22 октябренән 23 октябргә тиклем төндә 569 британ бомбардировщиктары ҡаланы утҡа тота, ҡаланың 90 проценты емерелә, 10 меңгә яҡын кеше һәләк була, 150 мең кеше ҡыйыҡһыҙ ҡала.
Америка ғәскәрҙәре Кассель ҡалаһына 1945 йылдың 3 апрелендә инә. Һуғыштан һуң иҫке биналарҙың күбеһе тергеҙелмәй. Ҡаланың үҙәге илленсе йылдарҙың хәҙерге стилендә төҙөлгән. Иҫке биналарҙың өстән бер өлөшө генә, башлыса Фридерицианум музейы ғына тергеҙелә. Һуғыштан һуң Кассель Көнбайыш Германияның буласаҡ баш ҡалаһы кеүек ҡарала, әммә ахыр сиктә баш ҡала итеп Бонн ҡалаһы һайлана.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фридрих үҙәк майҙаны XVIII быуатта барокко стилендә планлаштырыла. Ландграф Фридрих II хөрмәтенә атала. Майҙанда 1769—1779 йылдарҙа төҙөлгән классицизм стилендә бина тора. Был Фридерицианум — Европала беренсе һәр кемгә аңлайышлы музейҙарҙың береһе. Бында биш йылға бер тапҡыр бөтә донъяға билдәле хәҙерге заман documenta сәнғәте күргәҙмәһе үтә.
Ҡаланан көнбайышҡа табан ҡалҡыулыҡта Вильгельмсхёэ кенәзлеге резиденцияһы (1786—1801) менән парк урынлашҡан. Һарайҙы 1956 йылдан алып XVIII быуатта хакимдар Гессен-Кассель тарафынан ойошторолған Кассель картиналар галереяһы биләй. Алыҫ түгел ерҙә ҡалҡыулыҡтың битләүендә Геркулестың монументаль статуяһы — Кассель ҡалаһының өс быуат дауамында тиерлек рәсми булмаған символы күтәрелә.
Юғарыла һанап кителгәндәрҙән тыш, Кассель музейҙары араһында обойҙар музейы (Deutsches Tapetenmuseum (нем.)), ағалы-жнеле Гриммдарҙың йорт-музейы һәм Оттониумда — Германияның иң боронғо XVII быуат бинаһында тәбиғәт музейы бар
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кассель ҡалаһында ФРГ-ла нефть һәм газдың ҙур дистрибьютеры булған немец WINGAS GmbH компанияһының һәм рәсәй концерны «Газпромдың» штаб-фатиры урынлашҡан. WINGAS GmbH тәбиғи газды һатыу һәм ташыу менән бәйле проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заманса documenta сәнғәт күргәҙмәһе Йылына биш тапҡыр үткәрелә.
- «Kasseler Dokfest» видеоарты һәм документаль кино фестивале бар, ул йыл һайын үткәрелә.
Ҡала менән бәйле билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кассель ҡалаһында тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фредрик I Гессенский I 17 (28) апрель 1676 — 25 март 1751 йыл) 1720 йылдан Швеция короле, 1730 йылдан ландграф Гессен-Кассельский (Фридрих I исеме аҫтында).
- Конрад Мёнх(1744—1805) — ботаник, Марбург университеты профессоры.
- Вильгельм Брейтгаупт (1809—1889) — нмец артиллерисы һәм уйлап табыусыһы.
- Франц Розенцвейг (1886—1929) — философ.
- Георг Фридрих Сарториус (1765—1828) — тарихсы, Гёттинген университеты профессоры
- Христоф Роммель (1781—1859) — Марбург университеты профессоры.
- Карл Клаус (1835—1899) — зоолог, Вюрцбург, Марбург, Геттинген, Венала профессор; Триестала зоология станцияһы директоры.
- Менцель Фабиан (1961) — гобойҙа уйнаусы.
- Мерьем Узерльи (1983) — актриса.
- Эбер Адольф (1820—1890) — филолог һәм яҙыусы-романист.
- София Юнгганс (1845—1907) — яҙыусы.
- Андре Шуберт (1971) — немец футболсыһы һәм тренеры.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең, төбәктәрҙең | Туғанлашҡан ҡалалар | Йыл элемтә урынлаштырыу |
---|---|---|
Италия | Флоренция | - |
Рәсәй Федерацияһы | Ярославль | - |
Рәсәй Федерацияһы | Яңы Уренгой | - |
Төркиә | Измит | - |
Израиль | Рамат-Ган | - |
Германия | Арншпадт | - |
Финляндия | Рованиеми | - |
Швеция | Вестерос | - |
Франция | Мюлуз | - |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://www.hess-staedtetag.de/der-verband/mitglieder/
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ 7,0 7,1 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnis — Federal Statistical Office.
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-dzdk3l/Kassel/?zoom=19¢er=51.31194%2C9.49293&popup=51.31211%2C9.49285
- ↑ https://www.mulhouse.fr/ma-mairie/relations-internationales-et-cooperation-transfrontaliere/jumelages-europe-asie/
- ↑ https://www.kassel.de/buerger/rathaus_und_politik/rund-ums-rathaus/staedtepartnerschaften/staedtepartner/florenz.php
- ↑ https://www.comune.fi.it/pagina/firenze-internazionale/gemellaggi-e-patti-di-amicizia
- ↑ http://www.stadt-kassel.de/stadtinfo/staedtepartnerschaft/vaesteras/
- ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
- ↑ Кассель // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кассель Викимилектә |
- Рәсми биттәрендә.
- Kassel-Wiki HNA der 2006 йыл 9 октябрь архивланған..