Кейәү (мәғәнәләр)
Уҡыу көйләүҙәре
Кейәү |
Кейәү (мәғәнәләр) Кейәү һүҙе ошондай мәғәнәләрҙә ҡулланыла:
- Кейәү - өйләнеп йөрөгән егет. Кейәү егет
- Кейәү- ир кәләшенә ҡарата уға өйләнгәндең тәүге йылдарында
- Кейәү- ҡыҙ йәки һеңле тейеш ҡатын-ҡыҙҙың ире ғаиләнең өлкән ағзаларына ҡарата
Биологияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кейәү үләне - (рус. Тимья́н ползу́чий, Чабре́ц, Чабре́ц обыкновенный, Богоро́дская трава́, лат. Thýmus serpýllum) — баллыбабай һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ хуш еҫле үлән үҫемлек, бейеклеге 5-15 см тирәһе.
Был һүҙ менән топонимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кейәүк, Ҡыяуыҡ (рус. Кияуково) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл.
- Кейәүөйгән – Белорет районында урынлашҡан тау. Елмәрҙәк һыртында урынлашҡан түбә.
Әйтем-мәҡәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кейәү тиә-тиә күтәнем ергә тейә
- Кейәү кергәнсе ҡыҙың һаҡла, кейәү кергәс - өйөң һаҡла
- Килен ҡәйнә буҫағаһынан, кейәү ҡайны буҫағаһынан
- Үсексән кейәү теш һыҙлағандан яман булыр
- Көйһөҙ кейәү кейәүләп ятҡансы, көйлө кейәү кәләшен алып ҡайтҡан
Һүҙбәйләнештәр, унан яһалған һүҙҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кейәүләү - туйҙан һуң оҙатып алып ҡайтҡанса кәләш янына барып йөрөү.
- Кейәү ҡамсыһы - ҡыҙҙы кейәүләп барғанда егеттең ҡулында була торған ҡамсы.
- Кейәү туҫтағы - туйҙа кейәү егеткә ҡыҙҙың еңгәләре тоттороп бүләк ала торған туҫтаҡ.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 487-се бит
Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |